21.08.2010 Өс һөйләм менән
Стәрлетамаҡта физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Был маҡсатҡа «2006 – 2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса металл конструкциялар, төп панелдәр һәм ҡыйыҡ ябыу материалдары һатып алыуға 30 миллион һум, шулай уҡ Башҡортостан ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү киләһе йылға планлаштырыла.
Өфөнөң «Информреклама» нәшриәтендә Башҡортостан ҡалалары – Стәрлетамаҡ һәм Туймазы күренештәре менән открыткалар серияһы донъя күрҙе. Һәр комплектта 16-шар открытка. Уның артында һүрәтләнгән объекттар хаҡында мәғлүмәт кенә түгел, фото авторҙарының фамилиялары ла бирелгән.
«Әл-Әзһәр» халыҡ-ара Ислам университетында (Мысыр) белем алған беҙҙең республика студенттары тыуған илендә йәйге практика үтергә ҡайтты. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты йүнәлтмәһе буйынса улар республика райондарына барып, урындағы имамдар эшендә ярҙам итә башланы. Йәйге практика үткәндән һуң студенттар БР мосолмандары Диниә назаратына тулы отчет бирергә тейеш.
Педагогтарҙың республика кәңәшмәһе алдынан «Башинформ» агентлығы сайтында мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фекер алышыу майҙансығы асылғайны. Виртуаль педсовет ябай интернет файҙаланыусыларына үҙе тураһында белдерергә, бөгөнгө мәктәптең проблемалары хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә. «Педсовет – 2010» дискуссия майҙансығы «Башинформ» сайтында 2010 йылдың 30 авгусына ҡәҙәр эшләйәсәк.
24 августа Өфөлә Башҡортостан менән Свердловск өлкәһе эшҡыуарҙарының ике яҡлы бизнес-форумы үтәсәк. Свердловск өлкәһе вәкилдәре Өфөлә сәнәғәт етештереүселәре менән осрашасаҡ. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республиканың күршеләр менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға теләгән эшҡыуарҙарын бизнес-форумда ҡатнашырға саҡыра.
20 августа ҡаҙан ҡалаһының үҙәк автовокзалынан Магнитогорскиға тәүге автобус юлға сығасаҡ. Яңы автобус маршруты Чистополь, Әлмәт, Бөгөлмә, Баулы, Октябрьский, Өфө, Архангел, Белорет аша үтәсәк. Кондиционерлы уңайлы автобус ҡаҙандан йомала көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡуҙғала, маршрут оҙонлоғо – 980 саҡрым, юлда барыу ваҡыты –19 сәғәт 30 минут.
Р. ЙӘНСУРИНА әҙерләне.