RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бородино яланында яңғыраны башҡорт ораны

10.10.2014 Бородино яланында яңғыраны башҡорт ораны

“1-се башҡорт полкы – “Любизар”, “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубтары ағзалары халыҡ-ара реконструкцияла ҡатнашты.

Бородино яланында яңғыраны башҡорт ораныБородино яланында яңғыраны башҡорт ораны3 – 7 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Можайск районындағы “Бородино яланы” дәүләт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә “Бородино көнө – 2014” халыҡ-ара хәрби-тарихи реконструкция фестивале үтте.

Бында, дөйөм майҙаны 11 мең гектар булған биләмәлә, һәр ҡарыш ер хәтер һаҡлай. Һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан музей-ҡурсаулыҡ тупрағы 1812 йылдағы тарихи Бородино һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың ҡаны менән һуғарылған. Был ер­ҙәрҙә бынан 202 йыл элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың да ҡан-тире аҙ таммаған. 1812 йылдың 26 авгусында (7 сентябрҙә) булған Бородино һуғышында 1-се баш­ҡорт атлы полкы ла ҡатнашҡан.

Быйылғы фестивалгә әҙерлек клуб ағзалары тарафынан йыл дауамында барҙы, ҡатнашыу өсөн саҡырыу ҙа ваҡытында килде. Тик финанс ҡытлығы кисереү, ярҙам өмөт иткән бағыусыларыбыҙҙың бөтөнләй беҙҙән ситләшеүе хәлде бер аҙ ауырлаштырһа ла, “1-се башҡорт атлы полкы – “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары, сарала мотлаҡ ҡатнашырға тейешлегебеҙҙе аңлап, маҡсатыбыҙҙан тайпылманыҡ.

Әлеге юлға сығыр ваҡыт еткәс, төрлө сәбәптәр менән, әлбиттә, барырға теләк белдереүселәр һаны ла кәмей төштө, ләкин сафтарыбыҙ бушап ҡалманы – өс башҡорт яугиры сифатында тупландыҡ. Учалы ҡалаһынан килгән Мәжит Ибраһимов, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов һәм ошо юлдарҙың авторы Илдар Шәйәхмәтов ваҡытлыса юл-поход ҡыйынлыҡтарын кисерергә әҙер инек.

Беҙҙең клуб менән бергә шул уҡ фестивалгә тарихсы Рәмил Рәхимов етәкләгән “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубынан һигеҙ кеше барҙы. Әҙерлек сараларының иң мөһиме – ике клубты ла бер үк ваҡыт­ҡа автотранспорт менән тәьмин итеү. Был бик сетерекле мәсьәләне хәл итеүҙе Башҡортостан Республика­һының Йәштәр сәйәсәте һәм туризм министрлығының Патриотик тәрбиә биреү үҙәге үҙ өҫтөнә алды. 19 урынлыҡ автобус бирелеүе, һыбайлы башҡорттарҙы кәүҙәләндереү өсөн ике ат алырлыҡ аҡса бүленеүе походтың уңышлы башланыуына өмөт бирҙе. Әлбиттә, пехота полкы егеттәренең поход йыһаздары, әйберҙәре менән бәләкәй автобус салонын тултырып тейәүен күргәс, һалырға урын булмау сәбәпле, поход тирмәбеҙҙе ҡалдырып китергә ҡарар иттек. Төркөмөбөҙ ҙур булмағас, ҡаҙан, усаҡ яғыу ҡорамалдарын да алып торманыҡ, уларҙы водителдәребеҙ хәстәрләгәйне. 2 сентябрҙә, иң кәрәкле кейем-ҡоралдарыбыҙҙы һәм бер бәләкәй палатка алып, юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең өсөн хәҙер бер теләк, иң мөһиме – көн торошо тотороҡло булһын да, “һөжүмдәр”гә йөрөргә ике атыбыҙ булһын, ә ҡалған ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡҡа түҙеп тә, улар­ҙы еңеп тә өйрәнгәнбеҙ. “Стал­кер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте водителдәре Олег һәм Илдар, бер-береһен алмаштырып, юлда һис бер арыу-талыуһыҙ йөрөткән автобусыбыҙ Өфө – Ҡазан – Түбәнге Новгород – Владимир юлынан Мәскәүгә ҡарай елдерҙе.

3 сентябрь. Бер тәүлек үтеүгә Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһын үтеп, Бородино ауылы янына килеп тә еттек. Асыҡ яланда пехота клубын үҙе теләгән урында ҡалдырып, тәүҙә үҙебеҙҙең килеп етеүебеҙ хаҡында белдереү ниәте менән Бородино музейы алдында туҡталдыҡ. Беҙҙе музей етәкселеге исеменән өлкән ғилми хеҙмәткәр Лариса Березовая бик йылы ҡаршыланы.

Көн кискә ауышыуға үҙебеҙгә тәғәйенләнгән яланда усаҡ тоҡандырып, автобусыбыҙҙы ла ағастар ышығына уңайлы ҡуйып, тәүге төндө ҡаршыларға әҙерләндек. Беҙгә был урында тағы биш көн, биш төн уҙғараһы бар.

Яугирҙар етеҙ булғанда, яҡшы аттар табыла

Бородино яланында яңғыраны башҡорт ораныТөштән һуң, буш ваҡыттан файҙаланып, үҙебеҙгә кәрәкле аттар тураһында белешеү өсөн урман-аҡландар артында алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Беззубово ауылында урынлашҡан крәҫтиән хужалығына барып ҡайтыр өсөн Мәжит менән юлға сыҡтыҡ. Урман-яландар аша үткән тура һуҡмаҡ миңә 2011 йылдан бирле таныш.

Ысыҡ ярып ҡуйы үләндән барғанда күн итектәребеҙ еүешләнһә лә, сәфәр һөҙөмтәле булды. Ат һарайында беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Иван Прокутин үҙе ҡаршыланы. Миңә ул күптән таныш. 2011 йылдан бирле уның Мерлин ҡушаматлы башҡорт тоҡомло атын йыл һайын менеп, Бородино уйындарында ҡатнаштым. Әле лә бына шул атты ҡулға төшөрөү ниәте менән бик яҡшы һөйләшеп килештек, аттарыбыҙҙы күрҙек, уларҙы наҙлап, муйындарынан иркәләп һөйҙөк. Иван Прокутин – иллене уҙған йәштәшем. Ул оҙаҡ һатыулашмай ғына миңә өс йыл белгән Мерлинды, ә Мәжиткә Ястреб ҡушаматлы көрән айғырҙы алырға рөхсәт итте. Үҙебеҙҙең эш-ниәттәребеҙгә яуап­лы ҡарауыбыҙҙы, ышаныслы егеттәр икәнебеҙҙе белдереп, аттар­ға тәғәйен хаҡын да алдан түләп ҡуйҙыҡ. Аттарҙы 6 сентябрҙә иртән үҙебеҙ килеп, эйәрләп аласаҡбыҙ. Лагерға ҡанатланып, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ.

Дуҫтарыбыҙға – лайыҡлы бүләктәр

4 сентябрь. Иртән иртүк йыуынып, сәй ҡайнатып, яңы көндө ҡаршылағас та Мәжит менән икәүләп үҙебеҙҙең күптәнге йола буйынса Колочь йылғаһына барып һыу инеп ҡайтыу сәләмәт тәнебеҙгә рух ныҡлығы өҫтәне. Быйылғы ямғырлы йәй йылға-күлдәребеҙҙә иркенләп һыу инергә форсат бирмәгәс, хәҙер инде һыуынған урман йылғаһында ҡойоноу үҙенә күрә бер күңел йыуанысы, танһыҡ булып тойолдо.

Шул арала яныбыҙға Мәскәү ҡалаһынан беҙҙең яңы клуб ағзалары, ике йыл элек кенә ғаилә ҡороп йәшәй башлаған Алексей Орешков һәм Әминә Азеева исемле дуҫтарыбыҙ килеп етте. Улар беҙҙең янға бик ҡыҫҡа ваҡыт­ҡа ғына, күрешеп китер өсөн килде. Бындай шарттар­ҙа яҡын дуҫтар менән бер күрешеү – үҙе бер ғүмер. Ике йәш йөрәктең ғаилә ҡороуы ла бик ҡыҙыҡлы. 2012 йылда Малоярославль ҡалаһындағы реконструкция фестивалендә улар бер күреүҙән ғашиҡ булып өйләнеште. Әминә – Красноусол ҡыҙы, “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубында шөғөлләнгән. Алексей – Воронеж егете. Ул – “Черномор сотняһы” клубында шөғөлләнеүсе казак.

Өйләнешкән көндәренән Алексей беҙҙең клуб ағзаһы булырға теләк белдерҙе һәм уны үҙебеҙҙең Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы ағзабыҙ итеп ҡабул иттек. Бөгөн ул Ырымбур казактарының обер-офицеры мундирында килгән. Әминә үҙенә бына тигән итеп башҡорт ҡатыны кейемен бар нескәлектәрендә тегеп кейгән. Былтыр улар шул кейемдәрендә беҙҙең лагерҙы биҙәне.

Бөгөн бер генә көнгә ҡунаҡҡа килгән Алексей менән Әминәгә улар лайыҡ булған “Бородино һуғышына 200 йыл” һәм үҙебеҙҙең клуб бүләген – “Башҡорт халҡының хәрби даны 1812 – 2012” исемле юбилей миҙалдарын тапшырырға тейешбеҙ. Шул маҡсат менән барыбыҙ ҙа бергәләшеп “Өфө пехота полкы” лагерына килдек. Бөтә пехотасылар мундирын кейеп, бер сафҡа теҙелгәс, 2012 – 2013 йылдарҙа беҙҙең сафтарҙа әүҙем ҡатнашҡаны, баш­ҡорт халҡының хәрби тарихына хөрмәт менән ҡарағаны, уны пропагандалауға ихлас ярҙам итеүе өсөн ҡотлап, дуҫтарыбыҙға ми­ҙал­дар тапшырылды.

Иш янына ҡуш булып, казактар менән дуҫ булып

6 сентябрҙең томанлы иртәһендә Мәжит менән иртүк тора һалып, аттарыбыҙҙы алып ҡайтыу ниәте менән, ҡуйы үлән остарында ялтыраған ысыҡты кисеп, билдәле һуҡмаҡтан Беззубовоға киттек. Үҙем менән менәһе атымды йүгәнләр өсөн башҡортсалап үрелгән суҡлы йүгәнемде лә алғанмын. Аттары­быҙҙа елдереп ҡайтыуыбыҙға Мәскәүҙәге Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән фотограф Әнүәр Ғәлиев менән Алевтина Крылова исемле йәш хәбәрсе килеп, беҙҙең янға махсус ебәрелеүҙәре тураһында белдерҙе. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы поход ашы менән һыйлап, ҡоротлап сәй эскәс, үҙ-ара ҡабул иткән йола буйынса Александр Иванович һәм Мәжит менән өсәүләшеп йылғала һыу инеп ҡайттыҡ.

2007 йылдан бирле Бородино яланында һәр саҡ бергә яҡын дуҫ булып, Дон казактарының граф Чернышев исемендәге хәрби-тарихи клубы етәксеһе, 62 йәшлек Александр Иванович Мищенко беҙҙең лагерҙы эҙләп табып, ҡаршыбыҙҙа ғына урынлаш­ҡан. Беҙ уны, яратып, Иваныч тип тә йөрөтәбеҙ.
Был казактар менән, бер туғандар донъя көткәндәй, йылдан-йыл татыу, берҙәм мөнәсәбәттә осрашабыҙ. Реконструкция уйындарында атлы һөжүмдәргә бер сафта барабыҙ. Шатлыҡтарыбыҙ, яңылыҡтарыбыҙ менән дә ихлас бүлешәбеҙ.

Мәскәү өлкәһенең Лыткарино ҡалаһынан килгән дуҫтарыбыҙ беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, “братья башкиры” тип хөрмәтләп, ҙур әһәмиәт биреп өндәшәләр. Ике йөҙ йыл элек тә бит беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шулай бергәләшеп-дуҫлашып Мәскәүҙе лә, Европаны ла француздарҙан азат иткән, бер-береһенә “ызнакум”, “брат” булышып, яуҙа – яуҙаш, ҡорҙа ҡорҙаш булғандар.

2013 йылдың октябрь айында беҙҙең клубтар Германияның Лейпциг ҡалаһы янындағы “Халыҡтар һуғышы”ның 200 йыллығына бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивалдә лә бергәләп ҡатнашты. Тюрингиялағы Шварц ауылындағы кирха манараһына атылған уҡты һәм алтын ялатылған манара шарын тантаналы асыу сараһына ла был казактар төркөмөн үҙебеҙҙең шатлыҡты уртаҡлашыу өсөн саҡырып алып барҙыҡ.

Шул тантаналарҙа ҡатнашҡан ете казакка башҡорт халҡының хәрби данын беҙҙең менән мәңгеләштереүҙә ихлас ҡатнашҡаны, иғтибары өсөн, походтарыбыҙҙа йыл һайын яҡшы күршеләр, ышаныслы дуҫ булыуҙарын баһалап, клубыбыҙҙың “Башҡорт халҡының хәрби даны 1812 – 2012” миҙалын тапшырыу ниәте менән уларҙы бик тә көтә инек.

Парадса кейенеп, барлыҡ күршеләребеҙҙе лә казактар янына саҡырып, дуҫтарыбыҙға лайыҡлы наградаларын тапшырыу өсөн сафҡа теҙеп, бүләкләү тураһындағы махсус фарманды уҡып, лайыҡлыларға миҙалдарҙы тантаналы шарттарҙа тапшырҙыҡ. Был матур күренеште ҡунағыбыҙ – фотограф Әнүәр Ғәлиев кинәнеп фотоға төшөрҙө.

Башҡорттар – шәхси конвой яугирҙары

Александр Иванович менән тәғәйенләнгән ваҡытҡа офицерҙар, командирҙар йыйылышында ҡатнаштыҡ. Бындай йыйылыш реконструкция яланында ойошторола. Төрлө ғәскәрҙәрҙең хәрәкәттәре, бурыстары асыҡлана. Дөйөм маневрҙар, уйын барышының планы раҫлана. Беҙгә – ике башҡорт һыбайлыһына ла айырым бурыс тәғәйенләнде. Мәжит менән икебеҙ рус армияһының Баш командующийы янында шәхси атлы һаҡсылар төркөмөндә хәрәкәт итәсәкбеҙ.

Төштән һуң башланған репетиция маневрҙарында иртәгә буласаҡ төп сара – 1812 йылғы тарихи Бородино һуғышының кәүҙәләнеше тоҫмалланды. Репетиция ғына булһа ла, сараны бик күп халыҡ килеп ҡарай. Ялан буйлап ғәскәр­ҙәр әле тегеләй, әле былай хәрәкәт итә. Кирасирҙар, гусарҙар, уландар, казактарҙың атлы сафтары елдереп уҙғанда ер һелкенеп торғандай. Аттар ҙа әсе итеп кешнәп ҡуя, атлылар бәрелешкән урындарҙа ҡылыстар сыңлай. Бер нисә тапҡыр ике яҡтан да туптар гөрһөлдәне. Бар ялан буйлап шомло һуғыш еле иҫеп үтте. Аттарыбыҙ ҙа, кешнәшеп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, тояҡтары менән ер сапсырға кереште. Барабан тауышы аҫтында ҡаты баҫып, ҡаршы яҡтан француз пехотаһы күренде. Рустар яғынан һалдаттар мылтыҡтарын тоҫҡап, уларға ҡаршы дәррәү ут асты. Ҡыҫҡаһы, бөтә ялан хәрәкәткә килде, көтөп алған мәлебеҙ етте.

Бер нисә көн алдан килеп, сыбар мундирҙар кейеп, тик шул мәлдәр­ҙе күреү генә түгел, шул хәрәкәт­тәр­ҙең араһында ҡайнау теләге бөтә хәрби-тарихи төркөмдәр өсөн дә тормошҡа ашты. Барыһына ла – кешеләргә лә, аттарға ла яңынан-яңы һынауҙар башланды… Меңәр­ләгән кешенең ғүмерен ҡыйған ғәрәсәтле тарихи һуғыштың бәләкәй генә спектакле бөгөн Колочь йылғаһы айырып ятҡан уйһыу үҙәнде биләгән ике аҡланда тергеҙелде. Бынан 202 йыл элек булған тарихи Бородино һуғышы ысынында иһә фронт һәм тыл оҙонлоҡтары һигеҙ саҡрым һуҙымындағы асыҡ яландарҙа барған.

Бына 1812 йылдағы рус армияһының Баш командующийын кәүҙәләндереп кейенгән генерал Александр Иванович Валькович ат өҫтөндә ултырған килеш ҡалҡыуыраҡ урында тороп, иғтибар менән яланды байҡай. Бер йомошон адъютантына ҡушһа, уйын ҡыҙған бер мәлдә бер нисә йомошо минең дә өлөшөмә төштө. Шәхси конвойҙа булыу Баш командующий артынан тағылып йөрөүҙе генә аңлатмай шул, бында үҙең дә уяу, атың да етеҙ, ҡыйыу булыуы шарт. Туптар гөрһөлдәп торған ялан буйлап атты алға ҡыуыуы, ай-һай, анһат түгел икән. Хәҙер инде дүртенсе йыл рәттән минең менән ошо яланда ҡайнашһа ла, Мерлин һуғыштың уйын ғынаһы ла ҡурҡыныс икәнен һиҙә, буғай. Алға барыу өсөн малҡайҙы ирек­һеҙҙән ҡамсылап, ҡайыҙлап та алыр­ға тура килә. Миңә донесениены тәғәйенләнгән ғәскәр командирына тапшырып, кире әйләнеп ҡайтырға кәрәклеген ат ҡайҙан ғына аңлап-белеп бөтһөн инде…

Тирә-яҡта – ҡысҡырыш, атыш, пушкалар гөрһөлдәй, төтөн, әленән-әле ер һелкенеп, атҡа аяҡ баҫырлыҡ түгел, ул үрәпсей. Бындай мәхшәр­ҙән мал да үҙенсә ҡотолорға тырыша. Күп уйлап торманым, бер аҙ таныш аттар янында тын алып тыныс­ланһын тип, атымды яҡындағы Ахтыр гусарҙарының сафтары артына баҫтырҙым.
Шул мәлдә ахтырҙарҙың командиры Андрей Дементьев: “Маневр яһаусы француз гусарҙарына ҡаршы һөжүмгә әҙерләнергә, ҡылыстарҙы ҡындан һурырға! Марш! Марш!” – тип команда бирҙе. Аттарыбыҙ керештән ысҡын­ған уҡ кеүек алға ынтылды һәм француз гусарҙары араһына улар көтмәгән мәлдә бәреп инеп, ҡылыстар сыңлатып, айҡашып, бик яҡшы һөжүм иттек. Бына шулай итеп, Мерлин менән алғы һыҙыҡҡа донесение илткән арала, “дошман” менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып, “яуҙа” ла булып өлгөр­ҙөм.

Үҙ урыныма ҡайтып, бөтә яланды, уйын барышын оҫта режиссер кеүек күҙәткән Баш командующий­ға донесениены тапшырыуымды белдерҙем һәм үҙен бик яҡшы күрһәткән ҡыйыу атымды ла муйынынан иркәләп, хуплап алырға онотманым. Бына бер мәлде француздарҙың кавалерияһы яныбыҙға яҡын уҡ килеп етте, ә беҙҙең генералыбыҙ резервта торған уландар төркөмөн уларға ҡаршы “һөжүм”гә ебәрҙе. Алыш ҡыҙған бер мәлдә француз атлыларының бер нисәүһе бөтөнләй беҙҙең янда урала башлағайны, Мәжит тә ҡылысын сығарып, генералыбыҙҙың алдына уҡ атылып сығып, уны үҙ аты-кәүҙәһе менән ышыҡлап ҡуйҙы. Әлбиттә, тамаша ҡылып ҡарап торған халыҡ өсөн был сыуалыш ысын һуғышта булған хәл кеүек тойолғандыр.
Тәүге һынауҙы яҡшы үттек, аттарыбыҙ ҙа һынатманы.

Киске лагерь үҙенә генә хас бер илаһи тормош менән тын ала, йәшәй. Һәр ҡайҙа ла усаҡтар осҡон үрләтеп, сытырлап яна. Киске һалҡынса ел таратҡан ҡурылған ит еҫе, төрлө тауыштар менән бер-береһен алмаштырып яңғыраған һалдат йырҙары, гармун, гитара моңдары… Барыһы ла бында бер бөтөн, ихлас, тәбиғи күренә. Бындағы һиллекте тик күк йөҙөндәге түп-түңәрәк булып тулышҡан Бородино айы ғына көнләшеп тә, һоҡланып та сабыр ғына күҙәтә төҫлө. Шул ай яҡтыһында лагерҙа үҙешмәкәр һәләттәрҙән тупланған бик ҡыҙыҡлы концерт ойошторолдо. Бында минең ҡурай уйнауымды яҡшы беләләр һәм концерт башланыу менән ҡурайҙа уйнауымды һоранылар. Беҙҙеңсә лә булһын әле тип, “Любизар” көйөн уйнап ишеттергәс, шатланышып алҡыштар менән оҙаттылар.
Бородино яланы шанлы тарих һөйләне

7 сентябрь. Томанлы иртәлә тағы ла аттарыбыҙҙы юрттырып алып килеү менән, буласаҡ реконструкцияға ныҡлап әҙерләнеп, йыуынып, ҡорал-кейемдәребеҙҙе лә барлап ҡуйҙыҡ. Бөгөн – барса халыҡ көтөп алған хәрби реконструкция көнө. Төп сара – тарихи реконструкция башланғансы француз һалдаттары булып кейенеп килгән ғәскәрҙәр төркөмө Шевардино ауылы янындағы Бөйөк үле армия иҫтәлегенә ҡуйыл­ған ҙур монумент янына тупланып, ҡорбандар хөрмәтенә баштарын эйә. Рус армияһын кәүҙәләндереүсе хәрби-тарихи клубтар ҙа генерал Багратиондың ҡәбере янында ҡуйылған Оло монументҡа килеп, тантаналы сарала ҡатнаша. Был саралар тамамланып, ҡатнашыусылар үҙ лагерҙарында төшкө ашты ашап бөтөү менән, барыһын да яланға саҡырып, борғо тауышы яңғыраны. Был – күптән көтөлгән тарихи реконструкцияны башлау билдәһе. Барыбыҙ ҙа – атлылар ҙа, йәйәүле ғәскәрҙәр ҙә, саф-саф булып теҙелешеп, буласаҡ яу яланына килеп, билдәле урындарыбыҙҙа тупландыҡ.

Кисәге репетициялар тағы ла ижади байытылып, артиллерия гөрһөлдәүе аҫтында 1812 йылдың иң ҙур ҡанлы бәрелешен хәтерләтеп, һуғыш спектакле башланып китте. Бөтә ялан дары төтөнө менән тулды. Меңәрләгән тамашасы ла һиҫкәнешеп, ҡараштары менән бар яланды иңләп, шымып ҡалды. Ҡорос штыктарын ялтыратып, 1500 кешелек пехота сафтары, 20-нән ашыу пушка, йөҙҙән ашыу кавалерия яугиры – тарихи бәрелеш спектакленең төп уйынсылары.

Беҙҙең урыныбыҙ Баш командующий янында. Ул ҡайҙа хәрәкәт итә, беҙ ҙә тирә-яғынан ҡурсалап, ҡарап барабыҙ. Ике генә башҡорт яугиры атта ултырһаҡ та, кейемдәребеҙ, башҡа һаҡсыларҙан айырылып, бик алыҫтан күренеп тора. Мәжиттең аҡ буҫтауҙан үҙе тегеп кейгән сәкмәне бигерәк тә ыҫпай күренә. Арыраҡ, Мәскәү һәм Ҡазан ополчениеһы сафында аҡһаҡалыбыҙ Ғиндулла Шәйәхмәтов та үҙ урынын тапҡан. Ялан уртаһында бергә тупланған рус пехотаһының бер батальоны составында яҡташтарыбыҙ – “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубы обер-офицер мундирын кейгән Рәмил Рәхимов етәкселегендә француз­дар­ға ҡаршы хәрәкәт итә.

Бөгөнгө тарихи реконструкцияла ҡатнашыу теләге менән Поль­шанан, Франциянан, Белорус­сиянан, Рә­сәйҙең бик күп ҡалаһынан хәрби-тарихи клубтар ағзалары килгән. Уларҙың көсө менән француз ғәскәрҙәре, рус армияһы, артиллерия, ауыр һәм еңел кавалерия төрҙәре тупланған.
Һуғыш спектакленең башланып ҡына торған бер мәлендә Баш командующийыбыҙ беҙгә айырым задание бирҙе:

– Башҡорттар! Ана, йылға аша һалынған күперҙең янына барып, тирә-яғын күҙәтеү аҫтына алығыҙ. Дошман килә-етә ҡалһа, тиҙ үк килеп әйтерһегеҙ.
Был бойороҡто ишеткәс тә Мәжит менән икәүләп рус армияһының тылында ҡалған, һаҡһыҙ ятҡан күперҙе күҙәтеү өсөн аттарыбыҙҙа шунда ҡарай елдер­ҙек.
Генералыбыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫ булған, сама менән 20 – 30 минут үтеүгә француз кирасирҙары, йылға аша сығырға ниәтләп, тап беҙ күҙәткән күпер тәңгәленә туплана башланы. Был турала, әлбиттә, килә һалып, генералға доклад бирҙек. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килгән эпизодта башҡорттарҙың дозор хеҙмәтендә лә файҙаланылыуына ишара бар ине. Беҙҙең әүҙем хәрәкәттәр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Француз кирасирҙарын йылға аша сығармаҫ өсөн айырым пехота батальоны күперҙе ныҡлы һаҡ аҫтына алып, рустарҙың тылын нығытып ҡуйҙы.

Шул мәлдә Семеновское ауылының дошман уты аҫтында янып бөтөүенә ишаралап, макет өйҙәр гөлтләп тоҡанды, ялҡын, ҡара төтөн ҡаралтылар өҫтөндә уйнаны. Ошоно ғына көтөп торғандай, рус армияһы дөйөм һөжүмгә күсте. Был тарихи Бородино һуғышы спектакленең кульминацияһы булып күренде. Казактар, уландар, бергәләшеп тупланып, француздар сыға алмаған шул уҡ Колочь йылғаһын сығып, Наполеон армияһының тылына уҡ үтеп инде. Атыша-атыша сигенеп барған француздарҙың бер өлөшө, айырыуса кавалерия төркөмдәре ҡамауҙа ҡалды. Ҙур ғәскәр төркөмдәренең маневрҙарына ҡоролған алыштар, әленән-әле шартлап торған пиротехника бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бөгөнгө Бородино яланында барған саралар “Бородино яланы” дәүләт музей-ҡурсаулығының ойошторолоуына 175 йыл тулыуға арналды, күңелдәрҙә ғәйәт ҙур тойғолар ҡалдырып, уңышлы тамамланды. 1812 йылғы Ватанды һаҡлаусыларҙың һүнмәҫ данын мәңгеләштереү иҫтәлеге булып тарихҡа яҙылды, юйылмаҫ хәтирәләр булып хәтеребеҙгә уйылды.

Уйын күп булмай, тиҙәр бит. Тамаша тамамланыу менән тәү сиратта аттарыбыҙҙы хужаһына тапшырып ҡайттыҡ. Лагерҙы йыйыштырып, күршеләр, дуҫтар менән ихлас хушлашып, пехотасы дуҫтарыбыҙ менән автобусыбыҙға тейәлеп, кисләтеп кенә ҡайтыр юлыбыҙға ҡуҙғалдыҡ. Бер тәүлек үтеүгә Өфөгә яҡынлашҡан төнгө юлыбыҙҙы яҡтыртыусы юлдаш булып, Бородино төндәренең тоғро һаҡсыһы – тулған ай ғына, иҫән-һау ҡайтып етеүебеҙгә шатлан­ғандай, беҙҙең менән хәтирәләр һүтеп, көйләп килгәндәй тойолдо...

Ел тарата юрғаларҙың тарап
үргән ялдарын.
Бер ҡасан да онотмабыҙ
олатайҙарҙың данын.
Любезники, любизар,
маладис, маладис!

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ.
Өфө – Бородино – Өфө.
Сентябрь, 2014 йыл.
(Фотолар авторҙың архивынан алынды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә