«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шәжәрәне юллап, Ейәнсура буйлап



27.02.2015 Шәжәрәне юллап, Ейәнсура буйлап

Шәжәрәне юллап, Ейәнсура буйлапТамырҙарым Бикбау бейгә барып тоташыуын белеү күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Шәжәрәгә таянып һәм олатайым Шәйәхмәт мулланың һөйләүе буйынса ла, әсәйем яғынан ун ике быуынға тиклемге ата-бабаларымды белә инем. Тыуған ауылыма нигеҙ һалыусы Батырҙың (хәҙерге Федоровка районында урынлашҡан) Юлдаш ауылынан (Мәләүез районы) күсенеп килеүе лә яҡшы мәғлүм булды. Ә бына атайым яғынан иһә шәжәрәм бишенсе быуынға етеү менән туҡтап ҡала ине. Денистан Батыр ауылына мулла итеп саҡырып килтерелгән бер туған Мөхәмәтша һәм Ғәйнетдин Хәлитовтарҙың сығышы менән ҡайҙан һәм кем балалары булыуы билдәһеҙ ҡалды. Улар Ҡазандан ебәрелгән икән, тип һөйләйҙәр ине. Күптән түгел генә ҡулыма килеп эләккән ҡағыҙ ба­рыһына ла асыҡлыҡ индерҙе. Башҡортостандың Үҙәк архивында һаҡланған был документ «10-сы кантон башҡорто Мөхәмәтша Хәлитовты Батыр ауылы иҫәбенә индереү тураһында» тип атала. Унда үрҙә аталған шәхестең Денистан Батырға күсенергә рөхсәт һорап Ырымбур хәрби губернаһына яҙған үтенесе, 41 кешенең исем-фамилияһы күрһәтелеп, ҡултамғалары ҡуйылған. Батыр­ҙарҙың бер туған Хәлитовтарҙы килтерергә ризалыҡтарын белдергән яҙма, шулай уҡ хәрби губернатор исеменә башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы яҙған рапорты урын алған. Улар 1847 – 1850 йылдарға ҡарай.

Бында Мөхәмәтша Хәлитовтың үтенеснамәһенән ҡыҫҡаса өҙөк килтереп китеү урынлылыр, моғайын:
«Атайым Хәлит Бикбов, миңә билдәһеҙ сәбәптәр менән, Ырымбур уезды Денис ауылына күсеп ултыр­ған һәм беҙ бер туған ҡустым Ғәйнетдин менән бәләкәйҙән ошо ауылда йәшәйбеҙ. Әммә 7 һәм 8-се ревизия буйынса 10-сы кантондың 10-сы тирмәһенә ҡараған Байыш ауылында теркәлгәнбеҙ. Денистан 300 саҡрымда ятҡан Байыш ауылына күсенеп китергә форсатыбыҙ булмағанлыҡтан, начальствоның, баш­ҡорттар ҡайҙа теркәлгән, шунда йәшәргә тейеш, тигән күрһәтмәһен үтәй алмайбыҙ. Шунлыҡтан 6 саҡрымдағы Батыр ауылына күсенергә рөхсәт һорайбыҙ. Унда туғандарыбыҙ ҙа йәшәй, шул уҡ ваҡытта Денис ауылы батырҙарҙың ерҙәрендә лә урынлашҡан. Байыш һәм Батыр башҡорттарынан рөхсәт алып, мине һәм ҡустым Ғәйнетдинде Батыр ауылына күсенергә һәм унда теркәлергә рөхсәт биреүегеҙҙе һорайым.

10-сы кантондың 10-сы тирмәһенә ҡараған Байыш ауылы башҡорто Мөхәмәтша Хәлитов. 16 июль, 1847 йыл».

Үтенеснамәлә Мөхәмәтша ата һәм Хәлит Бикбовтың Денис ауылына, үҙҙәренең Батырға мулла итеп саҡырылыуҙары сәбәпле, күсенергә теләүҙәрен күрһәтмәгән. Ҡарғалы­лағы мәҙрәсәне тамамлаған һәм заманына күрә бик тә уҡымышлы булған ата менән уландарын быны йәшереп ҡалыуы ул ваҡытта хәрби губернаторҙың муллаларға булған ҡарашына бәйлелер, тип фаразларға мөмкиндер.

Ҡулыма был документты алып, ҡарап сыҡҡас та, Байыш ауылын барып күреп, тамырҙарымды артабан да барлау теләге тыуҙы. Күп тә үтмәй, форсат та сыҡты. Сығышы менән Байыш ауылынан булып, әлеге көндә Са­лауат ҡалаһында йәшәгән билдәле ҡурайсы, композитор, шағир Иҙел Хәлимов тыуған яғында ижад кисәһе үткәрәсәген әйтеп, мине лә үҙе менән йөрөп ҡайтырға саҡырҙы.

Беҙҙе, йәғни бер төркөм ижад кешеһен Ейәнсура районы үҙә­ге Иҫәнғолда бик йы­лы ҡаршы алдылар. Сәфәребеҙ төбәктең иҡтисади хәле, мәҙәни тормошо менән танышыуҙан башланып китте.

Ейәнсураның төп иҡтисади тармағын малсылыҡ (бында һарыҡсылыҡ ныҡ үҫешкән) һәм махсуслашҡан ауыл хужалығы тәшкил итә. Игенселек тармағы ла ярайһы уҡ үҫеш алған. Мәҙәниәте һәм сәнғәтенә килгәндә инде, районда ха­лыҡтың төп көсө рухлы һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәле булыуында икәнен яҡшы аңлап, киң ҡолас йә­йеп эш итәләр. 439 ижади, халыҡ исемен йөрөткән һәм өлгөлө 15 коллективтың булыуы, Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә 350 бала йөрөүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Халыҡ менән тәүге осрашыу райондың үҙәк китапханаһында уҙҙы. Йыйылыусылар беҙ алып килгән йырлы, шиғырлы күстәнәстән ауыҙ итеп, үҙҙәре лә йырлап-бейеп, осрашыуҙы матур байрамға әүерелдерҙе.

Иҫәнғолдан йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байыш ауылына ҡараңғы төшкәс кенә барып еттек. Ауылдаш­тары талантлы яҡташтарының ижад кисәһен уҙғарыуға ныҡлы әҙерләнгәйне.

Әлбиттә, ки­леүемдең төп маҡсаты Хәлит Бикбов тураһында мәғлүмәт алыу ине. Бәхеткә күрә, Байыш ауыл хакимиәте башлығы, атаҡлы Ҡыуатовтар нәҫеленән булған Ришат Ҡыуатов шәжәрәләр төҙөү менән ҡыҙыҡһынған кеше булып сыҡты. Ул шунда уҡ Бикбовтарҙың ХIХ быуатта Байыш ауылында йәшәүен раҫлап, тамырҙарының туранан-тура Үҫәргән ырыуы башлығы Бикбау бейгә барып тоташыуы хаҡында һөйләне.

Мәғлүм булыуынса, Бикбау бей 1555 йылда Ҡыпсаҡ ырыуынан Ҡарағужаҡ бей, Бөрйәндән Илсекәй бей, Тамьян бейе Шәғәле Шаһман менән бергә Ҡазанға барып, Рус дәүләтенә ҡушылырға ризалыҡтарын белдереп, үҙҙәре биләгән ер-һыуҙарына аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаусы батша грамотаһы алып ҡайта. Бөгөнгө көндә Байышта Бикбов фамилияһы йөрөтөүселәр юҡ. Улар ни сәбәптәндер өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Сәғит ауылына күсенеп, шунда төпләнгән һәм әле лә атаҡлы олаталарының исеменә хыянат итмәй, Бикбов булып йөрөй. Шулай уҡ был фамилияны йөрөтөүселәр Әбүләйес ауылында ла байтаҡ. Улар ҙа сығышы менән Байыш ауылынан булырға тейеш, ти Ришат Рәшит улы. Уның һөйләгәндәрен тыңлағанда миндә лә ғорурлыҡ тойғоһо уянмай ҡалманы. Ни тиһәң дә, тамырҙарым нисәмә быуат, аша үтеп, исеме тарихта ҡалған халҡы күңелендә һаҡланған оло шәхескә барып тоташа бит!

Ваҡыт ҡыҫынҡы булыу сәбәпле, Сәғит ауылына барып, Бикбов фамилияһын йөрөтөүселәр менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп булманы. Был әҙме-күпме кәйефте ҡырҙы-ҡырыуын. Шулай ҙа тормош-көнкүрештәре хаҡында бер аҙ һорашып белештем. Элек был тирәләр, башлыса, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән «Ҡаҫмарт» совхозы биләмәләре булып һаналған. Хәҙер инде эре ауыл хужалығы предприятиелары юҡ. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрау, иген үҫтереү менән мәшғүл. Тирә-йүндә йүкә урманының күп булыуы умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.
Ҡунаҡсыл тамырҙаштарымдың йыр-моңон тыңлап, аш-һыуынан ауыҙ итеп, төн уртаһында ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Хушлашҡанда Ришат Рәшит улы Хәлит Бикбовтың айырым шәжәрәһен төҙөп, миңә ебәрергә вәғәҙә итеп ҡалды. Вәғәҙә үтәлер һәм Хәлитовтар ҙа байтаҡ быуынды барлаған төплө шәжәрәләре менән таныша алыр, тип уйлайым.

Мөҙәрис БАГАЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға