«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бөрйәндә һәләтле балалар форумы үтте



25.04.2015 Бөрйәндә һәләтле балалар форумы үтте

«Йәшел ут» бирегеҙ – талантлы алмаш килә!

Бөрйәндә һәләтле балалар форумы үттеМатур йолаға әйләнгән ошо күркәм сарала ҡатнашҡандан һуң, үҙеңдә ниндәйҙер рухи күтәрелеш тояһың, һулыштарың иркенәйеп, алдыңда офоҡтарың киңәйеп, күҙҙәрең асылып киткәндәй була. Ҡалын боҙ аҫтында тонсоҡҡан балыҡҡа мәке уйып, йәшәргә форсат бирәләрме ни! Сөнки ҡасан, ҡайҙа ҡарама – бар бала-саға гаджеттар менән ҡосаҡлашып ултырыуҙан бушамай кеүек. Әммә Бөрйәндәге һәләтле балалар форумы был ҡараштың хата икәнен раҫлай – фән, спорт, сәнғәт, әҙәбиәт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар бихисап! Төрлө конкурстар, ярыштар, бәйгеләр иләге аша иләнеп алынған уҡыусылар – ысын мәғәнәһендә аҫыл таштар йыйылмаһы, милләтебеҙҙең өмөтлө, яҡты, көслө киләсәге.

Бер оло сәхнә булып баҫып торған береһенән-береһе матур, аҡыллы, һәләтле уҡыу алдынғылары, йәш спортсылар, артистар, ғалимдар һәм шағирҙар үҙҙәренең һүҙе, эше, уңыштары менән арҡаларын нығытып, өлкән тулҡын булып килә беҙгә алмашҡа. Цунамиҙан айырмалы рәүештә, емереүсе көс булып түгел, ә талантлы ижадсылар, төҙөүселәр, юҡты бар итеүселәр булараҡ киләләр. Ошо яҡты көстәрҙе тәбрикләп, бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелгән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, республика мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Баҙал» ижад берекмәһе етәксеһе Айһылыу Ғарифуллина ла Бөрйән районында белемле, талантлы ба­лаларҙың күплеген, уларҙың әүҙемлеген билдәләне. Рөстәм Динислам улы уҡыусыларҙың республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә даими ҡатнашып тороуы хаҡында һөйләне:
– 2015 йылдың март айында Ульяновск ҡалаһында үткәрелгән «Йыл уҡыусыһы» конкурсында Иҫке Собханғол мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Юлиә Ғә­ләүетдинова уңышлы сығыш яһап ҡайтты. «Республикамды данлайым» тип исемләнгән иншалар бәйгеһендә Иҫке Монасип урта мәктәбенең Нәби филиалы уҡыусыһы Алһыу Мөхәмәтғәлина менән Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалы уҡыусыһы Урал Ибраһимов 1-се урын яуланы, ә Иҫке Монасип урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Гөлназ Хәйруллина менән Ырғыҙлы урта мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Гүзәл Ғәҙелшина өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, астрономия, биология фәндәре буйынса олимпиадаларҙың төбәк этабында Байназар урта мәктәбе уҡыусылары Лилиә Ҡаһарманова, Вилиә Ғиззәтуллина, Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары Айһылыу Ибраһимова, Илфат Алғазин приз­лы урындар алды. Һәм ошондай еңеүҙәрҙе миҫалға әллә күпме килтерергә була.
Хаҡлы рәүештә Бөрйән районы уҡыусыларының уңышы менән ғорурланған район хакимиәте башлығы уҡыуҙағы, спорттағы, олимпиадаларҙағы еңеүҙәре өсөн Әбделмәмбәт урта мәктәбенән Алина Боҫҡонова менән Рәсих Дауытовҡа, Байназар урта мәктәбенең Яуымбай филиалынан Вилиә Ғиззәтуллинаға, Иҫке Собханғол урта мәктәбенән Айһылыу Ибра­һимова менән Ҡадир Вәлиуллинға премиялар тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы стипендиаттарының береһе, дүртенсе йыл рәттән форумда ҡатнашыусы Айһылыу Ибраһимова, үҙемдән бигерәк, синыфташым Ҡадир өсөн ҡыуандым, тине:
– Беҙ уның менән беренсенән алып бергә уҡыйбыҙ, ул бик тырыш, аҡыллы, рухлы егет. Компьютерҙы бик яҡшы белеүе менән һоҡландырған Ҡадир ветерандарға арнап сайт та эшләне.
Был форум беҙҙең өсөн бик кәрәк тип һанайым. Шундай абруйлы сараға саҡырыуҙары үҙ көсөңә ышаныс өҫтәй, тағы ла яҡшыраҡ уҡырға илһамландыра, яңы уңыштарға ҡанатландыра.
Бөрйәндә һәләтле балалар форумы үттеБөрйәндә һәләтле балалар форумы үттеСәхнәнән исеме бер нисә тапҡыр яңғыраған Лилиә Ҡаһарманова ла Айһылыуҙың фекерен дауам итте:
– Форумдан әллә күпме көс ала­һың, һәләтле уҡыусылар менән танышып, дуҫтар табып, башҡалар­ҙың нисек эшләүен күреп, сәмләнеп тә ҡайтаһың. Уңыштарым өсөн әсәйемә, синыф етәксеһе Рәсимә Алтынбаеваға, башҡорт теле уҡытыусыһы Фәйрүзә Ҡарағоловаға, китапханасы Сәлиә Ишбулатоваға, башҡа уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Улар һәләтемде күрмәһә, ярҙам итмәһә, бер үҙем ни ҡылыр инем?!
Ысынлап та, бер бала күтәрелеп китһен өсөн дә өс тағандың – баланың, уҡытыусының, ата-әсәнең берҙәм, теләктәш булыуы шарт. Бик һәләтле булып та, бала сағында ата-әсәнән ярҙам көтөп ала алмаған, уҡытыусыларҙан уңмаған, шунлыҡтан үҙен ҙурайғас юғалтҡан кешеләр әҙме ни арабыҙҙа? Шуға ла сәхнәлә балҡыған уҡыусыларҙың һәр береһе артында уларҙың хәстәрлекле ата-әсәһе, талантлы уҡытыусылары ла торғандай тойолдо – был йондоҙло сәғәтте улар ҙа бүлешергә хаҡлы.
Ошо форумда ҡайһы белем усағының һәләтле балалар үҫтереүгә бар көсөн йүнәлтеп, дөрләп яныуы, ҡайһыһының төтәп кенә ятыуы асыҡ күренде. Әбделмәм­бәт, Иҫке Собханғол, Байназар мәктәптәре миҫалында бөтә балаларҙың да һәләтле икәнлегенә тағы бер инандыҡ. Быйылғы уҡыу йы­лында физика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, төрлө ижади конкурстар­ҙа, ғилми-эҙләнеү эштәрендә, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, район мәктәптәре араһында иң юғары балл йыйған Иҫке Собханғол мәктәбе; 2014 – 2015 уҡыу йылында төрлө юғары ҡаҙаныштарға лайыҡ булған, спорт буйынса Рәсәй кимәленә сыҡҡан Әбделмәмбәт мәктәбе; Бөтә Рәсәй, республика олимпиадалары призерҙарын тәрбиәләгән, «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле менән танылыу алған Байназар мәктәбе уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына дан! Башҡаларға уларҙан өлгө алып, улар һымаҡ эшләргә, тырышырға, алға ынтылырға кәрәк.
Алдынғыларҙы данлап, хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тип, Алһыу Ҡол­дәүләтова, Рөстәм Баязитов, Гөл­йемеш Сәғитова, Гөлсөм Аҙан­ғолова, Данир Мәхмүтов, Ба­тыр Мирасов, Айнур Маликов, Арыҫлан Ырыҫҡолов, Илсаф Фәй­зуллин, Илнур Сәйетбат­таловҡа маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырылды. Уҡыусыларға юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам иткән, уларҙы яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәгән уҡытыусылар Фаяз Ғиз­зәтуллин, Зиннур Боҫҡонов, Миң­нур Ҡасимова, Хәбирә Вәлиуллина, Миләүшә Ишбулатова, Рөстәм Вәлиуллин да район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Бынан тыш, ун дүрт уҡыусы ла шундай уҡ бүләккә лайыҡ булды.
Йәш көстәрҙең оло йыйынында әле яңы морон төрткән әҙиптәрҙең ижад емештәре тупланған «Бөрйән ынйылары» шиғри йыйынтығының презентацияһы ла үтте. Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалы, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Әбдел­мәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ҡолғана филиалы, Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яңы Усман филиалы уҡыусыларының әҫәрҙәрен нәшер итеүҙә Венера Фәрит ҡыҙы, Әнүзә Хәйбуллина ҙур ярҙам күрһәткән. Венера Вәлиева әй­теүенсә, китапты сығарыуға уны Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев этәргән: «Районда ҡәләм тибрәткән балалар күп, шуларҙы күтәрһәк ине, тигәс, идеяһын тормошҡа ашырғы килде. Һәм бына, Исламбай ауылы ҡыҙы Әнүзә Ғәлимйән ҡыҙының ярҙамы менән, хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Әлбиттә, йыйынтыҡтың тап Әҙәбиәт йылында донъя күреүе – икеләтә ҡыуаныслы хәл».
Айһылыу Рәжәп ҡыҙы ла был шатлыҡты ихлас күңелдән уртаҡлашты:
– Беҙ әҙәбиәткә күмәк килгәс, гел дә шулай булыр төҫлө ине. Әммә донъяларҙың буталсыҡлығы арҡаһындамы, башҡа сәбәптәргә бәйлеме, беҙҙән һуң бер кем булманы тиерлек, тотош бер быуын өҙөлөп ҡалды. Шул турала уйлап, ныҡ бошона инек. Ләкин ижадҡа дәррәү тотонған ошо балаларҙы күреп, күңел һөйөндө – өҙөлгән сылбырҙы ялғаны улар. Тимәк, милли әҙәбиәттең киләсәге бар, ул – ошо балалар йөҙөндә!
Эйе, һәләтле балаларыбыҙ булғанда, әҙәбиәттең генә түгел, милләттең дә киләсәге бар. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Булат улы әйтмешләй, бөгөн мәктәптәрҙең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә мотлаҡ халҡыбыҙҙың ғорурлығына әйләнер, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр – форум уларға этәргес көс бирәсәк.
Сара йыл да ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, бер тында үтә. Ойоштороу­сылар – райондың мәғариф бүлеге – был йәһәттән бер ваҡытта ла һынатмай. Форум шулай күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Танһыҡ та ҡанмай ҡалды. Әлдә быйылдың киләһе йылы бар, ә иң мөһиме, үҫеп килеүсе һәләтле алмаш бар. «Йәшел ут» уларға!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға