21.11.2014 Хәлдән тайғансы пионербол уйнайбыҙ ҙа, миндек тотоп мунсаға китәбеҙ
Беҙҙең арала “яратам Рәсәйҙе…” тигән әйтем таралды. Быға ниңә аптырарға, ил бит үҙебеҙҙеке, яратабыҙҙыр инде, тип уйларһығыҙ эстән генә. Тик ошо әйтем эргәһендә мотлаҡ бер кинәйә менән ниндәйҙер киреме, ҡыҙыҡмы күренеш тасуирлана шул. Йәнәһе, ошондай хәл Рәсәйҙә генә булыуы мөмкин. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәнҡитләйбеҙ. Быға ла оҫталыҡ кәрәк. Заманының билдәле бер шәхесе Федор Тютчев та юҡҡа ғына ошолай тип яҙмағандыр:
Умом Россию не понять,
Аршином общим не измерить:
У ней особенная стать –
В Россию можно только верить.
Ышанырға кәрәк шул. Илебеҙҙе тап беҙ генә, уның граждандары ғына, тулыһынса аңлай алабыҙ. Башҡаларға оҙаҡ ҡына ваҡыт талап ителә. Эйе, Рәсәйҙең үҙенсәлекле яҡтары күп. Беҙҙе ғорурландырырлыҡ нәмәләре лә байтаҡ. Ә сит ил кешеләре ауыҙ асып тыңларлыҡ йә ҡарарлыҡ күренештәрен һанай китһәң, бармаҡтар ғына әҙ. Мәҙәниәттәр байлығы, халыҡтар тарихы, йолалар менән генә лә таң ҡалдырырға мөмкин. Үҙебеҙгә генә хас ышаныуҙар, традициялар, байрамдар, кейемдәр, уйындар, ризыҡ һәм холоҡ төрлөлөгө иһә ҡайһы саҡта ситтәрҙе генә түгел, ерле халыҡты ла аптыратып ҡуя.
Иренмәй-нитмәй һанап ултырыуҙарын әйт. Эйе, Рәсәйҙә генә осраған күренештәрҙең үҙ исемлеге бар. Бәлки, уларҙы матур тормош эҙләп ситкә күсенеп киткән элекке ватандаштар әлеге йәшәү урынында ла файҙаланалыр, әммә сит илдекеләр ҡапылғара ғына аңларлыҡ нәмә түгел былар.
Йолалар
Юлға сығыр алдынан ултырып алыу. Был йоланы һәр кем үҙенсә үтәй. Мосолмандар юлға фатиха ҡыла, христиандар үҙҙәренсә ғибәҙәтләнә, ә башҡалар доға-фәлән уҡымаһа ла, былай ғына үҙ теле менән уйлап, теҙелешеп бер минут самаһы ултырып тын ҡала. Тап ошо мәлдә йыш ҡына нимәнелер онотоу иҫкә төшә. Хәстәрле хужабикәләр асҡыстарын, үтектәрен, тәҙрәләрен, газ плитаһын тағы бер тикшереп сығырға ҡарар итә. Документтарҙың кәрәк ерҙә ятыу-ятмауы, билеттарҙы барлау ҙа тап ошо бер минут “юлға ултырыу”ҙа хәтер йомғағында һүтелә.
Ағасҡа туҡылдатыу. Беҙ – ата-баба йолаларын әҙме-күпме һаҡлай белгән халыҡ. Шуға ла бик боронғо олатайҙарҙан, йәғни мәжүсилек заманында йәшәүселәрҙән ҡалған йолаларҙы ла һаман онотмайбыҙ. Хәйер, улар, моғайын, тәғәйен генә халыҡҡа хас булғандыр, хәҙер иһә бөтә нәмә буталған заманда, был йола кемдеке булған, тип һорашыу юҡ, берәү оҫта ғына итеп күрһәтһә, отоп ала ла ҡуябыҙ. Яп-ябай. Бына шундай йоланың береһе – ағасҡа туҡылдатыу. Юҡ, тумыртҡа кеүек түгел, ә теге йәки был нәмә тураһында һөйләгәндә, беҙгә ҡағылмаһын, булып ҡуймаһын, тигән мәғәнәлә өҫтәлгә йә ултырғысҡамы шунда туҡылдатып алған булабыҙ. “Тфү-тфү, тәүбә, тәүбә”һен дә әйтергә онотмайбыҙ. Йәнәһе, ағас шайтанды ҡурҡыта, ни һөйләгәнде ишетеп ҡалып, кешегә “этлек” эшләмәһен.
Дөйөм алғанда, элегерәк башҡа илдәрҙә лә булған ул был ырым-хөрәфәт. Ул саҡта үҙ теләгеңде йә хыялыңды ҡысҡырып әйтһәң, яман йән эйәләре йә рухтар ишетмәһен тип, ағасҡа туҡылдатҡандар. Бүтәндәр онотҡан, ә беҙ тиҙ генә онота торғандарҙан түгел. Шуға был йола Рәсәйҙә генә ҡалған, имеш.
Ризыҡ
Ҡуйыртылған һөттө ҡайнатыу. Бахыр һөт нимәләр генә күрмәй ҙә, уны нисек кенә эшкәртмәйҙәр? Ҡатыҡ, ҡорот, сыр, эремсек менән бер рәттән, ҡуйыртылған һөттө лә (сгущенка) бик яратабыҙ. Тап ошо татлы ризыҡ (әллә эсемлекме?) тағы ла бер тапҡыр эшкәртеүгә дусар була. Эйе, ҡуйыртылған һөттө ҡайнаталар. Бер һауытҡа өс сәғәтләп ваҡыт китә. Һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан үҙенсәлекле крем тортмы, пирожныймы бешерер өсөн кәрәк. Ундай рецепты кемеһе уйлап сығарғандыр инде. Ҡайһы бер сит илдәрҙең супермаркеттарында кондитер изделиелары бүлегендә карамелләнгән һөт һатыла ти ул, әммә уны һис кенә лә ҡуйыртылған һөттө ҡайнатып эшләмәйҙәр.
Баҡһаң, ҡарабойҙай бик боронғо ярма икән. Алтайҙа ташҡа әйләнгән ҡарабойҙай орлоҡтары шуны иҫбатлай. Ер шарында бары ошонда ғына табылған улар. Алтайҙан Азияға ла әҙерәк күскән, әммә, ҡытайҙар менән япондарҙан башҡа, был ярманы ашаусы юҡ. Әлеге ике халыҡ та беҙҙәге кеүек иркен ҡулланмай. Европа менән АҠШ-та ҡарабойҙай “биологик” ризыҡтар бүлегендә һатыла. Әммә ҡарап тороуға беҙҙәгегә яҡын да килмәй: йәшел, ваҡланған. Бары Рәсәйҙә генә ҡарабойҙайҙы тәмләп ашай беләләр. Диетологтар әйтеүенсә, уны ашарға бәләкәйҙән күнегергә кәрәк. Юҡһа тәүгә бутҡа ҡабып ҡараған өлкән кеше ауыҙында “химия тәмен” тоясаҡ. Уныһы нисек булалыр, беҙгә янамай, сөнки ҡарабойҙай бутҡаһын ашарға күнеккәнбеҙ. Уны майлап та, итләп тә, кишерләп тә бешерәбеҙ.
Шуныһы аптырата: сит илдә көнбағыш “сиртмәйҙәр” икән. Шундай тәмле нәмә барын белмәйҙәрме тиһәң, тағы дөрөҫ булмаҫ. Көнбағыш үҙе беҙгә ситтән килтерелгән культура. Ул беҙҙе өс тапҡыр ҡыуандыра – баҫыуҙа һары ғына булып сәскә атып ултырыуын күреп һоҡланабыҙ, майын ҡулланып рәхәтләнәбеҙ һәм емен ашайбыҙ. Рәсәйҙең милли ризығы тиһәк тә була.
Сит илдәр сәтләүектәре менән маҡтанған була. Ҡайҙалыр әстерхан сәтләүеге үҫә, кокос, фисташка. Беҙҙә лә бар. Кедр сәтләүеге бик файҙалы. Тайга “емеше”. Һәр ерҙә питомникта үҫтереп булмай шул, кедрға үҙенең мөхите кәрәк. Улай ғына ла түгел әле, ағас сәтләүек бирһен өсөн илле йыллап үҫергә тейеш. Юҡ, был сәтләүекте сит ил кешеләре ашай алмай, көтөргә түҙемлектәре етмәй. Әҙерәк һатыуға сығарып маташһаҡ та, алырға ашыҡмайҙар. Үҙе ҡиммәт, үҙе таныш түгел.
Эсемлектәр
Әлбиттә, Рәсәйҙең үҙенсәлекле һәм яратҡан эсемлектәре араһынан сит илдекеләр көлөп “аҡбаш”ты билдәләгән була. Әммә әле уны төшөрөп ҡалдырабыҙ. Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы. Беҙҙең унан башҡа ла үҙебеҙгә генә хас эсемлектәребеҙ күп. Бына, мәҫәлән, ҡымыҙ, буҙа. Улар тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Тик бөгөн дөйөм Рәсәйгә хас үҙенсәлектәрҙе һанағас, бүтәндәренә лә урын бирергә кәрәк.
Бүтәндәре тигәндә, ҡайын һыуын әйтәләр икән. Ҡайын күп илдәрҙә үҫһә лә, уның һутын Рәсәйҙә генә эсәләр. Беҙҙә генә “һутлы осор”ҙа өс литрлы банкаға ҡойоп, урамда һатып ултыралар. Ә тәме?! Юҡ, уны сит ил кешеһе аңлай алмаясаҡ.
Кеүәҫте лә бары тик бер генә илдә, беҙҙә эсәләр, тип иҫбатлай Рәсәйҙең үҙенсәлектәрен бер исемлеккә туплаусылар.
Уйындар
Пионербол тигән уйынды хәҙерге балалар беләме икән? Һәр хәлдә, бынан күп йылдар элек, пионерҙар булған саҡта, уны кинәнеп уйнаныҡ. Волейболдың ябайлаштырылған варианты ХХ быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Балаларға тәғәйенләнгәс, пионербол тип ҡушҡандар инде. Йәғни пионерҙар уйнай торған. Ҡағиҙәләре, ысынлап та, бик ябай – команда менән уйнайһың, сетка аша ырғытаһың, туп һиңә осоп килә, һин йә ҡасаһың, йә тотаһың. Бына ошо уйынды таратырға, күтәрергә кәрәк. Юҡһа футбол тигән булабыҙ, беҙҙеке түгел инде ул. Волейболы ла, баскетболы ла ят. Ә бына пионерболда чемпион булыуы еп-еңел.
Ысынмылыр-бушмылыр, Төркиәлә, Европала беҙҙең Рәсәй балалары ата-әсәләре менән ял итергә барғанда ҡайһы саҡ ошо уйынды уйнап, башҡаларҙы аптырата, ти. Пионерҙар булмаһа ла, уйындары оҙон ғүмерле, тимәк.
Уйын тигәндән, КВН менән “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” телевизион уйындары – тап беҙҙең илдә тыуған проекттар. Ә ҡалған бөтә телевикториналар, шоуҙар сит ил компанияларынан һатып алынған йә күсерелгән.
Байрамдар
Байрамһыҙ берәй милләт бармы икән? Ә бер үк байрамды бер-бер артлы ике тапҡыр билдәләүселәр? Уныһы нисек була, тип һорап та өлгөрмәҫһегеҙ, иҫегеҙгә төшөр, шулаймы? Рәсәйҙә генә Яңы йылды ике тапҡыр ҡаршылайҙар. “Ысын” Яңы йылды, йәғни 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә һәм “иҫкесә” тағы бер тапҡыр – 13 ғинуар төнөндә. Кемгә тәтей әле шундай байрам?! Барыһы ла йыл иҫәбенең бер календарҙан икенсеһенә (юлиан календарынан – григориандыҡына) күскән осоронан башланған, буғай. Ни тиһәң дә, беҙ бер нәмәне тиҙ генә онота алмайбыҙ, шуға ла “яңыса”, “иҫкесә” тигән һүҙҙәр беҙҙең һөйләштә йыш осрай. Ә байрамға ҡағылһа, кем ике тапҡыр байрам итеүҙән баш тартһын?
23 февраль менән 8 Мартты алайыҡ. Бындай парлы байрамдар бер ҡайҙа ла юҡ икән. Ир-ат һәм Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Беҙҙә әлеге даталар тап шулай билдәләнә. Тәүге асылдары күптән онотолған. 23 февралдә бөтә ир заты, хатта әрменән ҡасып йөрөгәндәр ҙә бүләк ала, 8 Мартта яңы тыуған ҡыҙ балаға ла берәй тәтәй бирәләр.
Дарыуҙар
Күмерҙең файҙаһын беләһегеҙҙер. Дауа сифатында ҡулланылған активлаштырылған күмерҙе әйтәм. Сит илдә лә беләләр был турала. Тик дарыуханаларында күмер тип алһыу төҫтәге “төймә” биреүҙәре ихтимал. Рәсәйҙә иһә барыһы ла дөрөҫ – күмер күмер рәүешле булырға тейеш. Тап шуның өсөн дә беҙҙә генә ҡап-ҡара таблеткалар һатыла.
“Зеленка” ла беҙгә таныш шыйыҡса. Ҡулланыу эп-рәхәт: йығылдың икән, ошо антисептикты һөртәһең, тәнеңә нимәлер сыҡһа, тағы шуға тотонаһың. Йәм-йәшел булып йөрөйһөң, әммә шифаһына ышанысың – 100 процент. Сит илдең наҙлы медиктары ҡоттары осоп ҡысҡыра: “зеленка” бит бик ҡурҡыныс нәмә! Ул Германияла барлыҡҡа килһә лә, Европала рөхсәт ителгән препарат һаналһа ла, Рәсәйҙән башҡа бер илдә лә ҡулланылмай (хәйер, элекке СССР республикаларында, бәлки, барҙыр ҙа), сөнки, имеш тә, составы һәм тәьҫире тейешенсә өйрәнелеп бөтмәгән. Беҙгә уныһы ғына ваҡ мәсьәлә.
Әйткәндәй
Мунса бөтә илдәрҙә лә бар. Һәр кемгә үҙенеке. Уның ҡарауы, миндек Рәсәйҙә генә. Кипкән япраҡтарҙан торған “һуҡма ҡорал”ы булмаһа, ҡайһы бер замандаштар мунсаға барып та тормай.