«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урал аръяғының үҫеш йүнәлештәре билдәләнде



30.11.2010 Урал аръяғының үҫеш йүнәлештәре билдәләнде

Сибайҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендә Урал аръяғы райондарын комплекслы үҫтереү планын эшкәртеү буйынса эшсе төркөмдөң киң форматта күсмә ултырышы үтте.
Унда комплекслы үҫеш планы проектында эшсе төркөм биргән тәҡдимдәрҙе ҡарап, ултырыш етәксеһе был райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешендә һаҡланып килгән кире динамиканы күрһәтеп үтте. Тәҡдим ителгән проекттар өҫтөндә ентекле эшләүгә, уларҙы нигеҙләүгә, йоғонтоло инвестиция, бюджет һәм финанс мәсьәләләрен индереүгә айырым иғтибар бүленде. Инвесторҙар, федераль үҙәк менән эшләү алымдарын үҙгәртергә, көтөп ултырмаҫҡа, халыҡтың иҡтисади әүҙемлеген күтәрергә, сит ил һәм төбәктәр тәжрибәләрен өйрәнергә, Урал аръяғының үҫеш перспективаларын эшләргә ҡушылды. Дискуссия барышында был райондарҙың үҫеш потенциалын атҡарыу принциптары һәм өҫтөнлөктәре билдәләнде. Иң тәүгеһе – ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу, төҫлө металлургияның байыҡтырыу предприятиелары ҡалдыҡтарын эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү. Икенсенән, игенселек, малсылыҡ, шул иҫәптән йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡты, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе үҫтереү. Киләһе йүнәлеш – ағас эшкәртеү, төҙөлөш панелдәрен һәм плиталарын сығарыу. Шулай уҡ машиналар эшләү, туризм һәм рекреация өлкәһендәге сараларҙы бойомға ашырыу, транспорт инфраструктураһын үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктең төп иҡтисади проблемалары тураһында һүҙ алып барҙы. Атап әйткәндә, ағас эшкәртеү тармағының ҡәнәғәтләнерлек булмауы. Машина-технологик станцияларҙы үҙгәртеп ҡороу, субсидия төрөндәге дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре айырым ҡыҙыҡһыныу уятты. Банкыларҙы йәлеп итеү, ер-ипотека бәйләнешен үҫтереү мәсьәләләре лә тикшерелде. Урындағы берләшкән ойошмалар планын эшләүгә һәм йоғонтоло кире бәйләнеш булдырыу өсөн интернет селтәрендә Урал аръяғы райондарының иҡтисади проблемаларын бергәләп тикшереүгә һәм уны үҫтереү планын артабан бойомға ашырыуға арналған блог ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға