«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙа – Сәсәндәр үҙәге



12.12.2014 Сибайҙа – Сәсәндәр үҙәге

1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында инглиз теле лексикологияһы һәм стилистикаһы уҡытыусыһы Асия Ғәйнуллина башланғысында сәсәндәр түңәрәге ойошторола.
Түңәрәк бер йылдан Сәсәндәр мәктәбенә әүерелә. 2011 йылда Асия Солтан ҡыҙы төрөк мәҙәниәте буйынса практик конференцияла ҡатнашҡандан һуң, Сәсәндәр мәктәбен дәү­ләт кимәленә күтәрергә ҡарар итә. Быйыл ғинуар айында хыялы тормошҡа аша: уның тәҡдиме Башҡортос­тан Рес­пуб­ликаһы Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан яҡлау таба. 2015 йылдан эш башлаясаҡ Сә­сән­дәр үҙәге «Урал батыр» исемен йөрөтәсәк. Унда уҡыусылар һәм студенттар сәсәнлек оҫталығына ғына түгел, ҡыл-ҡумыҙ, ҡу­мыҙ, ҡурай кеүек милли музыка инструменттарында уйнар­ға ла өйрәнәсәк.
Артабан Сибай сәнғәт колледжында бюджет нигеҙендә «Художестволы халыҡ ижады» белгеслегенә йыл һайын студенттар ҡабул итеү ойоштороласаҡ.

М. САЛАУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға