10.04.2015 Башҡортлоҡтан оялма
Ләйсән Юлай ҡыҙы Нәҙерғолова булам. Ләйсән ямғыры яуған мәлдә, 1999 йылдың 5 майында, хозур тәбиғәтле Йылайыр районының Юлдыбай ауылында донъяға килгәнмен. Әле 10-сы класс уҡыусыһымын. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашам. Шулай уҡ бәләкәйҙән бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Буш ваҡытымда шиғыр яҙырға, китап уҡырға яратам. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙға кәрәкле кеше булырға хыялланам.
Һүҙемде яңыраҡ Өфөлә ижади һәләтле уҡыусылар өсөн үткәрелгән "Илһам" семинары тураһында һөйләүҙән башлайым. Унда яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу үткәрелде. Улар беҙгә башҡорт теленең нескәлектәрен аңлатты, ижад итеү серҙәрен төшөндөрҙө. Ошо саранан һуң башҡорт әҙәби теленең матурлығын нығыраҡ аңланым. Ысынлап та, телебеҙ бик матур. Уның аша бүтән телдәрҙе өйрәнәбеҙ, көн дә ҡулланабыҙ. Шуға ла телдең ҡәҙерен, бәҫен һаҡларға тейешбеҙ. Ләкин дәрәжәле, вазифалы апай-ағайҙар, йәштәр, башҡорт була тороп, бер-береһе менән русса һөйләшә. Телде боҙорға ярамай.
Беҙҙең шағирҙарыбыҙ башҡорт теле тураһында ниндәй генә шиғыр яҙмаған. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева һәм башҡаларҙың ижады бар донъяға танылған.
Телде юғалтмаҫ өсөн үҙебеҙгә күберәк башҡортса аралашырға, яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк. Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән ораны бөтәбеҙгә лә таныш. Ул да, илем, телем, тип янып йөрөгән, уҡырға, наҙанлыҡты бөтөрөргә өндәгән.
Телгә битарафлыҡ моңһоҙлоҡҡа, ғәмһеҙлеккә килтерә. Хәҙер уҡыусылар интернеттан әҙер мәғлүмәттәрҙе файҙалана, китап уҡыу хаҡында уйлап та ҡарамай. Мәғәнәһеҙ уйындар менән ваҡыттарын бушҡа үткәрәләр, дәрес әҙерләмәйҙәр, насар ғәҙәттәргә биреләләр. Шунан бала менән ата-әсә араһында мөнәсәбәт боҙола. Был инде балаларҙың күңеленә туған тел аша башҡорт рухын һеңдермәүҙән киләлер, тип уйлайым.
Уҡыусылар башҡорт телле, рухлы булып үҫһен өсөн мәктәптәрҙә әҙәби сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Яҙыусылар ауыл ерендә бик һирәк ҡунаҡ. Улар йышыраҡ килһен, гәзит-журналда йәштәрҙең әҫәрҙәренә күберәк урын бирелһен ине. Шулай уҡ йәштәрҙе, уҡыусыларҙы китапханаларға йәлеп итергә, күмәкләп әҙәби уҡыуҙар үткәрергә кәрәктер, тип уйлайым.
Ошо йәһәттән уҡыусыларға, бер ҡасан да үҙегеҙҙе кәмһетмәгеҙ, башҡорт булыуығыҙҙы, телегеҙҙе онотмағыҙ, тип әйтер инем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе бөтә яҡтан күрһәтегеҙ, һынап ҡарағыҙ. Үҙ ерегеҙҙә башығыҙҙы күтәреп ғорур атлағыҙ, башҡорт булыуығыҙҙы күрhәтегеҙ!
Ләйсән НӘҘЕРҒОЛОВА.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.