«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Түрәгә килешә…



30.01.2015 Түрәгә килешә…

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты “Рәсәй почтаһы”ның самолет сәфәрҙәренә тотонған аҡсаһына хайран ҡалған. Баҡһаң, үткән йылдың ноябрендә чартер осошҡа дүрт миллион һум аҡса сарыф ителгән икән. Шуға Халыҡ фронты Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт иткән дә һорау биргән: был артығыраҡ түгелме ул, бөгөнгө хәлдән сығып ҡарағанда?
“Рәсәй почтаһы” етәкселеге, самолетты ҡуртымға алып, биш көнлөк командировкаға юллан­ған. Мәскәү – Воронеж – Дондағы Ростов – Ставрополь – Һамар – Түбәнге Новгород – Мәскәү маршруты буйынса һуҙылған эшлекле сәфәр 12 кеше өсөн (генераль директор, уның ете урынбаҫары, баш финанс директоры, административ мәсьәләләр буйынса департамент башлығы, бүлек мөдире, генераль директорҙың бизнес-ассистенты) дүрт миллион һумға төшкән дә ҡуйған. Юлға ғына.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтында иһә төрлөсә иҫәпләп ҡарағандар ҙа, командировка хаҡының әлеге дүрт миллиондан ете тапҡыр (!) арзаныраҡҡа төшкән вариантын килтереп сығарғандар. Почта етәкселәре уны һанап ултырмағандыр инде, улай тиһәң, араларында финансист та булған. Ҙур түрәләр ҡиммәткә лайыҡлы, тип уйлағандарҙыр. Ҡалаға килеп төшкән һайын самолет алмаштырғансы, берәүҙә генә осоу йәтеш тә инде. Етмәһә, әлеге самолет Панама авиакомпанияһыныҡы булып сыҡҡан. Панама ҡайҙа ята?
Почта әкрен йөрөй, тип ҡаңғырабыҙ тағы. Хат ташыусылар өсөн дә, кем әйтмешләй, әбидне. Ике-өс мең һум эш хаҡына йөрөгән булалар…
А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға