21.11.2014 Их, шәле лә шәле...
Көйөргәҙе ерендә күркәм йолаға әйләнгән «Ауыл биҙәктәре» конкурсында быйыл да үҙ номинацияһында матур шәлдәре, селтәрҙәре, палантиндары, башҡа төр бәйләм өлгөләре менән даими ҡатнашҡан Нәсимә Фәтҡуллина 1-се урынды алыуға өлгәште. Ошондай ярыштарға йөрөгән яҡташтары уның уңыштарына күнегеп тә бөткәндер тип әйтһәк тә, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ә шул ижади конкурстарҙа яңы бейеклектәрҙе Нәсимә Ғәйфулла ҡыҙы үҙенең оҫта ҡулдары, бәйләгән әйберҙәрен биҙәүҙә яңынан-яңы элементтар ҡулланыуы, ҙур тәжрибә туплауы ярҙамында яулай.
Район үҙәгендә йәшәүсе 63 йәшлек Нәсимә һеңлекәш Көйөргәҙе еренең Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән. Әле Күмертау ҡалаһында көн күргән 89 йәшлек әсәһе Гөлшәһүрә инәй, бәйләү оҫтаһы булараҡ, ошо шөғөлдө ҡыҙына ла бәләкәй сағынан уҡ өйрәтә. Үҙе хәтерләүенсә, ҡан тартҡанмы икән, уға бәйләү эше шунда уҡ оҡшай, зирәк, ныҡышмал була һәм 12 – 13 йәштә йорт ҡуяны мамығынан үҙ аллы косынка бәйләүҙе үҙләштерә, артабан ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында шәл дә бәйләргә өйрәнә.
Күмертауҙағы 33-сө училищела штукатур-маляр һөнәрен үҙләштергәндә лә тырыш ҡыҙ яратҡан шөғөлөн ташламай, оҫталығын артабан камиллаштыра, ғаилә бюджетын тулыландыра.
Урындағы ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәкханаһында 25 йыл смена мастеры вазифаһын уңышлы башҡарғанда ла ул ошо шөғөлөнә ваҡыт табырға тырыша һәм ҡулдарына энәләрен ала. Ошо сирек быуат арауығында ул, шәлдәрҙән тыш, селтәрҙәр, палантиндар, башҡа бик күп әйбер бәйләргә өйрәнә. Ә ғаилә ағзаларына, туғандарына, таныш-белештәренә бәйләгән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр, шарфтарҙың күләме бик ҙур һандар менән иҫәпләнә. Оҫтабикә һөйләүенсә, уның буш ҡулдарына һәр саҡ энәләр кәрәк, хатта телевизор ҡарағанда, радио тыңлағанда ла яратҡан шөғөлө менән була. Шуға ла Нәсимә ханым бер шәлде бәйләүгә – аҙна, ә селтәр һәм палантинға 2 – 3 көн генә ваҡытын сарыф итә. Яратҡан һөнәре ғаилә ҡаҙнаһына апаруҡ ҡына килем килтерә. Бөгөн улар иптәше Рәйес менән заманса йортта етеш йәшәй, ихаталары ныҡ, матур итеп төҙөлгән икән, бында бәйләм шөғөлөнөң өлөшө ҙур ғына. Нәсимә Ғәйфулла ҡыҙы әйберҙәрен баҙарға алып бармай тиерлек. Сөнки уның сифатлы, матур биҙәкле ҡул эше емешен таныштары, даими клиенттары ҙур теләк менән һатып ала. Уның ҙур ғына партия шәлдәрен, селтәрҙәрен, палантиндарын районға килгән сит ил кешеләре лә алып киткән осраҡтар булған. Хатта Германияла йәшәгән, Рәсәйҙән сыҡҡан эшҡыуар уны немец илендә эшләргә, йәшәргә саҡырған. Уның фекеренсә, ошондай оҫта ҡуллы һөнәр эйәләре Көнбайыш Европа илдәрендә бик тә етеш йәшәй. Ләкин башҡорт Нәсимә Фәтҡуллина, Башҡортостан патриоты булараҡ, тәҡдимдән ҡырҡа баш тартҡан. Район, республика кимәлендә лә уның эштәре тейешле баһа ала. Әйтәйек, 2008 йылда Өфөлә уҙғарылған конкурста ул 1-се дәрәжә диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Ә өс йылдан һуң ошондай уҡ сарала ул баһалама комиссияһы ағзаһы булараҡ ҡатнаша. Республика кимәлендә үткәрелгән шундай ижади ярышҡа килтерелгән ҡул эштәрен кешеләр бик теләп, маҡтап һатып ала икән. Нәсимә һеңлекәштең тормош юлдашы Рәйес ҡатынының шөғөлөнә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә – йөн сирата, иләй, һөнәре буйынса механик булараҡ, бәйләм эшен еңеләйтергә төрлө ҡорамалдар яһай. Нәсимә ханым үҙ шөғөлөнә башҡаларҙы, бигерәк тә йәштәрҙе өйрәтеүҙе бик кәрәкле эш тип иҫәпләй. Мәҫәлән, урта йәштәрҙәге Рауилә исемле әхирәтенең оҫта бәйләүсегә әүерелеүендә Нәсимәнең өлөшө ҙур. Уға кәңәш һорап килеүсе йәштәргә ихлас ярҙам ҡулын һуҙа. Районда йыл да ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә ул йәш быуын вәкилдәрен өҫтәмә аҡса килтереүсе шөғөлдө өйрәнергә, оҫталыҡтарын камиллаштырырға саҡыра. Сөнки ҡулы эш белгән кеше аҡсаға ҡытлыҡ булғанда ла үҙен тормошта ышаныслы тоясаҡ.
«Уңған кеше бар нәмәлә лә уңған» тигәндәй, Нәсимә һәм Рәйес Фәтҡуллиндар умарта тота, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Ә йәй һәм көҙ көндәрендә уларҙың бик тә бөхтә ихатаһы сәскәләр оранжереяһын хәтерләтә. Бында ике тиҫтә тирәһе сортҡа ҡараған георгин, роза үҫтерелә.
Йорт мәшәҡәттәренән арынып, Нәсимә һеңлекәш мөмкин булғанса йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ул, райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында булдырылған «Башҡорт ҡунаҡханаһы» ойошмаһының әүҙем ағзаһы булараҡ, бында килгәндәрҙе халҡыбыҙҙың аш-һыуы, көнкүреш әйберҙәре, ҡул эштәре менән таныштырыуҙа әүҙемлек күрһәтә.
Бына шундай уңған хужабикә, әсәй, өләсәй, егәрле йәмәғәтсе, ҡул эштәре оҫтаһы йәшәй Көйөргәҙе яҡтарында.
Урал ҠӘЙҮПОВ.