27.11.2010 Аллаға ышан, әммә үҙең дә ҡыймылда
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты быйыл туғыҙ айҙа төбәктә күпме торлаҡ төҙөлөүе тураһында һандар һәм факттар килтерә.
Шуларға күҙ һалайыҡ: дөйөм майҙаны 1406,3 мең квадрат метр тәшкил иткән 15,5 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был – уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 86,6 процент. Республиканың мең кешеһенә иҫәпләгәндә, 346 квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, шәхси торлаҡ йорттар өлөшө дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 76,9 процентын тәшкил итә. Шәхси төҙөүселәр дөйөм майҙаны 1081,8 мең квадрат метрлыҡ 10 меңдән ашыу шәхси йорт төҙөгән (2009 йылдың ғинуар – октябренә ҡарата – 83,6 процент). Дәүләткә ышаныс ҡалмағас, тимәк, халыҡ, кредиттарға батып булһа ла, үҙе ҡуҙғала башлаған.
Республика предприятиелары һәм ойошмалары ла йорттар төҙөү менән шөғөлләнә икән. Мәҫәлән, улар туғыҙ айҙа майҙаны 324,5 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата – 98,3 процент.
Халыҡ әйтеме раҫҡа тура килә: Аллаға ышан, әммә үҙең дә ҡымшан.