20.03.2015 Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләй
Минең өсөн китап хаҡһыҙ һәм төпһөҙ белем ҡаҙнаһы булып тора. Ул, кешегә белем һәм аҡыл биреүҙән тыш, эске донъябыҙҙы байыта, рух-аңыбыҙ ҡеүәтен арттыра. Китап аша тарихҡа байҡау яһайбыҙ, үткәндәр менән яҡындан танышабыҙ, кәрәкле мәғлүмәт алабыҙ.
Яратып, фәһем алып уҡыған әҫәрҙәремдең береһе – Ғәлимов Сәләмдең “Бала” поэмаһы. Автор ҡуҙғатҡан проблема бөгөн дә актуаль яңғырай. Геройҙарҙың ғаиләгә ҡарашы, бала тыуыу-тыумауы поэмала төп урын алып тора. Яҙыусы ошо әҫәре аша беҙҙе, үҫеп килгән йәш быуынды, ошо сетерекле тема тураһында уйланырға, йәштәрҙе яҙмыштарында төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар яһамаҫҡа саҡыра. Поэма йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биргән әҙәбиәтебеҙҙең сағыу билдәһе тип әйтергә мөмкин!
Беҙ бит ерҙә ҡунаҡ ҡына. Йәшәр өсөн, матур тормош көтөр өсөн тыуғанбыҙ. Ғүмер сикле, Хоҙай бүләге – фани донъяға килеү һәр кешегә лә тик бер тапҡыр ғына бирелә. Ошо арауыҡты әхлаҡи һәм мәҙәни үҫешкән шәхестәр булып үткәрһәк ине. Әммә күптәр уйланмаған аҙымдар яһай, ярамаған ҡылыҡтар аҙым һайын. Үҫмерлек осорон ауыр кисергән тиңдәштәремдең яҙмышын ҡарайым да, ошо ваҡытта ҡулдарында китап булһа, моғайын, күптәренең киләсәккә ҡарашы үҙгәрер ине, тип уйлайым. Шулар араһында иптәш ҡыҙым да бар ине. Ине, тип әйтәм, сөнки, яҙыҡ юлға баҫып, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итте, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ә уны иркәләп үҫтергән, бер ваҡытта ла ҡағып-һуҡмаған ата-әсәһенең һыҙланыуын күрергә яҙмаһын. Хәйер, баланың шундай булып китеүендә кем ғәйепле һуң? Моғайын, үҙе генә түгелдер, ваҡытында уның эске донъяһын аңламаған яҡын кешеләренең дә хатаһы бар, тигән фекерҙәмен.
Шунлыҡтан ата-әсәләрҙе бала яҙмышына битараф булмаҫҡа саҡырам. Уйланығыҙ, йәмәғәт, был турала, зинһар өсөн, уйланығыҙ. Ә һеҙ, тиңдәштәрем, киләсәк тураһында хәстәрләп, ата-әсәгеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәһәгеҙ, ҡайһылай арыу булыр ине.
Әленән-әле өләсәйемдең: “Беҙ был донъяға ҡунаҡҡа ғына килгәнбеҙ”, – тигән һүҙҙәре хәтергә төшә. Уның аҡыллы кәңәштәренә һаман да мохтажмын. Ул миңә бала саҡтан матур-матур әкиәттәр һөйләп, моңло йырҙар көйләп, әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятты. Шуға ла, рус мәктәбендә уҡыһам да, башҡорт әҙәбиәтенә битараф ҡалғаным булманы. Ғөмүмән, әҙәбиәт тәрбиәләй, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, тигән фекерҙәмен. Уҡып, белем алып, ғүмерҙе матур итеп үткәреүгә ни етә?!
Алина АБДУЛЛИНА,
11-се мәктәптең
11-се класс уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы.