RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киң билдәле археология ҡомартҡылары

15.08.2014 Киң билдәле археология ҡомартҡылары

Арҡайым ҡаласығы. 1987 йылда Силәбе өлкәһендә һыу һаҡлағыс төҙөләсәк урында осраҡлы ғына рәүештә бронза дәүеренә ҡараған ҡаласыҡ табыла. Арҡайым исемен ул бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тау атамаһынан ала. Ҡомартҡыны тикшереү һөҙөмтәһендә уның береһе икенсеһенең эсенә ингән ике түңәрәк стена, урҙар һәм соҡорҙар менән нығытылған боронғо ҡаласыҡ булыуы асыҡлана. Ул Сибай ҡалаһы янында урын­лаш­ҡан. Йыл һайын изге һаналған урынға 25 меңгә яҡын турист килә.

Өфө – II ҡаласығы. Баш ҡаланың үҙәгендә, хәҙерге Пушкин, Яңы күпер урамдарында, Салауат Юлаев проспектының башында урынлашҡан. Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV – XVI быуаттарға тиклем һаҡлан­ған. Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Өфө йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала. Ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары – нигеҙенең киңлеге – 10 метр, бейеклеге 4 – 5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылған.
Баҡшай ауылы. Археология ҡомартҡыларына бай Көньяҡ Урал төбәгендә – Учалы райо­нының Яңы Байрамғол ауылы эргәһендә Баҡшай тип аталған боронғо ауыл эҙҙәре табылды. Керамик һауыт-һабаны һәм башҡа әйберҙәрҙе тикшереү был урында кешеләр­ҙең яҡынса биш мең йыл элек йәшәгәнен раҫлай. Ҡоролма 80 – 100 метр диаметрлы биләмәлә урынлашҡан.

Ҡыпсаҡ археологик комплексы. Илеш районының Ҡыпсаҡ ауылындағы ҡәберлектәр­ҙән табылған Рим биҙәүестәренең эшләнеү ваҡыты яҡынса беҙҙең эраның башы тип билдәләнә. Әлеге урында эҙләнеү эштәре 1992 йылда башланған. 4 – 5 йәштәр­ҙәге ҡыҙ баланың ҡәберенән – бронза муйынса, ә урта йәштәрҙәге ирҙекенән алтын билбау һәм ҡаптырма табыла. Был ерҙәрҙән борон сауҙа юлы үткән, тип фаразлана. Урындағы халыҡ үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте, көнкүреш әйберҙәрен төрлө тауарҙарға алмаштырған. Рим биҙәүестәре лә шул юл менән Башҡортостанға килгән, тип аңлатма бирә ғалимдар. Шулай уҡ Ҡыпсаҡ археологик комплексында ҡаҙыныусылар төрлө көнкүреш әйберҙәренә, һунар һәм эш ҡоралдарына күпләп юлыға.
Кәшәнәләр (мавзолей). Күгәрсен райо­нының Мәҡсүт ауылы янында ил инәһе, Ерәнсә сәсәндең ҡатыны Бәндәбикә, Шишмә районының Үрге Тирмә ауылында Турахан ата һәм Аҡ зыяратта Хөсәйенбәк хажи ерләнгән кәшәнәләр боронғоларҙан һанала. Уларға хәҙер ҙә дин юлындағы кешеләр зыярат ҡыла, туристар килә.

“Ирәндек” тарихи-археологик ландшафт музей-заповеднигы. 295 кв. км биләмәлә 400-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ бар. Улар араһында айырыуса тарихи әһимиәте булған археологик ҡоролмалар: Фәйзулла ауылы янындағы “Ҡыҙылъяр” таш (йәшмә киң ҡулланылған) оҫтаханаһы, бронза дәүеренең Улаҡ ҡаласығы (Байыш ауылынан алыҫ түгел ерҙә). Шулай уҡ күп ҡәберлек, кәшәнә табылған.

Һуңғы асыш – Учалы районының Ахун ауылы янындағы бронза быуаты дәүерендәге менгирҙар комплексы. Ҡоролманың йәше –яҡынса дүрт мең йыл. Был обсерватория ҡояшты, айҙы күҙәтеү, йондоҙлоҡтарҙы билдәләү, ҡояштың ҡал­ҡыу нөктә­һен, көн менән төндөң тигеҙ­лән­гәнен һәм ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡул­ла­ныл­ған. Шу­лай уҡ бындай урын­дар төрлө йолалар үт­кәреү өсөн фай­ҙа­ланыл­ған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә