«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әмзә эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләнде



26.12.2014 Әмзә эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләнде

Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Нефтекамаға эш сәфәрендә «Әмзә урман комбинаты» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы хаҡында яҙғайныҡ. Предприятиела эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ булып, Рөстәм Хәмитов мәсьәләне ике аҙна эсендә хәл итергә ҡушҡайны. Әле БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, һигеҙ миллион һум күләмендәге бурыс түләнгән.
Республика етәксеһе килеп ҡайтҡандан һуң комбинатта тикшереү үткән, хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланған. Тикшереү көнөнә 534 хеҙмәткәр айҙан ашыу эш хаҡы алмаған булған. Йыллыҡ отпуск аҡсаһының да ваҡытында түләнмәүе, хеҙмәткәрҙәргә кәрәкле махсус кейем бирелмәүе лә билдәләнгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса юридик шәхес һәм урман комбинатының генераль директоры административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға