«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ йолаларын һаҡлаусы



29.05.2015 Халыҡ йолаларын һаҡлаусы

Халыҡ йолаларын һаҡлаусыХалыҡ йолаларын һаҡлаусыБеҙҙең Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында эшһөйәр, уңған, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта, матур күңелле ағинәйҙәр йәшәй. Шуларҙың береһе – 76 йәшлек Рәшиҙә Йәмлиха ҡыҙы Баһауетдинова. 35 йыл һауынсы булып эшләгән, әле хаҡлы ялдағы апай бер генә лә буш тормай: бәйләй ҙә, тегә лә, буҙаһын да, аҡ майын да эшләп өлгөрә. Ял итеп алырға теләһә, ҡулына китап, журнал ала, уҡырға ла бик ярата. «Башҡортос­тан ҡыҙы» журналын даими уҡып бара.Төрлө ҡул эштәре бәйгеләрен дә ҡыҙыҡһынып күҙәтә.

Ҡыҙы Зилә Сирусина: «Ҡо­рамасылар бәйгеһе иғлан ителгәс тә ҡул эштәрен барлап сыҡты, яңыларын ҡорап һалды, тик һис тә бәйгегә ҡушылырға батырсылығы етмәй», – тигәс, оҫтаның эштәрен үҙебеҙ ебәрергә булдыҡ. Ни тиһәң дә, бындай күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡты бикләп һалып ҡуйырға ярамайҙыр ул.
Рәшиҙә апайҙың фантазияһы бик бай, халыҡ йолаларын да һаҡлай ул. Бына, мәҫәлән, ҡорама күлдәк. «Борон ҡайһы бер ғаиләлә бала тормаған, тыуғас та үлгән. Бала йәшәп китһен тип, өйҙән-өйгә йөрөп, кем ниндәй туҡыма киҫәге бирә, шуларҙы ҡорап, балаға күлдәк тегеп кейҙергәндәр, ул баланы һаҡлаған. Мин бала саҡта шундай күлдәктә йөрөгән малайҙы үҙем күрҙем», – тип хәтерләй Рәшиҙә апай. Йәш саҡтан ҡул эштәре менән яратып шөғөлләнә. «Эштән арып ҡайтып, бер аҙ ҡул эше тотоп ултырһаң – үҙе ял бит ул, күңел күтәрелеп китә, арыу онотола», – ти тын­ғыһыҙ инәй.

Сания МАНАПОВА,
Күгиҙел ауылының «Ағинәйҙәр» клубы рәйесе.
Юлиә БИЛАЛОВА фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға