05.09.2014 Яңылыҡтар
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Әлифбанан бер себеш” спектакле 8 – 14 сентябрҙә Карелияла “Йәш театр” фестивалендә ҡатнашасаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров моноспектаклдең рус телендәге вариантын ҡуясаҡ. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь тәнҡитселәре баһалаясаҡ.
Өфө ҡалаһының Калинин районында урынлашҡан 4-се кордонда законһыҙ рәүештә 98 шыршы (дөйөм күләме – 60 кубометр) ҡырҡылған. Күрелгән зыян күләме 700 мең һум тирәһе тәшкил итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһында Нефтселәр көнөнә арналған хоккей турниры дауам итә. Нефтекама ҡалаһының “Торос” командаһы Пензаның “Дизеле” менән көс һынашып, 2:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе уйын урындағы “Нефтяник” менән буласаҡ.
Башҡортостанда бесән әҙерләү буйынса план 102 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бесән запасы – 747 мең тонна. Бынан тыш, 1,8 миллион тоннанан ашыу сенаж һәм 269 мең тонна силос әҙерләнгән.
Өфөнөң 6-сы балалар музыка мәктәбенең биш уҡыусыһы йәш композиторҙарҙың Новосибирскиҙа уҙған XV халыҡ-ара конкурсында призлы урындар яуланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Арсен Өмөтбаев – беренсе, Адель Кәримова, Линара Ҡәйепова, Елизавета Рогачева – икенсе, Рәмилә Әбсәләмова өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ. Бөтә авторҙар ҙа композиторлыҡ оҫталығы нигеҙҙәрен уҡытыусы һәм композитор Замира Шәғиеваның класында өйрәнә.
Өфө ҡалаһының “Йәш ғаилә – 2014” конкурсына һайлап алыу туры башланды. Ҡатнашырға теләүселәр бик күп буласаҡ, тип фаразлай ойоштороусылар. Сөнки еңеүсе ғаиләне төп бүләк – еңел автомобиль көтә.
7 сентябрҙә Өфөнөң Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһында Тажик мәҙәниәте көнө билдәләнә. Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Башҡортостандағы И. Сомоно исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәге үткәрәсәк сараға ике республиканан да мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Байрамда милли йолаларҙан, йыр-бейеүҙәрҙән торған ҙур программа ҡаралған.
Г. ҠЫУАТОВА әҙерләне.