«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бәхетленең байрамы бер көндә



05.12.2014 Бәхетленең байрамы бер көндә

Бәхетленең байрамы бер көндәЭйе, шулай, Әсә көнө алдынан Бөр­йән районының Әбделмәмбәт ауылы (халыҡса исеме – Ҡыпсаҡ) шундай рухлы һәм йөкмәткеле сара үткәрҙе – унда ҡатнашҡандар ҡыуанып, үәт, эшләй ҙә, уҡый ҙа, сараларҙы ике уйлап тормай, республика кимәлендәге итеп ойоштора белә ҡыпсаҡтар, тип ҡайтты.
Матбуғат һәм Әсә көнөнә бағышлан­ған сараға тәғәйен ваҡытҡа Өфө ҡунаҡтары – милләтебеҙ әсәһе, “Тормош һабаҡтары”, “Йәйләү” китаптары авторы, фиҙакәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланған яҙыусы Мәрйәм апай Бураҡаева, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Искәндәриә (Юлдашева), “Йәншишмә” гәзите хәбәрсеһе Хәлиҙә Чембарисова, мәктәптең тоғро дуҫы, күп кенә сараның бағыусыһы, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Яныбаева килеп тә етте.

Былай ҙа матур мәктәп сараға өр-яңы стендтар сығарып ҡуйған: “Матбуғат менән дуҫ бул!”, “Әсәләр нур сәсәләр”, балаларҙың үҙ әсәйҙәренең ҡайһы гәзитте нисек уҡыуын һынландырған һүрәттәр күргәҙмәһе, мәктәп коллективының 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу рейтингы, төрлө төҫтәр менән һәм үткән йылдар менән сағыштырып эшләнгән стенд иғтибарҙы йәлеп итә. Мәктәп директоры Инсур Үтәбаев – 11, Рәйфә Усманова 10 баҫмаға яҙылған. Ошо ғына факт етәксең ниндәй – мәктәбең шундай икәненә асыҡ дәлил.

Бәхетленең байрамы бер көндәФойела йырлап-бейеп, 1-се синыфтар ҡаршы алды. Милли кейемдәге орсоҡтай ете ҡыҙ, ҡурсаҡтарын тотоп, бишек йырҙарын йырлап та ишеттерҙе, шиғыр ҙа һөйләне.

Матбуғат көнөнә арналған сара Ҡағыҙбикәнең үҙ дуҫтарын эҙләүе менән башланып китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлхизә Шәмиғолова мәктәптә үткән матбуғат аҙналығының еңеүселәрен атап сыҡты: Артур Сөләймәнов, Ирхан Үтәбаев, Аҡсәскә Әхмәтшина.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА:

– Һеҙ бик бәхетле балалар – һеҙҙең өсөн матур гәзит-журналдар сыға. Ҡарап ултырам да ҡыуанам: күңелегеҙҙә нур бар, – тине.
Тамара Искәндәриә “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫтарын, журнал үткәргән төрлө конкурстар­ҙың еңеүселәрен атаны, мәктәпкә журнал-китаптар бүләк итте. Ҡәҙриә Ҡасимова “Аҡбуҙат”та – ҡунаҡта” конкурсының еңеүсеһе булһа, ошо уҡ баҫма үткәргән “Бәпембә” икенсе республика шиғриәт фестивалендә беренсе урын алып һөйөндөрҙө.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА:

– “Йәншишмә”гә – синыф менән!” акцияһын әбделмәмбәттәр күтәрҙе. Миләүшә Ҡасимова, Нурзилә Усманова кеүек йәш хәбәрселәр ошо мәктәптән сыҡты. Нурзилә киткәс, беҙгә кем яҙышыр инде, тип ҡайғырҙыҡ. Ҡәҙриә Ҡасимова былтыр “Йәйһылыу илендә” конкурсының еңеүсеһе булһа, быйыл “Минең өс айым” конкурсында ла еңеүгә иреште, – тине.

Инсур Үтәбаев йыл һайын ошо мәктәптә теге йәки был баҫма журналистары менән берлектә үткәрелә килгән матбуғат байрамдары, аҙналыҡтар, “Журналист һөнәрен алмаштыра” саралары тураһында тәфсирләп бәйән итте:

– Мәктәбебеҙ коллективы уҡыусыларға белем биреүҙе генә түгел, тәрбиә биреүҙе лә беренсе бурысы итеп алған. Тәрбиәнең бер төрө – рухи тәрбиә. Балалар үҙ телебеҙҙә сыҡҡан матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыр­ға тейеш. Китап, гәзит-журнал уҡыған балалар­ҙың аң-белем даирәһе киң, фекер ҡеүәһе көслө була, тиҙ аралаша.

Юғары синыфтар менән үткән “Рух бишеге – донъя тотҡаһы” сараһы ҡара-ҡаршы һөйләшеү формаһында барҙы. Мәктәп китапханасыһы Мәүлиҙә Ғәликәева матбуғатҡа яҙылыу торошо менән таныштырҙы.

– 2015 йылдың беренсе ярты йыллығына әлеге көнгә мәктәп коллективы 31 төр баҫмаға (253 дана гәзит-журнал) яҙылған. Үткән ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда, 70 процент. Район гәзите “Таң”ға яҙылыу – 60 процент. Ваҡыт бар, был һандар үҙгәрер.

“Аҡбуҙат” китапханаһы проекты ойотҡо һалып, ҡыпсаҡтар үҙ мәктәптәрендә уҡыусыларҙың китапсыҡтарын нәшер итә. Ҡәҙриә Ҡасимова, Айгөл Сөләймәнова, Йәнгүзәл Ҡаһарманова үҙ китаптарын ҡулына алып һөйөнгән. Йәнгүзәл башҡорт, рус телендә лә ижад итә. Рус теле уҡытыусыһы Ринат Абдуллин шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһаны. Айгиз Ҡарамышев, Ҡәҙриә Ҡасимова, Роза Әфләтунова, Әлфинә Әйүпова, Әҙилә Ғәликәева, Рәмзилә Ғәлиәкбәрова – еңеүселәр иҫәбендә.

“Иң-иң баҫма” видеояҙмаһын ҡарап күңел ҡыуанды: иләҫ-миләҫ күңелле егет менән ҡыҙҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен үҙебеҙҙең “Таң” “көйләп” ебәрҙе. Тамара Искәндәриә “Хыял” номинацияһында еңеүсе Йәмил Сәй­фетдинов, Ҡәҙриә Ҡасимова, Айгөл Сөләймәнова, Әҙилә Ғәликәева, Сулпан Нәҙерғолова, Ирхан Үтәбаевтарға Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы.
“Ирекле микрофон” өлөшөндә ситтән килгән ҡунаҡтар балаларға теләк-тәҡдимдәрен, әйтер һүҙҙәрен еткерҙе.

Жюри матбуғат дуҫтарын – еңеүсе синыфтарҙы билдәләп, Маҡтау ҡағыҙҙары бирҙе. Өфө ҡунаҡтарына “Рух бишеге – донъя тотҡаһы” миҙалдарын, балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән сувенирҙарҙы бүләк итте.

Сараның икенсе өлөшөнә тиклемге оҙон тәнәфестә директор Инсур Рәмил улы ҡунаҡтарҙы мәктәп менән таныштырҙы. Район, республика, хатта Рәсәй данын яҡлап төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында при­зер­ҙар булып дан яулаған йәш спортсылары хаҡында уларҙың остазы Зиннур Боҫҡонов бәйән итте. Инсур Рәмил улы үҙе “Ро­бототехника” түңәрәген алып бара икән. Балалар йыйған фил атлап та китә, томшоғон күтәреп, ҡысҡырып та ебәрә, балалар Вәли тип йөрөткән Валлиҙың да һөнәрҙәре күп, “Аҡыллы теплица” иртән ҡояш нурҙарына үҙе асыла, һыу ҡоя, кис ябыла. Әбделмәмбәттең йәш оҫталары – республика кимәлендәге саралар еңеүсеһе.

“Әсәләр нур сәсәләр” сараһы ауылдың бынамын тигән әсәйҙәре менән осрашыуҙан башланды. “Сәскәләр илендә”, “Сымыры йорт” фотостендтары залды биҙәй. Рәмилә Боҫҡонова ауылдың данлы әсәләре, ил инәләре хаҡында йылы ғына сығыш яһаны. Миҙаллы әсәләр, ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән, өлгө булырлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы үткән әсәйҙәр ҙә телгә алынды, рәхмәт һүҙҙәре ишетте. “Ҡыпсаҡ – TV” “Изге йома”, “Һуғыш икмәге” фильмдарын күрһәтте. “Ирекле микрофон” үҙ-ара йәнле аралашыуға күсте.

Эйе, Әбделмәмбәттән рухыбыҙ күтәрелеп, илһам ҡанаттарыбыҙ үҫеп, балаларҙың һәләттәренә ҡыуанып, остаздарының эшенә һөйөнөп ҡайттыҡ. Ысынлап та, эшләйем тигән кеше төрлө юлдар менән маҡсатына ынтыла. Инсур Рәмил улы әйтмешләй, уҡыу менән рух тәрбиәһе бер ҡатар алып барыл­ғанда, милләтебеҙ күкрәп сәскә атыр, киләсәгебеҙ өлөшлө һәм емешле булыр, иншалла!

А. ҒАРИФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға