«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда...



16.01.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Нәркизә ШӘЙӘХМӘТОВА, китапханасы,
Учалы районы:
– Ураҙ ауылында матур йолаға әүерелгән Мәүлит байрамы үтте. Сараға Учалы ҡалаһынан абыстай Фа­тима Фуат ҡыҙы менән дингә, ғөрөф-ғәҙәттәргә битараф булмаған апай-инәйҙәр йыйылды. Фатима Фуат ҡыҙы шул тиклем матур итеп мәүлит, мөнәжәттәр уҡыны, бергәләп салауат әйттеләр. Әруахтарға аяттар уҡылды, тереләргә доғалар ҡылынды. һәр кем күңеленә тыныслыҡ алып, аят ашы ашап, киләсәккә матур уй-ниәттәр менән таралыштыҡ.
Сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән Нурсилә Заһироваға, бәйләм түңәрәге ағзалары Рәүзилә Ғи­ниәтуллина, Рифа Ҡотләхмәтова апайҙарға, Зәлифә, Резида, Айгөл һылыуҙарға рәхмәтлемен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға