«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Игенебеҙ ашһын буранан, Малыбыҙ ашһын ҡуранан...



19.06.2015 Игенебеҙ ашһын буранан, Малыбыҙ ашһын ҡуранан...

Игенебеҙ ашһын буранан, Малыбыҙ ашһын ҡуранан...Халҡыбыҙ байрамы – һабантуй­ҙың үҙенсәлеге шул: һабан батырҙарын тәбрикләү менән бер рәттән, милләт көсөн һәм батырҙарыбыҙҙы барлау тәүге урынға ҡуйыла. Уҙған йомала әбйәлилдәр күркәм сараны уҙғарып, үҙҙәренең уңғанлығын һәм берҙәмлеген тағы бер тапҡыр раҫланы.
Ғөмүмән, яҡташтарым ғөрөф-ғәҙәттәрҙе еренә еткереп, йолаларыбыҙҙы юғары кимәлдә үткәреп өйрәнгән. Быйылғы һабантуй иһә үҙ эсенә тарихи ваҡиғаларҙы алды. Йәғни Бөйөк Еңеүҙең – 70, райондың 85 йыллыҡ юбилейы, шулай уҡ Әҙәбиәт йылы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Тамаша ентекле әҙерләнгәйне. Шулай булмай, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә үҙ исемдәре булған Зөһрә Фәйзуллина һәм Фәнил Әсәҙуллин тырышлығы менән тормошҡа ашырылған композиция халыҡты берсә илатты, берсә күңелле йыр-моң донъяһына әйҙәне.
Байрамдың тантаналы өлөшө “Һабантуй – 2015” флагын күтәреүҙән башланды. Был юлы күңелле миссияны башҡарыу “Башаҡ” йәмғиәте һауынсыһы Зәлифә Кәримова, “Завет”тың алдынғы механизаторы Рәмил Насырйәнов, еңел атлетика буйынса республика чемпионы Гөлнәзирә Ильясова һәм милли көрәш буйынса күп тапҡыр республика призеры Айытбай Хафизов өлөшөнә төштө.
– Бөгөн Әбйәлил ерендә – халҡыбыҙҙың эшсәнлеген, үҙенсәлекле тарихын һәм мәҙәниәтен, ҡунаҡсыллығын күрһәткән һабантуй байрамы, – тине, сараны рәсми рәүештә асып, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов.
Ул байрамда ҡатнашҡан хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевҡа, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы Виктор Бахметьевҡа, Магнитогорск металлургия комбинатының корпоратив мәсьәләләр һәм программалар буйынса директоры Сергей Кривощековҡа әбйәлилдәр исеменән рәхмәт белдерҙе.
Игенебеҙ ашһын буранан, Малыбыҙ ашһын ҡуранан...– Етәкселәрҙең, белгестәрҙең һәм игенселәрҙең берҙәм көсө менән район яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалды, – тип дауам итте сығышын Рим Һатыбал улы. – Иген культуралары барлығы 63 мең гектар майҙанда сәселде. Атап әйткәндә, “Иҙел”, “Башаҡ”, “Завет”, “Күсем” йәмғиәттәре, Г. Вәлиев, Р. Баязитов, В. Серпков фермер-крәҫтиән хужалыҡтары эште теүәл һәм тиҙ арала башҡарып сыҡты. Кампания барышында яғыулыҡ-майлау материалдарына, техникаға ҡытлыҡ кисерелмәне. Ошо өлкәлә федераль һәм республика бюджетынан 41 млн һум күләмендә төрлө субсидиялар бүленеүе һәм 22 млн һумға 18 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу ҙа эшмәкәрлекте еңеләйтә төштө. Әлбиттә, бындай ярҙам күрһәткән республика Башлығына һәм Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәтлебеҙ.
Шулай уҡ район хакимиәте башлығы малсылыҡ буйынса һандарға ла туҡталып китте.
Игенебеҙ ашһын буранан, Малыбыҙ ашһын ҡуранан...– Малды яҡшы ҡышлатыуға өлгәштек. Ҡышҡы осорҙа Әбйәлил хужалыҡтарында 232 тонна ит, 1622 тонна һөт етештерелде, мал һанының кәмеүенә юл ҡуйманыҡ, – тине ул.
Артабан был тармаҡтың алдынғы етәкселәре һәм хеҙмәтсәндәре Р. Сыңғыҙов ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Нисек кенә булмаһын, байрамдың йәмле бер өлөшөн тәшкил иткән тирмәләрҙе үткәндә, башҡорт йәйләүҙәрен иңләгәндәй булаһың. Нәҡ ошонда халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли ризығына, ауыҙ-тел ижадына айырым иғтибар бирелә. Һәр береһенең үҙенсәлеге, ҡото бар. Мәҫәлән, Амангилде ауыл советы биләмәһендәге тирмәлә оло йәштәге инәйҙең махсус станокта балаҫ һуғыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Ни тиһәң дә, хәҙер бындай шөғөлдө үҙ иткәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡы­ҙыҡһыныуҙы еңә алмай, уның янына барып, әңгәмә ебен һүтәбеҙ.
– Әбделғәзе ауылынан Сәүҙә Солтанбаева булам. Йәш саҡтан ҡул эштәренән айырылғаным юҡ, күңелем болоҡһоп китһә, бәйләм бәйләргә, шәл һуғырға ултырам, – ти әңгәмәсем был хаҡта.
Ауылдың клуб мөдире Әлфиә Ғәлләмова әйтеүенсә, Әбделғәзелә ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныусылар күп кенә икән. “Ғәлиә” фольклор ансамбле ағзалары халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлап ҡалыу, йолаларыбыҙҙы тергеҙеү буйынса әүҙем эшләй.
Шуныһы ҡыуаныслы: тирмәләр бер-береһен ҡабатламай, үҙ йөҙөн булдырған. Был йәһәттән әүҙемлек күрһәткән Ташбулат ауыл биләмәһе тирмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы йәшәйеште күрергә мөмкин. Фронт һалдатының йәшәү урыны булып хеҙмәт иткән блиндажда снарядтар, гильзаларҙан башлап каска, гармунға тиклем урын алған. Үҙенсәлекле экспонаттар Ташбулат мәктәбе музейынан килтерелгән.
– Мәктәп музейы тарихыбыҙҙы өйрәнеү һәм киләсәк быуынға еткереү маҡсатында әүҙем эшләй. Беҙҙә йәмғеһе 500-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә, – ти музей етәксеһе Гөлнара Шәһимгәрәева. Блиндаж янында ҡуйылған шахта иһә шул йылдарҙа төбәк халҡының Күсем руднигында марганец сығарыуҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләй.
Әйткәндәй, тирмәләр конкурсында еңеүсе исемен әлмөхәмәттәр яулаһа, ташбулаттар менән гусевтар икенсегә сыҡты. Ә өсөнсөгә лайыҡлы тип Амангилде, Буранғол ауылдары һәм Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының Әбйәлил филиалы танылды.
Йылдағыса, спорт ярыштары күпләп уҙғарылды. Бынан өс йыл элек райондың алдынғы көрәшсеһе Фәрит Шәрипов шәхси призына “Ирәндек айыуы” бәйгеһен башлап ебәргәйне. 90 килограмлыҡ ташты бейеклеккә ырғытыу буйынса көс һынашыуҙа ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Быйыл да өсөнсө йыл рәттән еңеүсе исемен яулаған Ринат Хө­сәйеновҡа тиңләшеүсе табылманы.
Халыҡты иң күп йәлеп иткән милли көрәш майҙаны шау-гөр тауыштарҙан яңғырап торҙо. Ә абсолют чемпион исемен кем яуланы тиһегеҙме? Ул да булһа – Әбйәлил батыры Марат Сабитов.
– Һөнәрем буйынса көрәштән алыҫ торһам да, спорттың был төрө менән бәләкәйҙән шөғөлләнәм. Һуңғы бер нисә йылда үҙемә ял биреү ниәтенән күнекмәләрҙән һәм ярыштарҙан ситләшеп торғайным, әммә күңелем көс һынашыу талап итә, – ти һуңғы тиҫтә йылда билдәле көрәшсе булып танылған Марат.
Көрәшсе, бынан ун-ун биш йыл элекке заманды иҫләп, районда ғына түгел, хатта республика кимәлендә милли көрәштә һүлпәнлек һиҙелеүен билдәләне.
– Ул ваҡыттарҙа төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа йыш уҙып торҙо. Бәйгеселәрҙе дәртләндереү маҡсатында елле бүләктәр ҙә ҡуйыла ине, – тине ул, был хаҡта фекерен белдереп.
Ғөмүмән, әбйәлилдәрҙең быйыл­ғы һабан байрамы ла алдағыларҙан һис тә ҡалышманы. Магнитогорск ҡалаһынан килгән һигеҙ парашютсы байрам кәйефе бүләк итһә, халыҡ ат сабышы, волейбол, футбол, ҡолғаға менеү кеүек ярыштар­ҙы ла ҡарап кинәнде.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға