«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр!



03.07.2015 Күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр!

Яҙғыһын баҫыу эштәрен тамамлағас, бөтә ерҙә лә һабантуй байрамы үткәрелә. Беҙҙең балалар баҡсаһында ла тәрбиәселәр ярҙамында балалар йәшелсә-сәскә, хатта бәләкәй генә мөйөштә бойҙай, арпа, арыш сәсеп, уларҙың нисек үҫеүен күҙәтеп, тәжрибә уртаҡлашып, һыу һибергә ярҙам итәләр. Баҡсабыҙҙа сәсеү эштәрен тамамлағас, беҙ ҙә һабантуй байрамы үткәрәбеҙ.
Ҡояшлы, йылы матур көндә иртә менән килгән балалар аптырашып ҡалды, сөнки уларҙың спорт майҙансығы төрлө-төрлө таҫмалар, флагтар, шарҙар менән биҙәлгән, ә уртала башҡорт тирмәһе ҡоролғайны.
Байрамға Бүребай ауылының ағинәйҙәре лә саҡырылғайны. Парадта өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре, төрлө конкурста еңеүсе кескәй дуҫтарыбыҙ, спортта ал бирмәҫ алдынғы батырҙарыбыҙ майҙансыҡҡа үтте.
Алып барыусылар – Айгөл Дәүләт­шина, Ольга Правиднова байрамды асып ебәрҙе. Һабантуй байрамының оло ҡунаҡтары – ағинәйҙәр Гөлшат Мортаева, Гөлшат Атанова, Бүребай ауылының моделле китапханаһы мөдире Лилиә Билалова балаларға башҡорт халҡының ҡунаҡсыл, йомарт, киң күңелле булыуын, йолаларының ауыҙ-тел ижады аша быуындан-быуынға еткерелеүен һөйләп, тирмә менән таныштырҙы. Кескәйҙәр боронғо һауыт-һабаны, балаҫтарҙы, башҡорт халҡының милли кейемдәрен ҡарап, сәк-сәк, бауырһаҡтан ауыҙ итте.
Иген мул уңыш бирһен, ямғыр яуһын өсөн теләктәр теләнеләр.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, «Аҡ сәскә», «Ҡәнәфер» төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре башҡарыуындағы йырҙар, Ильяс Азаматовтың өҙҙөрә баҫып бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Байрам геройҙары – Тыр-тыр, Батырҙың килеүе балаларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Тәрбиәселәр Зөһрә Сөләймән ҡыҙы, Таңсулпан Ислам ҡыҙы был ролдәрҙе оҫта башҡарҙы.
Спорт уйындары ла бик йәнле ойошторолдо. Тоҡ кейеп йүгереү, ат сабышы, көйәнтә менән һыу ташыу, күҙ бәйләп бүләк алыу, йомортҡа менән йүгереү, балыҡ ҡармаҡлау, бағанала мендәр менән көс һынашыу, малайҙар өсөн иң ҡыҙыуы көрәш майҙаны булғандыр. Һәр ярышта ла уйын бик сәмле, көсөргәнешле барҙы. Һабантуй майҙансығы балаларҙың шат тауыштарына, йыр-моңға кумелгәйне.
Тирмә алдында барған «Наза», «Тирмә» башҡорт халыҡ уйындары ла берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Сара аҙағында ярышта еңеүселәр бүләкләнде. «Һабантуй батыры», «һабантуй һылыуы» миҙалдары тапшырылды. Ағинәйҙәр балаларҙы, тәмле сәй эсереп, сәк-сәк менән һыйланы.
Был көн балаларыбыҙ күңелендә бик оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ.

Гөлшат КӘРИМОВА,
«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға