RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берҙәм көс тау ҙа аҡтарыр

01.08.2014 Берҙәм көс тау ҙа аҡтарыр

Беҙҙең заманда барыһы ла илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн эшләнде.

Бөгөн хужалыҡтар өсөн бесән, һалам әҙерләү әллә ни ҡатмарлы эш түгел. Аҡсаң, кәрәкле техникаң һәм уңайлы һауа шарттары булһа, бер нисә көндә эштең осона сығыр­ға була. Кешегә аҡсаһын ғына түлә. Аҙна-ун көндә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙер. Ә бит быны 55 – 60 йыл элек күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине. Юғары уңышлы сәсенде үләндәр бик аҙ булды. Бесәнгә яраҡлы үлән башлыса туғайҙарҙа, юл буйҙарында, тау битләүҙәрендә үҫте. Һөрөнтө ерҙәрҙе иген культуралары үҫтереүгә тәғәйенләнеләр. Берен­се сиратта бесәнде колхоз малына әҙерләйҙәр. Планды үтәгәс кенә колхозсыларға ҡалған-боҫҡан, соҡор буйҙарынан һ.б. ерҙәрҙә бесән әҙерләргә рөхсәт итәләр ине. Халыҡта мал да хәҙерге кеүек ишле булманы – бер һыйыр, бер быҙау, бер нисә кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт.

Элек колхоз малына аҙыҡ әҙерләү ҙур өмәгә әүерелә ине. Дөйөм эш өсөн колхоз ит, он һ.б. ризыҡтарын да йәлләмәне. Сөнки кешенең тамағы ризыҡҡа туйманы, һуғыш шауҡымы һаман да ныҡ һиҙелә ине. Өмә ваҡытында бесәнлектәр, туғай­ҙар гөрләп торҙо. Сөнки был эш күп ат, үгеҙ көсө менән башҡарылды. Берәүҙәр ҡул салғыһы ме­нән саба, икенселәр, башлыса ҡатын-ҡыҙ, алдан сабылғанын йыйып, күбәләй, өсөнсөләре күбә тарттыра, күбә оҙата. Ныҡлыраҡ ир-ат эҫкерт, кәбән ҡоя. Йылға буйында 4 – 5 ҙур-ҙур ҡаҙан аҫалар, һәм апай-инәйҙәр яңы һуйылған мал итен тураҡлап, бешереү яғын хәстәрләй. Ныҡлап, күңелләнеп эш­лә­һәң, яланда һурпалы ризыҡ бик үтем­ле. Әлбиттә, сер түгел, өмәселәр араһында ҡайһы берҙәрен ҡайнар ҡаҙандар нығыраҡ та ҡы­ҙыҡһын­дыр­ғандыр, алдан әйтеүемсә, ауыр йылдар ине. Ғәҙәттә, өйҙә ыумас, ҡатығың булһа, тамаҡ туҡ, ти торғайны әсәйҙәр. Өмәлә үҙенә күрә «ремонтная бригада» булды. Инвалид йәки ҡулы оҫта 2 – 3 бабай кемдең салғыһын сүкеп, кемгә һабын, тотҡаһын рәтләп ултыра. Бигерәк тә яңғыҙ апай, инәйҙәрҙең салғы, һәнәктәре тутыҡҡан, көйләнмәгән була ине. Ир юҡ, балалар ир ҡорона етмәгән. Бесәнселәр са­быр­ға төшөп китһә, арттарынан өлгөр генә, теләмәһәң дә, ярышыр­ға тура килә, алдағынан ҡалышмаҫҡа тырышаһың. Сөнки артыңдан башҡа салғысылар үксәңә баҫып килә.

Эш хаҡы ул ваҡытта шул «трудодень» инде – бер кеше бер көн эшләһә, бер таяҡ һыҙалар. Беҙгә, малайҙарға, күпме яҙғандарҙыр, белмәйем. Өлкәндәр һөйләүе буйынса, иң күбе 1 – 2 таяҡ, эштең ауырлығына, яуаплылығына ҡарап булғандыр инде. Барыһы ла ал да гөл булмаһа ла, халыҡ тырышып эшләне. Шулай булмаһа, анау тиклем ҡыйынлыҡтарҙы нисек еңеп сығыр­ҙар ине? Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, кешеләр рухи яҡтан нығыраҡ булды, киләсәккә ҙур өмөт, ышаныс менән ҡаранылар. Ул хыялдар яйлап булһа ла тормошҡа ашып, аҡлана барҙы. Кешеләр бер-береһенә ярҙамсыл, бергәләшеп тиҙәк баҫыу, утын, бесән әҙерләү, өй күтәреү өмә яһап башҡарылыр ине. Хәҙерге кеүек, берәйһен ярҙам­ға саҡырып өндәшһәң, күпме түләйһең, тип һораусылар булманы.

Шуныһы үкенесле, пенсияға сыҡҡанда колхозда эшләгән йылдар­ҙы 16 йәштән һуң ғына иҫәпкә алғандар, ҡыҫҡаһы, хеҙмәт кенәгәһе һуң асылған. Ул йәшкә тиклемге наряд-табелдәрҙе яндыр­ғандар. Йәнәһе, Советтар Союзын­да балалар хеҙмәте файҙаланылмаған. Әлбиттә, бик күп тә түгел һымаҡ ул хеҙмәт стажы, ләкин балалар, үҫ­мер­ҙәр өсөн ул йылдар бик тә ҡиммәткә төштө, кемдәрҙер хатта ауыр эштән һаулығын юғалтты. Барыһы ла илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн эшләнде бит. Халыҡ үҙен йәлләмәне, тырышып эшләне. Һәр ваҡыт матур тормош булырына яҡты өмөт менән ҡаранылар.

Рәис ИШМӨХӘМӘТОВ,
хеҙмәт ветераны.
Көйәргәҙе районы,
Иҫке Отрада ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә