16.01.2015 Ә беҙҙең ауылда...
Әнүзә МӘЖИТОВА, Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы:
– 20 декабрҙә ауыл китапханаһында “Һаумы, Әҙәбиәт йылы!” тип аталған осрашыу үткәрҙек. Унда Әбйәлил районының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Әсхәл Әхмәтҡужин һәм уның тормош юлдашы, шулай уҡ яҙыусы Иҙрис Ноғоманов, “Осҡон” гәзитенең ижтимағи-сәйәси бүлеге мөдире Ғәҙел Ишморатов ҡатнашты. Мәктәптә үткән осрашыуға күрше ауылдарҙан да ҡунаҡтар килде. Сара ауылдың үҙешмәкәр сәхнә оҫталары сығышы менән аралаштырылды. Күгиҙел ауылынан Әхәт Урмантаевтың сығышы үҙе бер йәм өҫтәне. Ҡунаҡтарға бик күп һорау бирҙеләр. Мәктәп директоры Илдус Зәйнуллин белем усағы менән таныштырҙы, тарих музейы директоры Айҙар Мәжитов тыуған төйәгебеҙҙең тарихына байҡау яһаны.
Ҡыҫҡаһы, баймаҡтар ҡатнашлығындағы осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды.