«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шәхестәребеҙ менән бәхетлебеҙ



03.04.2015 Шәхестәребеҙ менән бәхетлебеҙ

Шәхестәребеҙ менән бәхетлебеҙТатарстандың Халыҡтар дуҫлығы китапханаһында Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, мәшһүр йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап иҫкә алыу кисәһе үткәрҙек.

Мәшһүр йырсыға арнап әҙерләгән йырлы-шиғырлы кисә башҡорт халҡының боронғо “Уралым” йыры менән асылды.
Ниндәй генә хәлдә лә ул
башҡорт
Йырҙан башҡа һис көн
итмәгән.
Аш ҡайғыһы юҡ, тип
әйткәндә лә,
Йыр ҡайғыһы юҡ, тип
әйтмәгән.
Яңғыраһа “Урал” йәки
“Сибай”,
Таш та хатта ғәмһеҙ
ҡалмаҫтыр.
Халҡым рухын ерҙә һис бер
кем дә
Шул йырҙарһыҙ аңлай
алмаҫтыр.
Һәр халыҡ үҙ сәнғәтенең асылын билдәләүсе һыҙаттары, шул һыҙаттарҙы бал­ҡытыусы таланттары менән дә бәхетле. Мәғәфүр Хисмәтуллин да шундай шәхестәрҙең береһе.
Кисә барышында “Мә­ғәфүр Хисмәтуллин: тормошо һәм ижады” тип аталған китап буйынса әҙерләнгән слайд-презентация тәҡдим ителде. Йырсының репертуарынан “Һандуғас”, “Аза­мат”, “Әсәйемә хат”, “Арты­лыш”, “Һыу буйлап”, “Һинең өсөн” кеүек моңло йырҙарҙы тыңланыҡ. Мә­ғәфүр ағайҙың сихри көскә эйә булған үтә лә һағышлы, тетрәндергес тауышы күңел ҡылдарын тибрәтте.
Кисәнең иң матур мәле тамашасыларға экран аша “Салауат Юлаев” операһынан йырсы башҡарыуында “Салауат” арияһын күрһәтеү булғандыр.
Артабан башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ты­уыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторолған китап күргәҙмәһенә күҙәтеү яһалды. Бөйөк шағирҙың шиғыр­ҙарын, поэмаларын уҡыныҡ. Кисә “Ватандаш”, “Баш­ҡортостан ҡыҙы”, “Йәшлек” баҫмаларына күҙәтеү менән тамамланды.

Әлфирә ӘҒЗӘМОВА.

Татарстан Республикаһы,
Бөгөлмә ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға