13.03.2015 Яҡташтар тәүге юбилейға йыйыласаҡ
15 мартта Мәскәүҙең “Арбат” мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә БР-ҙың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, йырсы Радик Юлъяҡшин һәм “Заман” этно-проекты сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Хәбир Сөләймәновтың “Башгизхан” китабының исем туйы үтәсәк. “Мираҫ” фонды конкурсы еңеүселәрен – фән, йәмәғәт эшмәкәрлеге, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә уңыш яулаған 11 студентты бүләкләү тантанаһы ла ҡаралған. Байрамға Рәсәй һәм Башҡортостандың билдәле сәйәси, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Юбилей кисәһе көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла башлана.
Ә бөгөн Санкт-Петербургта башҡорт мәҙәниәтенә бәйле ике ҙур сара ойошторола. “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһының 5 йыллыҡ юбилейына арналған байрам концерты була. Тамашасыларға Санкт-Петербургтың милли ижади коллективтары сығышы, башҡорт музыкаһы, халыҡ бейеүҙәре тәҡдим ителә.
Был көндө “Колизей” концерт залында (Нева проспекты, 100) “Питер буйлары” милли-мәҙәни үҙәге башҡорт һәм татар эстрадаһы башҡарыусыларының гала-концертында республиканың Ғафури районы вәкилдәре сығыш яһай. Концерт залы фойеһында Башҡортостандан килтерелгән сувенирҙар һәм аҙыҡ-түлек күргәҙмә-йәрминкәһе лә үтә.