«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Махсус биттәр » Әкиәт һәм йыр донъяһы



12.12.2014 Әкиәт һәм йыр донъяһы

Әкиәт һәм йыр донъяһыӘкиәт һәм йыр донъяһыЙәшәлгән ғүмер бейеклегенән үткәндәргә, бөгөнгөгә ҡарап, шундайыраҡ һығымтаға ки­ләһең: әҙәм балаһының донъяны танып белеү һәләте көслө һәм сикһеҙ. Бушҡа ғына, билдәһеҙлек кешене нығыраҡ ылыҡтыра, тимәйҙәрҙер. Бала ла бит, бер бешкәнсе, утҡа ынтыла. Шуға күрә лә ошо сифатыбыҙ беҙҙе төрлө ҡитғаларға һәм тарафтарға тарта. Әллә күпме аҡса түгеп, ваҡытыбыҙҙы сарыф итеп, ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, самолеттарҙа йыһаныбыҙҙың бер сигенән икенсеһенә табан осабыҙ, поездарҙа елдерәбеҙ, алыҫтарға сәйәхәт ҡылабыҙ. Сит илдәрҙә сәскә ата барған туризмға, кешене хеҙмәтләндереү кимәленә, иге лә, сиге лә булмаған төрлө тауарҙары менән ылыҡтырған ят баҙар­ҙар­ға һоҡланабыҙ. Ҡыйынлыҡ менән булһа ла сит телдәрҙе өйрәнеп, үҙебеҙ барған ерҙә йәшәгән кешеләр телендә һупалаштырған булабыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ тыуып үҫкән тыуған еребеҙҙе, уның тәбиғәтен, милләттәштәребеҙҙең кө­нитмешен, булмышыбыҙ-асылыбыҙҙы аңғармайбыҙ. Сит планеталарға осоп, ҡайҙа тормош, ғүмер барлығын тикшереп маташабыҙ, ә аяҡ аҫтыбыҙҙағы ысынбарлыҡтың ҡә­ҙерен белмәйбеҙ. Кешеләр һәйбәт тормош һәм матурлыҡ эҙләп бөтә ер шары буйлап сәйәхәт итә лә, кире әйләнеп ҡайтҡанда кем һәм нисек булған, шулай уҡ тороп ҡала бит.

Хәйер, мин үҙем дә һуңғы тиҫтә йыл ғына тыуған яғымды өйрәнеү менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлауымды йәшермәйем. Йыл да йәй һайын республикабыҙҙың берәй районына, күрше өлкәләрҙә ма­турлығы, серлелеге, тарихи мәғлүмәттәре менән танылыу алған урындарға сәфәр ҡылыуым хәҙер инде ғәҙәткә инеп килә. Бер йылды Шүлгәнташта булһам, икенсе йылына Арҡайымға бар­ҙым. Ғәҙелша шарлауығында булмағандарҙы минең маршрутымды ҡабатлауҙарын һорар инем. Бер ҙә үкенмәҫһегеҙ. Ирәмәл, Ирәндек, Ямантау, Торатау тураһында, бәлки, ишеткәнегеҙ барҙыр. Әммә ишетеү – бер, ә үҙ күҙҙәрең менән күреү – бөтөнләй икенсе нәмә. Йүрүҙән, Ағиҙел, Әй, Эйек, Дим, Ашҡаҙар йылғаларын буйлау күңелгә ниндәй рәхәтлек биргәнен белһәгеҙ ине! Асылыкүл, Ҡан­дракүл, Яңы Павловка һәм Нөгөш һыу һаҡлағыс­тары... Диңгеҙ­ҙәр­ҙең, әлбиттә, үҙ матурлығы һәм үҙ ләззәте. Шулай ҙа тыуған тәбиғәтебеҙҙән алған тәьҫораттар һәм дәрт-дарманды бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел – Уралыбыҙҙың энергетикаһы ифрат таҙа. Киләһе йылда Силәбе өлкәһендәге Тағанай тауына, Күгәрсен районындағы Йомағужа һыу һаҡлағысына барыу ниәте менән янам. Балаҡатай, Балтас, Ҡыйғы райондарының да һауаһын һулайһы бар әле...
Үткән йәй сираттағы сәфәремде шул рәүешле ҡорҙом: Өфө – Златоуст, Меңъяр (Миньяр) – Учалы – Иҫке Собханғол. Һәм артабанғы юлым Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығына илтте. Биш көнлөк сәфәремдең һуңғы тәүлегендә йәнгә һәм тәнгә алған тылсым көсө, рәхәтлек һәм ләззәт оҙон һәм моңло башҡорт йыры, әкиәт донъяһы булып күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Бәлки, бындай хис-тойғолар унда булған һәр кем өсөн дә хастыр...
Мораҙымға кис кенә килеп еттек. Хужаларҙың нисек ҡаршы алыуын, ниндәй күренештәргә тап булыуыбыҙ, кемдәр менән аралашыуыбыҙ тураһында яҙып тормайым. Күңел дәфтәренең тәүге битенә иң тәүге тәьҫоратым шулай тип яҙылып ҡуйылды: был бит Рим амфитеатры! Бейек ҡаялар уратып алған ялан уртаһында торам. Ҡаяларға күтәрелеп ҡараһаң, ысын мәғәнәһендә түбәтәйең тө­шөп китерлек. Уларҙың иң түбәһендә мәғрур ҡарағайҙар күккә олғаша! Ә ялан бергә ҡушыл­ған өс-дүрт футбол майҙанымы ни! Ҡанат йәйеп, кәйпелеп ке­нә ыласындарҙың осоп йөрөүен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?! Уларҙың төрлө тауыштары күк көмбәҙенән сығып, ерҙә йәшәгән кешеләргә әруахтар, мәрхүм бул­ған ата-бабаларыбыҙҙан сәләм ебәргән кеүек тойолдо.

Ҡайҙа ғына булһам да, һауала һәр ваҡыт пар ыласын осоп йөрөй. Юҡҡа ғына түгелдер шул, беҙҙең юрматы ырыуының ҡошо – һунарсы ҡош әтәлге бит.
Палатка ҡороп, ҡоро-һары йы­йып, усаҡ тоҡандырып ебәреү та­һыллы кеше өсөн бер ни түгел. Бер сәғәт тә үтмәгәндер, сарсауыбыҙ­ҙы ҡандырып, ҡайнар сәй һемерә лә башланыҡ. Төнгө сәғәт 12-ләргә тирә-яҡта бер аҙ һиллек урынлашты. Баш осоңдағы күк ҡарағусҡыл зәңгәр. Баҙлап ян­ған йондоҙҙар илаһи серен систе: әйтерһең дә, фанилыҡтан ожмах мөйөшөнә килеп индекме ни! Бигүк яҡында булмаһа ла, Эйек йыл­ғаһының сихри тын алышы, һинекенә ҡушылып, мөғжизәүи ауаз хасил итте. Шул рәүешле мин ерем, һауам, йылғам, урман-тау­ҙарым, ҡаяларым менән, гүйә, бер һәм берҙәм тере затҡа – Тыл­сым­сыға әйләндем...

Палаткаға инеп ятҡас, йөрәк түрен биләп алған хис-тойғолар­ҙан арына алмай йонсолдо. Мөғ­жи­зәне ниңә ситтә эҙләргә?! Бына бит ул йыр һәм ысын әкиәт донъяһы ҡайҙа! Киләһе йылда ейән-ейәнсәрҙәрҙе мотлаҡ бында алып килергә! Сит ерҙәргә түгел, ә ғәзиз еребеҙгә, тыуған тәбиғәтебеҙгә ғашиҡ булып үҫһендәр...

Төнгө икеләрҙә ҡапыл ҡатыным телгә килде: «Ҡайҙа бесәй мыраулай ул?» Эйе, ҙур бесәй – һеләүһен үҙен төнгө хужа итеп тоя Мораҙымда. Мыррр-мыррр... Уның тыныс мы­рылдауын төнгө талғын елдәр беҙгә килтереп еткергәндер. Шул уҡ ваҡытта тыныс ҡына сылтырап аҡҡан төнгө йылға тауышына ҡушылып, сыңрау торна тауыш бирҙе. Гүйә, Мораҙым егете үҙенең тылсымлы ҡурайында башҡорт халыҡ көйөн һыҙҙырып ебәрҙеме ни! Ошо көй-моң шул тиклем йөрәккә килеп инде һәм шул мәлдә халҡымдың бөтә аһ-зарлы-шанлы тарихы күҙ алдынан үткән кеүек булды...

Иртән йоҡонан тороуға алтын табаҡ хәтлем ҡояш ҡая тау артынан саҡ ҡына күтәрелеп килә һәм беҙҙең лагерь өҫтөнә тәүге нурҙарын һибә ине. Уның яҡты һәм йылы ҡыйырсығы кисәге тылсымлы төштән ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы ла ҡуйҙы: һәр ерҙә һүнгән усаҡ эҙҙәре, сүп-сар, ватыҡ эскәмйәләр... Аҡса түләп ингәс, һәр нәмә лә, шул иҫәптән вәхшилек ҡылыу ҙа мөмкиндер, тип уйлай, күрәһең, туристар. Шулай итеп, тарлауыҡтан алған тәүге тәьҫораттарҙы ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек булды...

Рәсми документтарҙа, шулай уҡ әҙәбиәттә ҙур урын алған тыуған Башҡортостанымдың шанлы ла, данлы ла тарихын, мәҙәниәтен, топонимикаһын, халҡымдың ауыҙ-тел ижадын, үткән һәм бөгөнгө йәшәү-көнкүреш рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү һәм күңелдә тыуған башҡа бихисап ихтыяждарымды ҡәнәғәтләндереү өсөн Көньяҡ Уралдың бик күп мөйөшөндә булып, эпостарыбыҙҙа, легендалар һәм риүәйәттәребеҙҙә, йырҙарыбыҙҙа тасуирланған тыу­ған тәбиғәтебеҙҙең һәр йәнле һәм йәмле мөйөшөнә үҙ аяҡтарым менән баҫыу, әкиәткә тиң хозурлыҡты үҙ күҙҙәрем менән күреү һәм мөғжизәле мөхитебеҙҙең тылсымлы һәр ауазын үҙ ҡолаҡтарым менән ишетеү теләге өлкәнәйгән һайын көсәйгәндән-көсәйә бара. Ғөмүмән, көнитмешебеҙ Аллаһы Тәғәлә бүләк итеп биргән йәннәттәй еребеҙҙең, нисәмә-нисә быуын ата-бабаларыбыҙ күҙ ҡара­һылай һаҡлаған урман-ҡырҙарыбыҙҙың, йылға-күлдәребеҙҙең, тау-үҙәндәребеҙҙең, йә­шел­легебеҙҙең, тереклегебеҙҙең ҡә­ҙерен белеп етмәүебеҙҙе аҙым һайын иҫбатлай. Кешелек эшмәкәрлегенең тәбиғәтебеҙгә кире йоғонтоһо асыҡ китап кеүек. Ошо барыш менән барһа, килер бы­уындарға нимә ҡалыр? Дө­рө­ҫөрәге, нимә ҡалдырырбыҙ? Был һорауҙың риториклығы ял­ҡытты инде. Бәлки, һуңғы йылдар­ҙа Башҡортостаныбыҙҙа туризм өлкәһен булдырыу һәм уны үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙың бермә-бер артыуы ыңғай һөҙөмтә бирер?!

Илдус ҠОЛҺАРИН.

Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға