27.09.2011 Йыһангирҙар – Башҡортостанда
Кисә Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы килде. Уны ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-космонавы, авиация генерал-полковнигы, профессор, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленко етәкләй.
Тыуған илебеҙҙең легендар осоусы-космонавтары Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Ғөмүмән алғанда, ҡунаҡтар Башҡортостанда бик күп кешеләр менән осрашырға, төрлө ерҙәрҙе барып күрергә ниәтләй. Улар шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетында балалар араһында иғлан ителгән «Минең йыһан донъяһы» исемле халыҡ-ара ижади конкурсты ойоштороу комитетының тәүге ултырышында ҡатнашыусыларға ла үҙҙәренең фекерҙәрен еткерергә ваҡыт тапты.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы 93-сө гимназияла совет һәм Рәсәй йыһангирҙары менән берлектә Юрий Гагаринға арналған фестивалде асыуҙа ҡатнаштылар.
Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһының Башҡортостанға сәфәре биш көн дауам итәсәк.