RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маҡсатыбыҙ – башҡорт илен, мәҙәниәтен бар донъяға танытыу

26.09.2014 Маҡсатыбыҙ – башҡорт илен, мәҙәниәтен бар донъяға танытыу

Маҡсатыбыҙ – башҡорт илен, мәҙәниәтен бар донъяға танытыуЭтнографик туризм йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай бара. Халыҡтың мәҙәниәте, архитектураһы, көнитмеше, традициялары менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған туриндустриялағы үҙенсәлекле проекттар беҙҙең республикала ла әүҙем үҫешә башланы. Былтыр ойошторолған «Шүлгән­таш» тарихи-археологик музей-ҡурсаулығы структураһында булдырылған «Урал батыр ере» музей-туристик маршруты 10 миллион һумлыҡ БР Пре­зиденты грантына лайыҡ булды. Яңы проект нимәһе менән үҙенсәлекле? БР Мә­ҙәниәт ми­нистрлығының Күсемһеҙ мәҙәни милли объекттарҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– «Урал батыр ере» музей-турис­тик маршрутын булдырыуҙың маҡсаты нимәлә?

– Был туристик маршрутты булдырыуҙың маҡсаты – Бөрйән райо­нында урынлашҡан «Шүлгәнташ» мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның тарихи ҡомартҡылар исемлегенә индереүгә өлгәшеү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни-рухи мираҫын һаҡлауға иғтибар йүнәлтеү. Әлеге проект төбәккә туристарҙы йәлеп итеүгә лә, халҡыбыҙ мәҙәниәтен, тәбиғәт байлыҡтарын популярлаштырыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Яңы мәҙәни үҙәк тәбиғәт, этнография, археология, фольклор компоненттарын үҙ эсенә аласаҡ. Проект «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Эксперт­тарҙың төп талабы буйынса, тәүтормош кешеләренең һүрәттәре һаҡланған мәҙәни объект эргәһендә махсус тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ та бу­лыр­ға тейеш. Тәбиғәт ҡурсаулығы уны мәҙәни ҡомартҡы булараҡ һаҡлаһа, беҙҙең маҡсат – боронғо һүрәттәрҙе һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индереү.

Әлеге көндә мәмерйә янындағы Морат туғайында беҙгә ике ҙур бина бирелде, хеҙмәткәрҙәр алыу­ға штат булдырылды. Күптән түгел тәүтормош кешеләре һәм солоҡсолоҡ музейын булдырыу өҫтөндә эш башланыҡ. Солоҡсолоҡ донъя кимәлендә беҙҙә генә һаҡланып ҡалған. Музей бинаһын да бик үҙенсәлекле итеп, бал ҡорто йорто итеп төҙөргә ниәтләйбеҙ.

Данлыҡлы «Аҡбуҙат» эпосы менән бәйле Йылҡысыҡҡан күле тирәләй парк зонаһы булдырыу ҙа мәмерйәгә килгән туристар өсөн мауыҡтырғыс туҡталҡа буласаҡ. Күл эргәһендәге тау башына «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары герой­ҙары – Ҡатил батша, Самрау, Һәүбән, Һомай кеүек образдарҙың һындары ҡуйыласаҡ. Уны Дисней­ленд формаһында эшләргә уйлайбыҙ. Аҡбуҙатҡа ла һәйкәл урынлаштырыласаҡ. Маҡсатыбыҙ – донъя ки­мәлендәге тәбиғәт ҡо­март­ҡы­һы – мәмерйә менән танышырға килгән ҡунаҡтарға уның «Урал батыр» эпосы, башҡорт легендалары, риүәйәттәре менән берлеген, халыҡ ижады менән бәйле урындарҙы күрһәтеү.

– «Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығында ла, бәләкәй булһа ла, тәбиғәт музейы, умартасылыҡ музейы бар. Был ҡабатлау булмаҫмы?
– Юҡ, киреһенсә, беҙ уларҙың эшмәкәрлеген байытасаҡбыҙ. Рухи мираҫыбыҙ, халҡыбыҙҙың милли паспорты иҫәпләнгән «Урал батыр» эпосы кеүек, солоҡсолоҡ та – донъя кимәлендәге бренд. Шуға ла музей тирәләй умартасылыҡ булдырып, солоҡтар урынлаштырыу ҙа күҙаллана. Һәр турист башҡорттоң был кәсебенең ниндәй булғанын үҙ күҙҙәре менән күрә ала. Тәүтормош кешеләре музейына мәмерйәлә башҡарылған ғилми-тикшеренеү эштәренең һығымталарын, унда табылған әйберҙәрҙе ҡуясаҡбыҙ. Боронғо кәсептәребеҙҙе, палеолит осорон күрһәтеү музей-туристик маршрут структураһында берҙән-бер генә түгел, боронғо кешеләр­ҙең мәҙәни тормошо, нисек хужалыҡ итеүе башҡа объекттарҙа ла сағылыш табасаҡ. Фән менән мифологияның берлеге музейҙар комплексы, уларҙың композициялары идеяларын формалаштырыу мөмкинлеге лә бирә. Мәҫәлән, Әзрәҡә батша – һөйрәлеүселәр музейы, Самрау батша (күктәге батша) – орнитология музейы, Ҡатил батша – палеолит хайуандар музейы булдырыу ҙа шулар иҫәбенән. «Етмеш батман таш» комплексында проект буйынса уҡтан атыу, пейнтбол буйынса ярыштар үтәсәк.

– Әлбиттә, ҡунаҡтар музейҙарҙы, комплекстарҙы ҡарап ял итеп кенә йөрөмәй. Уларҙы хеҙмәтләндерергә лә кәрәк бит. Был йәһәттән нимәләр эшләнәсәк?
– Этнотуризм туристарҙы йәлеп итһен тиһәк, уларҙы хеҙмәтләндереүҙең дә юғары кимәлдә булыуы шарт. Беҙҙең бурыс тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡты ойоштороу булһа, Бөрйән эшҡыуарҙары туризм сервисын үҫтерергә тейеш. Ағас еҫе аңҡып торған, зауыҡлы итеп төҙөлгән, милли аш-һыуыбыҙ тәҡдим ителгән йорттар, әлбиттә, үҙенә саҡырып торасаҡ. Буҙа, ҡымыҙ кеүек эсемлектәрҙән дә һәр кем ауыҙ итергә әҙер.

– Этнотуризмды перспективалы туризм йүнәлеше тип һанайһығыҙмы? Ул башҡаларына конкурент була аламы?
– Этнотуризм – күп сығым талап итә торған тармаҡ. Уны ҡыҙыҡлы, туристар йәлеп итә алырлыҡ итеп ойоштора беләһең икән, әлбиттә, перспективаһы бар. Уны аҡса эшләү сығанағы тип тә иҫәпләү хата булыр. Туризмдың был төрө, бер яҡтан, мәҙәниәтебеҙ, башҡорт донъяһы менән таныштырыу булһа, икенсенән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткесе икәнен дә онотмайыҡ.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә