«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Байрамдар, иҫтәлекле даталар



30.01.2015 Байрамдар, иҫтәлекле даталар

Байрамдар

2 – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Сталинград эргәһендәге һуғышта еңеү көнө.
8 – Рәсәй фәне көнө.
– Аэрофлот көнө.
10 – Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
14 – Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.
15 – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.
21 – Халыҡ-ара туған тел көнө.
23 – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
25 – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.

Иҫтәлекле даталар

3 – Башҡортостан композиторҙар союзы ойошторолоуға – 75 йыл (1940).
10 – Ишембай ҡалаһына – 75 йыл (1940).
12 – «Йәншишмә» ( элекке «Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») гәзите сыға башлауға – 85 йыл (1930).
24 – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы сыға башлауға – 95 йыл (1920).

Юбилейҙар

1 – шағир Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1935 – 2010).
– яҙыусы, журналист Фәрзәнә АҠБУЛАТОВАҒА – 55 йәш (1960).
– Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Айрат Ҡобағошовҡа – 65 йәш (1950).
2 – БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Мө­хәммәт АРЫҪЛАНОВТЫҢ ты­уыуына – 105 йыл (1910 – 2001).
– БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәләф ИШМОРАТОВҠА – 55 йәш (1960).
3 – Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре докторы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мәжит НАРТАЙЛАКОВҠА – 55 йәш (1960).
5 – опера йырсыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир ҒӘЛИМОВТЫҢ тыуыуына – 110 йыл (1905 – 1996).
8 – педагогия фәндәре докторы, профессор, РФ юғары һөнәри биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы Хәмит БАЙМЫРҙИН­ҒА – 60 йәш (1950).
– БАССР-ҙың 1985 – 1988 йыл­дар­ҙағы мәғариф министры, педагогия фәндәре кандидаты, РФ һәм БР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВАҒА – 75 йәш (1940).
13 – БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Почет билдәһе, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордендары кавалеры, шағир Ҡадир ДАЯНДЫҢ тыуыуына – 105 йыл (1910 – 1975).
15 – йырсы, педагог, БАССР-ҙың ат­ҡаҙанған артисы Мәжит Алкинға – 75 йәш (1940).
18 – РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, бейеүсе Мөхәммәт ИҘРИСОВТЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1920 – 2012).
20 – яҙыусы, журналист, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр ТАПАҠОВҠА – 60 йәш (1955).
25 – уҡытыусылар династияһы баш­лығы, Ейәнсура районында мәғарифты ойоштороусылар­ҙың күренекле вәкиле Ғайса АҠМАНОВТЫҢ тыуыуына – 115 йыл (1900 – 1942).
26 – билдәле журналист, телевидение һәм радио отличнигы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәләх СУҠБАЕВҠА – 80 йәш (1935).
– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, Рәсәйҙең атҡа­ҙан­ған, Башҡор­тостандың халыҡ артисы Хәмит ЯРУЛЛИНҒА – 80 йәш (1935).
27 – яҙыусы, журналист Айҙар ХӨСӘЙЕНОВҠА – 50 йәш (1965).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға