RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙәң ауылда...

18.07.2014 Ә беҙҙәң ауылда...

Ә беҙҙәң ауылда...Гөлнәфис Сабурова,
Архангел районының Аҙау ауылы ветерандар советы рәйесе:

– Үткән һанда беҙҙең ауыл тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡһа ла, был аҙнала ҡабаттан шылтыратырға булдым. Сөнки ауылдашым ҡайһы бер көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙе урап үткән. Беҙҙә оптималләштереү процесы барышында ауыл советы юғалды, мәктәп 11 йыллыҡтан 9 йыллыҡ итеп ҡалдырылды.
Һуңғы арала тағы бер проблема өҫтәлде – яҡшы ғына эшләп йөрөгән фельдшерыбыҙ күсеп китеү сәбәпле, медицина ярҙамы ала алмайбыҙ. Был бигерәк тә оло быуын вәкилдәре өсөн ауыр хәл. Күрше-тирә бер-беребеҙгә укол эшләп йөрөргә мәжбүрбеҙ, әммә был эштең нескәлектәрен барыһы ла белеп бөтмәй. Май аҙағынан бына шундай хәлдә йәшәйбеҙ.
Бынан тыш, тағы ла йәнде әрнеткән мәсьәләне күтәргем килә. Беҙҙең ауылды “айыҡ ауыл” тип иғлан иттеләр. Шуға ҡарамаҫтан, магазинда һаман иҫерткес эсемлектәр һатыла, көмөшкә эшләп һатыусылар ҙа бар. Был шулай булыр­ға тейешме ни?

Гөлнара Ишбаева,
Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауылы:

– Үткән аҙнала күрше Үрге Бикҡужа ауылы янында, Йомағужа һыу һаҡлағысының “Башҡорт ауылы” тип аталған урынында Өфөнән “Дарман” проекты килеп, ҙур опен-эйр ойошторҙо. Беҙҙең ауыл йәштәре лә унда ҙур теләк менән барып, күңел асып ҡайтты. Хатта күрше Ейәнсура, Мәләүез райондары, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан да йәштәр килгәйне. Көн боҙолоп, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп бейенек һәм йырланыҡ. Үҙемдең ярат­ҡан йырсыларымды күрә алыуыма шатмын. Тиҙҙән шул уҡ урында тағы ла концерт ҡуясаҡтар, әле шул сараны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Илүзә Бағышаева,
Йылайыр районының Һабыр ауылы:

– Еләк бик уңған, тик ауыл тирәһендә түгел, шуға күрә алыҫҡараҡ машина менән барып йыйырға кәрәк. Беҙҙең яҡта һирәктәр генә бесәнгә төштө, сөнки иртәрәк. Әле кешеләр ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү менән мәшғүл. Ураҙа ваҡыты булғас, туйҙар ҙа уҙғаны юҡ. Киләһе аҙнала ауыл клубында Учалы ҡалаһы филармонияһы концерт ҡуясаҡ тип вәғәҙә итәләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә