10.04.2015 Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған Мәҡсүт Юнысов батша Петр Беренсенең дипкурьеры булған
Кешеләрҙе һәләттәре буйынса шартлы рәүештә ике төркөмгә – һүҙ менән эш итеүселәргә һәм һан менән эш итеүселәргә бүлергә була. Әммә бик һирәк был ике төшөнсә менән берҙәй оҫта эш иткән кешеләр ҙә осрай. Шундай лирик та, физик та булғандарҙың береһе ул – физика-математика фәндәре докторы, БДУ профессоры, атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхтәр Ғайсин. Теүәл фәндәр буйынса билдәле ғалим һуңғы йылдарҙа үҙен тарих һәм тыуған крайҙы өйрәнеү өлкәһендә етди эҙләнеүҙәр авторы булараҡ та танытты. Тәүҙә тыуған ауылы Ҡырҙастың (Әбйәлил районы) тарихына арналған “Максют Юнусов и его потомки” тигән китабы донъя күргәйне. Һәм бына “Ғилем” нәшриәтендә ошо теманы Рәсәй һәм Урта Азия мөнәсәбәттәренә бәйләп тәрәндән өйрәнгән “Посол белого падишаха” исемле икенсе китабы сыҡты. Ошо уңайҙан Әбйәлил район музейында директоры Р. Лотфуллина һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ф. Сафина китаптың исем туйын үткәрҙе. Унда район етәкселеге, Ҡырҙас һәм Буранғол биләмәләре вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, билдәле яҡташыбыҙ Зөһрә Фәйзуллина, авторҙың ғаиләһе, әсәһе, туғандары һәм ауылдаштары ҡатнашты.
Әхтәр Мәғәз улының был тема менән ҡыҙыҡһыныуы ауылдың тарихы, шәжәрәһен өйрәнеүҙән, атаһының ағаһы Әхмәди Ғайсин һөйләгән иҫтәлектәрҙән башлана. Бөгөнгө Ҡырҙас (элекке Ҡырҙас Түңгәүере) халҡының төп өлөшө – китап геройы Мәҡсүт Юнысовтың Рәхмәтулла, Әбәйтулла һәм Әбүлфәиз исемле улдарынан таралған нәҫелдәр. Мәҡсүт үҙе иһә, ололар авторға һөйләүе буйынса, өс йөҙ йыл самаһы элек ун ете-ун һигеҙенсе быуаттарҙа Ҡазан ханлығынан килеп, Ҡырҙасҡа нигеҙ һалған Юныс ахундың улы. Әхмәди апа Әхтәр ағайға Мәҡсүттең Петр Беренсегә барыуы, уның улы Австрияла әсирлектә тотолоуын әйтеүе һәм бының өсөн батшанан ергә грамота алыуы тураһында ҡыҙыҡлы хикәйәт һөйләй. Бер уйлаһаң, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр кеүек. Әммә Әхмәди апаның боронғо шәжәрәне һаҡлауы, ата-бабаларының тарихын яҡшы белеүе математикты был хәлдең мөмкин булыуына ышандыра һәм тарих өлкәһендә эҙләнеүҙәргә этәрә. Рәсәй империяһының тышҡы сәйәсәте архивында (АВПРИ) элек Санкт-Петербургтағы Сит ил эштәре коллегияһында һаҡланған документтарҙы, Мәҡсүт Юнысовтың үҙ ҡулдары менән яҙған хаттарын, донесениеларын, батшаға прошениеларын өйрәнеү яҡташыбыҙға, бер яҡтан, боронғо ғалимдар Ш. Мәржәни һәм Р. Фәхретдинов хеҙмәттәрендә телгә алынған Ҡазан өйәҙе Оро ауылынан беҙҙең тарафтарға күсенгән Юныс ахун һәм уның улы – сауҙа эштәре менән бер рәттән, Рәсәй батшалығы тарафынан Бохара ханлығына илсе итеп ебәрелгән Флорио Беневениның Амремзей (рус.) ҡушаматлы дипломатик курьеры Мәҡсүт мулла Юнысов һәм, икенсе яҡтан, Ҡырҙас шәжәрәләрендә һәм Әхмәди апаһының хикәйәттәрендә телгә алынған Мәҡсүт һәм уның атаһы Юныс ахун араһында бик күп уртаҡлыҡ табырға мөмкинлек бирә. Автор Ҡырҙас Мәҡсүтенең Петр батшаның Урта Азиялағы 1722 – 1725 йылдарҙағы сәйәсәтендә ҡатнашҡан әлеге курьер һәм сауҙа кешеһе булыуын архив документтары аша иҫбатлай алған. Дипкурьерҙың хаттарының береһендә Рәхмәт исемле улын телгә алыуы Әхтәр Мәғәз улында дөрөҫ юлдан барыуына шик ҡалдырмай. Сөнки Ҡырҙастың шәжәрәһендә лә Мәҡсүттең бер улы Рәхмәтулла булыуы күрһәтелгән. Ошо факт асыҡланғандан һуң архив етәкселеге яҡташыбыҙға документтарҙы төплөрәк өйрәнеүгә рөхсәт бирә. Шуның һөҙөмтәһе булып китаптың бер бүлегендә Мәҡсүт Юнысовтың 1723 йылда Бохаранан Мәскәүгә Ф. Беневениның реляцияһын алып килеүе, император указы менән яңынан Бохараға ебәрелеүе, уның Рәсәй-ҡарағалпаҡ дипломатик һөйләшеүҙәрендә ҡатнашыуы тураһында һәм башҡа бик күп документ текстары килтерелгән. Уларҙың күбеһендә, шулай уҡ Беневениның реляцияларында Өфө өйәҙе, бер нисәһендә Нуғай юлы Түңгәүер ырыуы башҡорто Мәҡсүт Юнысов тураһында яҙылған юлдар осрай. Бына бер миҫал. 1725 йылдың февралендә Бохаранан Персияға китергә маташҡан Рәсәй илсеһен төркмәндәр саҡ үлтермәй, һәм ул кире боролорға мәжбүр була. Уны аҡ батша илсеһе Мәҡсүт ваҡытында алып килеп өлгөрткән указ ғына ҡотҡарып ҡала – Флорио өсөн Рәсәй баш ҡалаһына Хива ханлығы аша кире әйләнеп ҡайтыу юлы асыла: “А по возвращению на третий день нещастливая моя езда обратилась в щастливое возвращение, ибо через упомянутого мной башкирца сподобился императорский указ получить”, – тип яҙа ул. Авторға эҙләнеүҙәрҙә ярҙам итеүсе архив хеҙмәткәре Светлана Турилова: “Легендар олатайығыҙ ҡыйыу, үткер кеше булған, күп сәйәхәт иткән. Мәҡсүт – ысын разведчик!” – тип һоҡланыуын белдерә.
Китапта Әхтәр Ғайсин, Мәҡсүт Юнысовтың 1729 йылға тиклем биографияһы (артабан яҙмышы билдәһеҙ) тураһында тулы мәғлүмәт килтереүҙән тыш, Түңгәүер ырыуының Ҡырҙас ауылы тарихына, шәжәрәһенә, Юныс ахундың, уның улдары-ейәндәренең, Флорио Беневениның һәм башҡа тарихи шәхестәрҙең тормош юлына, аҡ батшаның шул осорҙағы тышҡы сәйәсәтенә, Рәсәйҙең Урта Азиялағы сауҙа, дипломатия һәм, ғөмүмән, тышҡы разведка тарихына байҡау яһай. Минеңсә, “Посол белого падишаха” – әлегә районыбыҙҙың ауылдары тарихы буйынса фәнни күҙлектән иң тәрән һәм ҡыҙыҡлы әҫәр. Китап туйында сығыш яһаусылар ҙа бындай сифатлы һәм тос хеҙмәттең район тарафынан лайыҡлы баһаланырға тейешлегенә баҫым яһаны.
Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.