17.06.2015 Өфөгә ун мең самаһы ҡунаҡ килә
Алда көтөлгән ҙур йыйынға әҙерлеккә нөктә ҡуйыр ваҡыт етте. Ҡунаҡтар алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаясаҡ, сөнки алға ҡуйылған бурыстар үтәлә. Интерфакс-Поволжье агентлығы үткәргән матбуғат конференцияһында сығыш яһап, БР министры Руслан Мирсаяпов шулай тип белдерҙе.
БРИКС һәм ШОС саммиттары көнө яҡынлашҡан һайын шуға бәйле хәбәрҙәр ҙә күбәйә. “Был беҙҙең илдә генә түгел, ә саммитта ҡатнашасаҡ илдәрҙең яңылыҡтар таҫмаларында ла йыш телгә алына. Өфө һүҙен хәҙер Бразилияла ла, Ҡытайҙа ла, Көньяҡ Африкала ла көн һайын ҡабатлап торалар”, – тине Руслан Мирсаяпов.
Күп ил менән бәйләнештәр нығынған. Саммиттарҙың файҙаһы, һис шикһеҙ, бар, сөнки уға әҙерлек ваҡытында баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең эшлекле үҙәгенә әүерелерлек үҙгәрештәр кисерҙе. Конгресс-холл халыҡ-ара осрашыуҙар уҙғарырлыҡ уникаль майҙансыҡҡа әйләнде. Йәнә шуныһы: ҡалала хеҙмәтләндереү тармағында инглиз телендә һөйләшә белгән персонал барлыҡҡа килде, милли колорит киңәйҙе.
Әлбиттә, ҙур саранан һуң да ҡалабыҙ төҙөкләндерелеүен, үҫеүен дауам итәсәк. Халыҡҡа уңайлыҡтар булдырыу йөҙөнән байтаҡ эш башҡараһы бар.
Башҡортостан Республикаһы министры һүҙҙәренсә, саммит көндәре ябай халыҡҡа әллә ни мәшәҡәт килтермәйәсәк. Эйе, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау мәлендә юлдарҙа “тығын” булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһыныусылар бик күп. Беҙҙең көндәлек эштә лә осрай торған бер күңелһеҙ күренеш бит ул. Шулай ҙа әһәмиәтле йыйында түҙеп торорға мөмкин.
Руслан Мирсаяповҡа журналистар: “Интернетҡа тоташыу йә мобиль элемтә менән ҡатмарлылыҡтар килеп тыумаҫмы?” – тип тә һорау бирҙе. Сөнки бер урында халыҡ шул тиклем күп йыйылғанда, ҡытыршылыҡтар булғылай. Был тәңгәлдә ойоштороусылар сара күргән, төрлө һынауҙар үткәрелгән.
Килеүселәр һанын иҫәпләргә лә тырышабыҙ. Салауат майҙанын ғына ла меңләгән журналист биләп аласаҡ. Делегацияларға күпме кеше инәсәген һәр ил үҙе хәл итә, моғайын, бөтәһе ун меңләп йыйылырҙар.
Иң мөһиме – Өфө, Башҡортостан мөмкинлектәрҙең барыһын да файҙаланып ҡалырға тейеш. Саммиттан алда үткән һәм шул көндәрҙә үтәсәк презентацияларҙа республика яҡшы күрһәтеләсәк, был беҙгә танылыу яуларға форсат бирә.
Әйткәндәй, 8 – 10 июлдә Өфөнөң төрлө майҙандарында, парктарҙа халыҡ өсөн байрамдар, концерттар ойошторола. Ҡунаҡсыллыҡты күрһәтергә лә һәйбәт сара ул саммиттар. Етәкселектән дә, ябай ҡала халҡынан да ҙур түҙемлек талап итә. Ул көндәрҙә хәүефһеҙлек өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә. Беҙ әлеге ҙур эште аҙағынаса еткереүҙәге бурыстарҙы лайыҡлы үтәрбеҙ, тигән ышаныста министр.
А. ИШЕМҒОЛОВА.