«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!



27.03.2015 Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!

КонкурсҒүмер бер генә... Шулай тип атағайны үҙенең иң күренекле әҫәрҙәренең береһен яҡташым Динис ағай Бүләков. Ул үҙенең бик ҡыҫҡа ғүмерен лайыҡлы үтте: халҡым, илем, телем, тип янды, ер-һыуыбыҙҙы яттарға бирмәҫкә һәм уны һаҡларға саҡырҙы. Мин ошо данлы шәхес­тең исемен йөрөткән мәктәпте тамамлау алдындамын. Беренсе кластан бирле «Нөгөш ынйылары» исемле фольклор төркөмөндә шөғөлләнәм. Йыр­лайым, бейейем, шиғырҙар яҙам, нәҫерҙәр ижад итәм. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләрем баҫылып тора.
Эйе, ғүмер бер генә. Яҙыусы аманатын беҙ бөгөн һаҡлайбыҙмы һуң? Иҫ киткес ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Мине, үҙ заманымдың йәш кешеһен, әлбиттә, тиҫтерҙәргә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой. Һәр милләттең үҙ теле, тарихы, ғөрөф-ғәҙәте, мәҙәниәте бар. Тап шулар халыҡты халыҡ итә. Беҙҙең Мәләүез районында ҡаланың һәм ауылдың күренекле кешеләре, тарихы тураһында матур мәҡәләләр баҫтырған, иҫ киткес бай йөкмәткеле Көнгәк тауы исемен йөрөткән гәзит сыға. 25 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән районда уның тиражы ни бары 764 дана ғына! Был бит шундай ҡатмарлы, хәл итә алмаҫлыҡ проблема ла түгел. Иң ҡыҙғанысы шул. Яҡташтарым сит ил автомобилдәре, мебель, кейем-һалым, гаджеттар алырға аҡса таба. Араҡы, һыра, ҡиммәтле тәмәке тураһында әйтеп тә тормайым. Ошондай яҙмыш республикала башҡорт телендә сыҡҡан бар гәзит-журналды ла урап үтмәй. Йыл һайын райондар, ауылдар буйлап халыҡты матбуғатҡа яҙылырға өгөтләгән шағир-яҙыусыларыбыҙҙы, журналистарыбыҙҙы күреү оят та, йәл дә.
Кем ғәйепле? Ни өсөн үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларға шул тиклем битарафбыҙ? Минең уйлауымса, телгә, тыуған ергә, үҙ халҡыңа һөйөү һәм ихтирам тик ғаиләнән башлана. Әгәр сабый бишектән үк туған телдә йыр-моң, матур һүҙҙәр ишетеп үҫә икән, ул үҙ теленең гүзәллеген ғүмерлеккә аңына һеңдерә. Ул бер ваҡытта ла шундай моңло «әсәй», «атай» , «өләсәй», «олатай» һүҙҙәрен «пап», «мам», «дед», «ба» һүҙҙәренә алмаштырмаясаҡ. Тап ошондай ғаиләләрҙә талантлы, рухлы ул-ҡыҙҙар үҫә лә инде. Ләкин минең тиҫтерҙәрем, замананың башҡорт егет-ҡыҙҙары араһында ошондай ғаиләләр күп булырмы икән? Дискотекаларҙа ҡулдарынан һыра шешәһе һәм тәмәке төшөрмәгән, үҙ-ара русса аралашҡан, өйләнешкәндә сит милләткә өҫтөнлөк биргән башҡорт йәштәре күңелде әрнетә. Тирә-яҡ ауылдарҙа ғына күпме матур, аҡыллы башҡорт ҡыҙы үҙ тиңен таба алмай, кейәүгә сыҡмай. Ә бит тик улар ғына башҡорт милләтен һаҡлап ҡала ала. Быйылғы «Йәшлек» биттәрендә «Башҡорт ҡатыны – милләт әсәһе» тигән республика конкурсы мәҡәләләре ошо проблеманы хәл итеүгә лә бағышланғандыр, моғайын.
Эй, башҡорт егеттәре, һеҙ ҡайҙа? Ниңә һеҙ үҙегеҙҙең аҡыллы ла, тыйнаҡ та, гүзәл дә башҡорт ҡыҙҙарын күрмәйһегеҙ? Шағир әйтмешләй, беҙ шундайбыҙ:
Урам буйлап ике егет килә,
Ишетелеп ҡала һүҙҙәре:
Башҡорт ҡыҙҙары бик матур ҙа ул,
Үтә эре тота үҙҙәрен.

«Эре тота». Инде нисә тапҡыр
Егеттәрҙән быны ишетәм.
Нишләйһең бит, бындай ғорурлыҡты
Әсә тәрбиәләй бишектән.

Сәнскеле һүҙ, үткер ҡараш беҙҙә,
Саҡырмайбыҙ, ситкә ҡыуабыҙ.
Эстән янһаҡ та беҙ, һиҙҙермәйбеҙ,
Хур ҡыҙҙары кеүек уҙабыҙ.

Буйы етмәгәндәр, үрелмәгеҙ –
Беҙҙең йөрәк ғорур ҡаялай.
Белегеҙ һеҙ, бейек ҡаяларға
Тик бөркөттәр генә оялай!
Беҙ ошо бейек ҡаяларға осоп ҡунырҙай бөркөттәрҙе эҙләйбеҙ һәм көтәбеҙ. Ә шундай булыу һеҙгә ауырмы ни? Булат Солтангәрәев кеүек егеттәр беҙҙең арала етерлек бит. Әйҙәгеҙ, егеттәр, шундайҙар рәтенә баҫайыҡ, уларҙан үрнәк алайыҡ. Мин башҡортомдоң килә­сәгенә ышанам, ә ул – һеҙҙең ҡулда. Шуны онотмағыҙ.
Тиңдәштәремә кәңәшем шул: ил, тел, халыҡ ғәме менән янайыҡ, би­тарафлыҡтан ҡотолайыҡ, бер-бере­беҙ­ҙе табайыҡ, ла­йыҡлы булып үҫәйек һәм йәшәйек! Ба­рыһы ла беҙҙең ҡулда. Тормошта хәл итә алмаҫлыҡ проблемалар юҡ.
Ғүмер бер генә... Шуны һәр ваҡыт иҫтә тотоп, юғары белем алырға, илгә кәрәкле ул-ҡыҙҙар булырға ынтылайыҡ.
Башҡорт ҡыҙы! Һин ғорур ҡал шулай!
Һиңә ҡарап барыһы һоҡланһын.
Күҙҙәреңдә бөтмәҫ һөйөү нуры,
Тоғролоғоң мәңге һаҡланһын.

Рәйлә ХӨСӘЙЕНОВА,
Мәләүез районының Смаҡ ауылындағы
Динис Бүләков исемендәге мәктәптең
11-се класс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға