«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Көндәр ҡапыл һыуытасаҡ



30.11.2010 Көндәр ҡапыл һыуытасаҡ

Шишәмбелә, йәғни бөгөн Башҡортостан территорияһына әүҙем көньяҡ циклон килеп етә. Көндөҙ көн торошо ҡырҡа насараясаҡ. Был турала Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығынан («Башгидромет») хәбәр иттеләр.
Республика райондарының күбеһендә көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 22 – 27 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙы ҡар һырыуы ихтимал. Синоптиктар фекеренсә, был күренештәр 1 декабрҙә лә һаҡланасаҡ, атмосфера баҫымы күтәреләсәк.
Бынан тыш, Башҡортостанды һыуыҡ тулҡын ҡаплап аласаҡ. 30 ноябрҙән 1 декабргә ҡарата төндә һауа температураһы төндә – 15 – 20 градус, аяҙытҡанда 25 гра­дус­ҡа тиклем түбәнәйәсәк. Көндөҙ нулдән түбән – ике-ете градус буласаҡ. 1 декабрҙән 2-һенә ҡарата төндә 20 – 25 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.
Иң һыуыҡ төн 3 декабрҙә көтөлә, термометр бағанаһы – 25 – 30 градус һыуыҡҡа, айырым райондарҙа 35 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә һауа температураһы яңынан күтәрелә башлаясаҡ.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға