17.04.2015 Баланы сабый саҡтан тәрбиәлә
Тормош...
Тормош юлдары бик ҡатмарлы, төрлө ваҡиғалар була. Бала әсеһен дә, сөсөһөн дә күреп үҫә. Төрлө-төрлө шатлыҡлы, онотолмаҫ хәтирәләр аҫтында ул үҙенә фәһем алып, тормош мәғәнәһен аңлай. Сабый саҡтан уҡ тәрбиәле, итәғәтле, тәртипле, аҡыллы, ололарҙы хөрмәт итеп, тормоштоң ҡәҙерен белеп, үҙенең үткәндәрен, шәжәрәһен онотмай, дөрөҫ юл табып йәшәргә тейеш.
Ғаилә...
Ғаилә – ул үҙе бер бәхет, шатлыҡ. Үкенескә күрә, кемгәлер ошо һүҙҙең төп өлөшөнә төшөнөргә яҙмаған. Төрлө ғаиләләр бар, баланың уларҙың ниндәйендә тәрбиәләнгәнен күп ерҙә белеп була.
Ғаиләләрҙең тарҡалыуын да күҙәтергә мөмкин. Беренсенән, уларҙың балалары ата-әсәнең береһенең наҙынан мәхрүм ҡала. Икенсенән, эскелек иң ҙур проблема булып тора. Был мәсьәлә әлеге ваҡытта ла бик актуаль. Өйҙәрендә балаларының шатлыҡтарын, изгелеген күреп ултырмай, ата-әсәләр урам буйында йәки башҡа ерҙәрҙә күңел аса. Ә ул-ҡыҙҙары өйҙәрендә ас, ҡышҡы һыуыҡта өшөп ултыра. Ата-әсәләр араҡы урынына балаларына берәй тәм-том алһын ине.
Ғүмер...
Ғүмер – бер генә, беҙ уның ҡәҙерен белеп йәшәргә тейешбеҙ. Ул аҡҡан һыу һымаҡ уҙа ла китә. Тормошта төрлө хәл була: кемдер үҙ-үҙенә ҡул һала, кемдер аварияға эләгә, кемдер бәлә-ҡазаға тарып, мәрхүм була. Бының бөтәһен дә Аллаһы Тәғәлә маңлайҙарыбыҙға яҙған, беҙ генә уны уҡый алмайбыҙ. Шуның өсөн йәштәргә аҡыллы булып, атай-әсәйҙәребеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешеп, матур балалар үҫтерергә яҙһын.
Мәңге йәшәр башҡорт телем
Мин башҡортмон.
Саф башҡортса
Һөйләшәмен атай менән,
Әсәйем дә наҙлап һөйә,
Баштан һыйпап, ошо телдә.
Ихатала – саптар атым,
Йылы һөтлө һәүкәшкәйем,
Ҡаңғылдашҡан ап-аҡ ҡаҙҙар,
Аҡтүшкәйем-тиңдәшкәйем,
“Флорид”, – тип һәр ваҡытта
Тик башҡортса өндәшәләр.
Дуҫтарым да минең менән
“Һаумы!” – тип күрешәләр.
Күк йөҙөндә көндөҙ ҡояш,
Ә төндәрен – шат йондоҙҙар,
Сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмә
Үҙ телемдә серләшәләр,
Нур һибәләр, күҙ ҡыҫалар,
Минең менән шаяралар,
“Әйҙә, бергә уйнайыҡ”, – тип
Шаян ҡыҙҙай һүҙ ҡушалар.
Һаҡҡа баҫҡан ҡарағайҙар,
Зәңгәр күҙле сәскәләр ҙә,
Толпарымды урап аҡҡан
Таҙа һыулы Еҙем йылға,
Тарихҡа бай мәғрур тауҙар,
Саф күңелле ауылдаштар
Минең менән һәр ваҡытта
Һөйләшәләр тик башҡортса.
Мин ғорурмын: үҙ телемдә
Гимназиям бирә белем.
Аңлап үҫәм бер телдән дә
Кәм түгелен туған телем.
Башҡортостан йәшәй икән,
Йәшәй икән Урал илем,
Ағиҙелем аға икән,
Мәңге йәшәр әсә телем –
Һандуғас тел – башҡорт теле.
Флорид ФӘТХЕТДИНОВ,
Ғафури районының Красноусол ауылы мәктәбенең
11-се класс уҡыусыһы.