«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Минең киләсәгем



24.04.2015 Минең киләсәгем

Нимә ул киләсәк? Ул ҡасан киләсәк, ниндәй буласаҡ? Һәр кемде уйландыра, ымһындыра, хисләндерә ул киләсәк. Ә үҙе тик ете хәрефтән, ете өндән торған ябай һүҙ. Серле ете һаны менән уралғанға ла шулай әкиәти мауыҡтырғыстыр ул. Яҡты хыялдарға бирелмәгән, үҙ киләсәге тураһында уйланмаған кеше юҡтыр. Ә 11-се класты тамамлап, ҡулға өлгөргәнлек аттестаты алыр алдынан бындай хыялдар бигерәк яуаплы ла, тулҡынландырғыс та икән.
Һәр класташым да буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлау тураһында уйлана. Хыялланған уҡыу йорттарына, буласаҡ һөнәребеҙгә беренсе аҙым буласаҡ берҙәм дәүләт имтихандарын да һайлап ҡуйғанбыҙ.
Тиҙҙән уҡыуҙы тамамлау көнө лә килеп етер. Мәктәбебеҙ – оябыҙ осорған ҡошсоҡтарҙың ҡанаттары осҡанда талмаһын, киләсәге матур булһын, тип теләге килә дуҫтарыма.
Ә мин бәләкәй саҡтан журналист булыр­ға хыялландым. Мәҡәләләремде, шиғырҙарымды район гәзитендә, “Аманат” журналында баҫтырып торҙом. Журналист – яуаплы, кәрәкле һөнәр, тип иҫәпләйем. Сөнки халҡыңдың үткәне, бөгөнгөһө менән һәр саҡ бәйләнештә буласаҡһың. Үҙ ҡарашыңдан сығып дөрөҫ баһа биреү, мәҡәләләрҙе сағыу яҙыу, ижад аша уҡыусыла матур һәм ыңғай сифаттар тәрбиәләү – былар минең яҡын киләсәктә тормошҡа ашасаҡ хыялдарым.
Үҙемде киләсәккә ентекле әҙерләйем: гәзит-журнал, китаптар уҡыйым, кешеләр яҙмышын өйрәнәм, мәҡәләләр, шиғырҙар яҙырға яратам. Киләсәктә үҙемде тырыш, ғәҙел, үҙ эшен яратҡан һәм үҙ эшенә кәрәккән, мәҡәлә геройҙарын яратыусы, тормошта уларға ярҙам ҡулы һуҙыусы, тура һүҙле журналист итеп күрәм.
Минең изге, матур хыялдарым тормош­ҡа ашһын өсөн берҙәм дәүләт имтихандарына ентекле әҙерләнергә, уңышлы тапшырыр өсөн бөтә көстө һалырға ҡала...
Киләсәгебеҙ нисек булыуы үҙебеҙҙән тора. Ул хыялыбыҙҙағы кеүек матур булһын өсөн тырышайыҡ, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға