RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

27.11.2010 Өс һөйләм менән

Өс һөйләм менәнӨфөлә «ҡатын-ҡыҙ йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Иң төп баһаға – «Бизнес корифейы» номинацияһына – «Учалы теген фабрикаһы» йәмғиәте директоры Фәйрүзә Степаненко лайыҡлы тип табылды. Еңеүселәр араһында Лилиә Зәйнуллина (Нефтекама), Гүзәлиә Ишмакова (Стәрлетамаҡ), Рәсимә Сәлихова (Салауат ҡалаһы), Гөлнара Хоҙайназарова (Бөрйән), Ирина Кирьянова (Бәләбәй) бар.

Баш ҡаланың 183 йортонда лифт эшләмәй. Был мәсьәләне хәл итеүгә июндә үк тейешле аҡса бүленгән. Планға ярашлы, быйыл 186 лифтты алмаштырырға тейештәр һәм был эште 10 декабргә тамамлау мотлаҡ, тип билдәләнгән.

«Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе» проекты буйынса мәктәп уҡыусылары ла эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә ала. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә 158-се башҡорт гимназияһының 30 уҡыусыһы махсус курс­ҡа йөрөй башлаған, бүтән мәктәп­тәрҙең дә өлкән класс егет-ҡыҙҙарын көтәләр. Эшҡыуарлыҡҡа йәштән өйрәтеү үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк, тип ышана проект авторҙары.

«Өфө уттары» үҙәгендә «Бала­лар модаһы подиумы» шоуы үтте. Бында Рәсәй төбәктәренең, Өфө, Дүртөйлө, Сибай ҡалаларының, Әлшәй, Шишмә райондарында эшләгән балалар мода театрҙары, агентлыҡтары ҡатнашлығында ижади парад, йәш моделдәр, рәссам-модельерҙар конкурсы ойошторолдо. Илдә берҙән-бер булған был сараны «Премьера» модель агентлығы үткәрҙе, ә идеяны БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ла хуплаған.

Республика бухгалтерҙары тәүге тапҡыр һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. «Бухгалтер иҫәбе» номинацияһында – Бүздәктән Венера Янаева, «Һалым һалыу» буйынса Өфөнән Наталья Әхрәмова еңеп сыҡты. Дөйөм алғанда, ярышта 98 бухгалтер ҡатнашты.

Өфөнөң Орджоникидзе райо­нының Ташкент урамында өс һарай янып китә. Янғын һүндереүселәр 10 һыйыр, 12 сусҡаны ҡотҡара. Утты һүндереүҙә 20-нән ашыу янғын һүндереүсе ҡатнаша, биш цистерна һыу тотонола.

Дүшәмбелә БР Милли китапханаһының немец уҡыу залында немец телендә сыҡҡан «Урал батыр» эпосының исем туйы була. Башҡорт халҡының бөйөк әҫәрен сит телгә филология фәндәре докторы, Германияла ун йыллап йәшәгән Әлиә Тайсина тәржемә иткән. Был эш эпостың Айҙар Хөсәйенов прозаға һалған варианты буйынса башҡарылған.

Өфөнөң Октябрь районы суды кеше алдап, ике йыл эсендә 27,5 миллион һум аҡса «эшләгән» 36 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығар­ҙы. 2006 йылда ул кредит-ҡулланыу кооперативы аса һәм, йылына 50 процент арттырып түләйем, тип алдап, клиенттарҙы йәлеп итә. 168 кешене «төп башына ултыртҡан» енәйәтсе дүрт йылға колонияға ебәрелгән.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә