«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ришүәт һөҙөмтәһе – «тимер рәшәткә»



21.08.2010 Ришүәт һөҙөмтәһе – «тимер рәшәткә»

ЮХХДИ хеҙмәткәре иҫерек водителдән 8 мең һум ришүәт алғаны өсөн өс йыл ярымға хөкөм ителгән.
2010 йылдың 23 ғинуарында Ишембай «гаишник»та­рынан икәү юл ҡағиҙәһен боҙоусы ирҙе тота. «Приора» водителе уңға борола, әммә «поворотнигы»н тоҡандырмай. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уға протокол яҙырға керешә. Штраф әллә ни ҙур ҙа түгел – 100 һум. Берәүһе яҙыу менән булышҡанда, икенсеһе ҡағиҙә боҙоусынан алкоголь еҫе сыҡҡанын тойоп ҡала. Ошонда инде алыш-биреш килешеүе хәл ителә. Иҫерек водителдән «гаишник» 8 мең һум аҡса һорай, йәнәһе, машина йөрөтөүгә хоҡуғыңдан оҙаҡҡа айырылғың килмәһә, әйҙә, аҡсаңды йәлләмә. Ирҙең кеҫәһендә дүрт мең һум ғына була. Ул ошо аҡсаны бирә лә иртәгәһенә ҡалғанын килтереп, «право»ға алмаштырып алырға килешә. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, икенсе көнгә аҡса ЮХХДИ хеҙмәткәренең кеҫәһенә инеп ята. Тик ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай: Эске эштәр министрлығының эске хәүефһеҙлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан «эшҡыуар» тотола.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға