26.09.2014 Йылдар дауамында күңелдә йөрөгән рәхмәт һүҙҙәре
Әбйәлилдәрҙең рухлы булыуына, ҡунаҡсыллығына таң ҡалырлыҡ.
Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ менән Ишмырҙа һиҙиәтовтың ҡәберенә сәскә һалдыҡ.
Үҙемдең күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым – етәксем, дуҫым, иптәшем, туғаныма рәхмәтемде еткерҙем. Уның 138 уҡыусыһы – фән кандидаттары һәм докторҙары араһында мин иң беренсе кандидат – доцент, һәм беренсе фән докторы – профессор.
Кеше яҙмышында беренсе танышыу ҙур роль уйнауына күптән инанғанмын. Минең менән дә шулай булды. Дүрт йыл Сибайҙа хирург булып яһап, меңдән ашыу ауырыуға операция эшләп, КПСС-ҡа инеп һәм ике тапҡыр ҡала советына депутат булып һайланғандан һуң Мәскәүгә ординатураға барып эләктем. Бөтәһе 11 кеше, шулар араһында мин – берҙән-бер башҡортмон, Мәскәүҙә бер танышым да юҡ. Барыбыҙҙы ла ассистенттарға һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә беркеттеләр. Мин ул ваҡытта йәш уҡытыусы, әле бөтә донъяға билдәле хирург Сергей Лохвицкийға тура килдем. Бик ҡатмарлы яҙмышлы кеше, 1937 йылда атаһын атҡандар, әсәһен биш йылға “АЛЖИР”ға – тыуған илгә хыянат итеүселәрҙең ҡатындары лагерына оҙатҡандар, ә уны бер апай тейеш кешеһе үҙенә алған. Инглиздәр әйтеүенсә, үҙен үҙе кеше иткән: мәктәпте алтын миҙалға, мединститутты ҡыҙыл дипломға тамамлаған, дауаханала хирург булып эшләгән, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Яҙмыш мине шул кеше менән дежурлыҡ мәлендә операция бүлмәһендә осраштырҙы… Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан таныған кеүек үк, хирург та хирургты бик тиҙ таный, операциянан һуң сәй эскән мәлдә ул минән ҡайҙан, кем булыуым, Сибайҙа ниндәй операциялар эшләүем хаҡында һорашты.
– Ә ниңә бында килдең, былай ҙа бөтә органдарға ла операция эшләй беләһең. Бында операция эшләргә ирек бирерҙәр тиһеңме, күрәһеңме, күпме оло ағайың бар, бер пациентҡа ун хирург – профессор, доцент, бүлек мөдире тура килә.
– Ә һеҙ, дипломлы ишәк килһә, атты эштән ебәрәләр, тигән мәҡәлде ишеткәнегеҙ бармы? – тип яуап бирҙем.
Ул көлөп ебәрҙе лә:
– Әйҙә, улайһа, фән менән шөғөллән, мине – “ат”ты эшкә ек, – тип тәҡдим итте.
Финал. Бер йылдан һуң ике йыл урынына ваҡытынан алда ординатураны тамамланым, диссертация өсөн бөтә материалды тиерлек тупланым һәм өс йыллыҡ аспирантураға күстем. Өс йыл урынына бер йылда аспирантураны тамамланым, ваҡытынан алда диссертация яҡланым һәм Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡытырға ҡайттым. Унда ассистент, профессор, ректор, БР Президенты Советы ағзаһы, өс тапҡыр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы баҫҡыстарын үттем.
Минең етәксем Ҡарағанда медицина институтына күскән, 18 йыл фән буйынса проректор вазифаһын башҡарып, әле лә, 79 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шунда уҡытыуын (40 йылдан ашыу) дауам итә.
Мин уларҙы ҡатыны, 13 йәшлек ҡыҙы менән Аҡтүбәлә осраттым, 15 көн Башҡортостандың тәбиғәтен күрһәтеп йөрөнөм. Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарында йөҙҙөрҙөм, Урал тауҙары аша Сибай ҡалаһына алып барҙым. Унда беҙҙе тоғро уҡыусыларымдың береһе – Ринат Мәһәҙиев көтөп тора ине. Бер көн буйы Арҡайымда булғандан һуң Талҡаҫҡа барҙыҡ. Унан юлыбыҙ Темәс – Асҡар аша Бөрйәнгә сыҡты. Баймаҡ, Әбйәлил райондары сигендә беҙҙе милли костюмдарҙа “Миләш” халыҡ ансамбле ҡатындары, Әбйәлил ағинәйҙәре ҡаршы алды. Улар ҡурай моңо аҫтында башҡорт халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарҙы.
Ҡаҙағстан ҡунағы матур ҡаршы алыуҙары өсөн рәхмәт белдереп, үҙенең 40 йылдан ашыу ошо илдә йәшәүен, ҡаҙаҡ телен белеүен һәм башҡорт телен аңлауын әйтте. Ҡунаҡсыллыҡ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдереп, Башҡортостан өсөн тост әйтте. Артабан беҙҙең юл Ҡужан аша үтте. Бында халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының береһе – табип, Рәсәйҙәге иң тәүге хосписҡа нигеҙ һалыусы Ишмырҙа Һиҙиәтов ерләнгән. Бөйөк эскулаптың ҡәберенә сәскәләр һалғандан һуң хоспис менән танышып сыҡтыҡ һәм райондың иң матур урындарының береһенә – өлтөк ҡарағастар үҫкән ергә юл алдыҡ. Был иҫ киткес матур ағастар, әйтерһең дә, динозаврҙар заманынан ҡалған – биш йылға бер тапҡыр ғына тубырсыҡ бирә. Уларҙы үрсетеү өсөн ошо төбәктән дә уңайлы ер юҡ, әммә йәш ағастарҙы йә мышылар ашап китә, йә тәбиғәттә ял итеүселәр тапай.
Пенсионер уҡытыусы Клара Абдуллина был тәбиғәт мөғжизәһен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса изге эш башлап ебәргән. Үҙ аҡсаһына участканы уратып алып, тәртиптә тота һәм киләсәктә дәүләт заказнигы ойошторолоп, үҙенсәлекле ағастарҙы үҫтереү һәм өйрәнеү өсөн шарттар булдырылыр тип ышана. Әбйәлилдәр йәнә матур концерт, башҡорт ризыҡтары менән тулы өҫтәл менән беҙҙе Бөрйәнгә оҙатып ҡалды. Юл буйына беҙҙе әбйәлилдәрҙең ҡунаҡсыллығы, бөйөк Һиҙиәтов, генерал Күсимов тураһындағы тәьҫораттар оҙатып барҙы. Мине лә яҙмыш был ожмах мөйөшө менән бәйләүен иҫкә төшөрҙөм, 50 йылдан ашыу башҡорт Репины – рәссам Әхмәт Лотфуллинды дауаланым, Роза апай һәм Рафиҡ Сәлмәновтарға операция эшләнем, шулай уҡ башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡыусыларым менән һаман да дуҫлыҡ дауам итә. Барыһы өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәт, хөрмәтле әбйәлилдәр!
Венер СӘХӘҮЕТДИНОВ,
профессор, хажи.