RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Урал батырҙың “МӘҢГЕЛЕК ҒҮМЕР” программаһының яңы мәғәнә алғаны

17.05.2014 Урал батырҙың “МӘҢГЕЛЕК ҒҮМЕР” программаһының яңы мәғәнә алғаны

Тимәк, әле “йыртҡыслыҡты бөтөрөү”, иң мөһиме – күҙгә күренмәгән Үлемде үлтереү, Йәншишмәне табып, үлгәндәрҙе терелтеү мәсьә­ләһе хәл ителеүгә мохтаж проблема булып ҡала. Урал:

Урал батырҙың “МӘҢГЕЛЕК ҒҮМЕР” программаһының яңы мәғәнә алғаны“Йәншишмәнең бар һыуын
Һоҫоп алып киләйек,
Бар кешегә бирәйек.
Күҙгә күренмәҫ Үлемдән,
Килер ауырыу-һыҙлауҙан
Кешеләрҙе ҡотҡарып,
Барыһын да шат ҡылып,
Мәңге үлмәҫ ҡылайыҡ”, –

тип, йыйындағы халыҡҡа оран ташлай. Тимәк, ул баштағы маҡсатын бойомға ашырыу сараһын таба. Тик был сараны ҡулланыу ысулын ғына аныҡлайһы бар. Юҡһа әлегә ул, Йәншишмәнән ауыҙ иттеңме – Әжәл һиңә хәүеф түгел, тип белә. Мөрәжәғәтенең сәбәбе һәм маҡсаты ла, асылда, шуға ҡайтып ҡала. Халыҡты ул ошо проблеманы бергәләп хәл итергә саҡыра.

д) Меңйәшәрҙең Урал батырҙы иҫкәрткәне: үлем һәм мәңгелек ғүмер хаҡында үҙ фәлсәфәһен иғлан иткәне
Урал батыр, тағы йыйын йыйып, халыҡ менән кәңәш ҡормаға итә. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үтмәк кәрәк: аҙаҡ уландарына, халҡына васыят итеп әйтәсәк “кәңәшһеҙ ил ҡормағыҙ!” алтын ҡағиҙәне тотоуҙа Урал батыр үҙе үк үрнәк күрһәтә.

Халыҡты “Күҙгә күренмәҫ Үлем­дән... Кешеләрҙе ҡотҡарып, Мәңге үлмәҫ ҡылайыҡ!” – тип саҡыр­ған мәлдә кинәт Мең­йәшәрҙең пәйҙә булыуы Урал батыр “програм­ма”һына иң һуңғы төҙәтмә индерергә форсат бирә. Бик-бик теләһә лә, үлә алмай интеккән ҡарт Йәншишмә һыуын эсмәҫкә, үҙе ҡылған хатаны ҡабатламаҫҡа өндәй, үлемһеҙлек – физик яҡтан мәңгелек ғүмергә ирешеүҙә түгел, ә быуын-быуын ялғаныр затың, нәҫелең ҡалыуҙа, тереләр хәтеренә күсер изгелек ҡылыуҙа икәнен төшөндөрә.

Әжәл-Үлем әйткән һүҙ ҙә был хикмәтте аңлау өсөн ифрат фәһемле. Уларҙы Меңйәшәр Уралға цитата рәүешендә еткерә. Йәшәр хәле ҡалмағас, Үлемде саҡырып, уға буй бирергә (баш эйергә) уйлаған Меңйәшәрҙе Әжәл бына ни тип үсәй:

“Йәншишмәнән һыу эстең –
Миңә ҡаршы көс иттең,
Мәңге йәнең алалмам,
Һине үлек италмам.
Көсөң бөтөр – ҡалырһың,
Үлә алмай, дуларһың,
Тәнең сереп, ҡорт ашар,
Шунда ла һин үлмәҫһең,
Һин донъянан китмәҫһең,
Алйып-ҡаңғып бөтәрһең”.

Ошо һүҙҙәргә өҫтәп, Меңйәшәр Йәншишмәнән һыу эсмәҫкә өгөтләй. “Донъя – у бер бағ икән”, ә Үлем “көнө тулғанынан сүпләп, бағты бушата”.

“Мәңге ҡалам тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ.
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
У ҙа булһа – яҡшылыҡ.
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге ейер аш булыр”.

Был нәсихәт Урал батырҙың мәңгелек ғүмер хаҡындағы ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеүгә сәбәп була. Батыр Йәншишмә һыуын бар тереклек йәшәрлек шарт тыуҙырыуға файҙаланыу кәрәклегенә төшөнә.
Әйткәндәй, яҡшылыҡ тураһында ишеткәне Урал батыр өсөн яңылыҡ та, асыш та түгел. Уның мәғәнәһе хаҡында ул тәүҙә Һомайҙан ишетә:

“Йәншишмәнән һыу алып
Әсәм тәнем йыуҙыртҡан”.

Һыуҙың үлемһеҙлек сараһы икәнен дә Һомай әйтә. Әммә үҙ биләмәһендә Урал менән осрашҡанында:

“Илдә, егет, үлмәҫлек,
Үлемгә буй бирмәҫлек
Бик борондан донъяла
Йәшәп килгән яҡшылыҡ”, –

ти, йәғни Йәншишмәнең альтернативаһы барлығын төшөндөрә. Шул уҡ ваҡытта:

“Дейеү батша биләгән
Йәншишмәһе һыуы бар”, –

тип, “аны барып алырға” “ярҙам бирергә” ризалығын белдерә. Икенсе төрлө әйткәндә, алдына ҡуйған “Мәңге йәшәһен ил” маҡсатына ирешеү өсөн, Урал батырға шул ике форсаттың береһен һайлау мөмкинлеге барлығын аңлата. Үлемдән азат булыуҙың ни икәнен ғәмәли яҡтан кисереүсе ҡарт иһә уларҙы инҡар итә, бары тик яҡшылыҡтың мәғәнәһен аса. Һәм, асылда, яҡшылыҡ – мәңгелектең синонимы, тигәнде раҫлай.

ҙ) Урал батырҙың Ҡоҙғон фәлсәфәһе айышына төшөнгәне, уны танырға мәжбүр булғаны
Урал батыр “мәңгелек ғүмер” төшөнсәһенең Меңйәшәр әйткән фәлсәфәүи айышына төшөнөп кенә ҡалмай, уны ғәмәлгә ашыра: ҡулына юлыҡҡан Йәншишмә һыуын ауыҙ итеү форсаты сыҡһа ла, унан баш тарта, шифалы һыуҙы тирә-йүнгә һибә.

“Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Ил һөйәргә ил булып,
Ер һөйәргә бағ булып,
Балҡып торған ер булһын!”

Уның был ғәмәле башлап Һомай төшөндөргән, Меңйәшәр күҙ уңында тотҡан һәм мәғәнәһен тәрәндән асҡан яҡшылыҡтың мәңгелек балҡышы булып ҡабул ителә. Алғышҡа ла, ҡара доғаға ла тиң ошо теләге иһә “яҡшылыҡ” тигән абстракт төшөнсәнең материалләшеүенән ғибәрәт. Бынан тыш, “программа”һының тәүге вариантынан күҙгә күренмәҫ Үлемде үлтереү, Йәншишмә һыуын үлгәндәрҙе терелтеү өсөн сарыфлау хаҡындағы “пункттар”ҙан Урал батыр автоматик рәүештә баш тарта. Бер яҡтан, был аҡыллы ҡарар, икенсе яҡтан, иһә, яҡшылыҡ йөҙөндә ғәмәлләшкән изгелек хаҡына ҡош-ҡорт ҡоролтайында сығыш яһаған Ҡоҙғон фәлсәфәһен яңы килеп таныуы, тип ҡарарға ла була.

Аңлашылыуынса, имәнес затты кәүҙәләндереүсе ҡоҙғондоң фәлсәфәһе хаҡлығын Урал батыр ҡапыл танымай. Йәншишмә артынан оҙон сәфәргә сығыр алдынан ҡош-ҡорт ҡоролтайында уның Үлемде үлтереүгә ҡаршы булыуын ишетһә лә, әрәсәһенә иғтибар итмәй, ул маҡсатты “программа”һына индерә. Әле килеп, Ҡоҙғон фәлсәфәһен ғәмәли яҡтан ҡеүәтләй. Аңла­шылыуынса, бының өсөн уға Меңйәшәр менән осрашыу, уның йәшәү һәм үлем, яҡшылыҡ хаҡында башлап Һомай төшөндөргән, үлем­һеҙ ҡарт тарафынан мәғәнәһе тәрәнәйтелгән яҡтылыҡ хаҡындағы фәлсәфәһен тыңлау кәрәк булған. Меңйәшәр фәлсәфәһенең үлемгә ҡағылышлы өлөшө ниндәйҙер кимәлдә ҡоҙғон фәлсәфәһен раҫлау мәғәнәһенә эйә.

Бөтә тереклек мәнфәғәтен эсенә алған глобаль проблеманы хәл итеү – мәңгелек ғүмергә өлгәшеү сараһын табыу мәсьәләһен Урал батыр өс тапҡыр йыйылған йыйындың “көн тәртибе”нә сығара. Был хаҡта уйлана башлаған дәүерҙә ҡош-ҡортто, шунан үлем күрә алмай ҡаңғырған ҡарт менән, аҙаҡ үҙе Әжәл менән осрашыр мәле етеп килгәндә халыҡты йыя. Өс осраҡта ла Үлемдең ҡотолғоһоҙ ғына түгел, ә ерҙә тереклекте мәңге һаҡлау сараһы булғаны раҫлана. Ул идеяны тәүҙә – ҡоҙғон, һуңынан бөтә тәне ҡаҡшаған Меңйәшәр аңлата. Хәҡиҡәткә дәғүә итеүселәр уны үҙенсә нигеҙләй. Шулай ҙа ике төрлө фекерҙең фәлсәфәһе, төп асылы уртаҡ булып сыға. Шул арҡала оҙон ғүмерле ҡош – ҡоҙғон менән үлә алмай интегеүсе Меңйәшәр образдарының әжәлгә ихтыяжды яҡлауының функциональ асылында уртаҡлыҡ күҙәтелә. Әммә, мәңгелек ғүмерҙең синонимы – яҡшылыҡ, тип иҫәпләүе Меңйәшәрҙе Ҡоҙғондан сағыштыр­ғыһыҙ айыра. Уға Урал батыр образы яҡын, халҡына, уландарына, Һаҡмар ҡустыһына биргән нәсихәте лә шуға ҡоролған. Ни хәтле батыр булһаң да, яңғыҙ һәм кәңәшһеҙ эш ҡылмаҫҡа, кешегә байман табырға, яуҙа батыр булырға, олоно – оло, кесе кесе тип белергә, етем-еҫергә булышырға нәсихәт әйтә. Был ғәмәлдәрҙең барыһын да: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” – тип дөйөмләштерә.

Шулай итеп, төп эпоста мәңгелек ғүмер йә үлем мәсьәләһе идея кимәлендә өс тапҡыр көн үҙәгенә ҡуйыла. Меңйәшәрҙең аҡыллы һүҙҙәрен тыңлағандан һуң Ҡоҙ­ғондоң фекере яңынан баһалауға дусар була һәм әлеге мәсьәләне төптән уйлап хәл итеү кәрәклеген иҫкәртә. Меңйәшәрҙең фекере иһә шул иҫкәртеүҙә хәҡиҡәт әйтелгәнен раҫлауҙан ғибәрәт, ә һөйәк тә тиренән торған һыны – хәҡиҡәттең күргәҙмәле, кире ҡаҡҡыһыҙ раҫланышына тиң. Бына шулай Ҡоҙғондоң фекере яңы баһаланыш ала, ә үҙенә ҡарата симпатия уяна. Заманалар үтеү менән бер үк мифик затҡа мөнәсәбәттең үҙгәреше – ғәҙәти күренеш. Мәҫәлән, боронғо рус мифологияһында Баба-Яга изге зат иҫәпләнһә (тап шуның йоғонтоһонда Т. Беляев “Башкирская повесть Куз-Курпяч...” тигән әҫәрендә Мәскәйҙе изге зат итеп күрһәткән), тора-бара ул ҡара көстө кәүҙәләндерә башлай. Ибн-Фаҙлан аннотация кимәлендә генә теркәгән эпик ҡарһүҙ буйынса, торналар – изге заттар, ни өсөн тигәндә, башҡорттарҙың бабаларын дошман ҡулынан һәләк булыу хәүефенән улар ҡотҡара. Хәҙер мәғлүм инаныс буйынса, әгәр торналар бейеһә, һуғыш сыға. Тимәк, уларға ла ҡараш үҙгәрә төшә.

е) Йәншишмә һыуының – тереклек шарты, шул шарт өсөн тәүшарт тыуҙырылыуының шарт булғаны

Йәншишмә һыуын бар тереклек йәшәр шарт тыуҙырыу өсөн файҙаланыу кәрәклегенә төшөнөү менән эш бөтмәй. Ул теләк ғәмәлгә ашып, бар донъя, быуын-быуын яңыра-яңыра йәшәһен өсөн тәүшарттың үҙен булдырыу – шарт. Донъя диңгеҙенән ҡоро ер хасил итеү – тәүшартты булдырыуға өлгәшеү ул.
Донъя мифологияһына ҡоро ер яһау, ил табыу мотивы киң билдәле. Башҡа сюжеттарҙан айырмалы рәүештә, “Урал батыр” эпосында художество яғынан ул бик тә үҙенсәлекле асыла. Мифик толпар – Аҡбуҙатын менеп, Урал батыр даръя­ны ярып үткән урында – ҡоро ер (эпик ҡобайыр формаһындағы төп версия), дейеүҙәрҙе ҡырып өйгән урында тау хасил була. Хатта үҙе үлгәс тә, батыр илтабарлыҡ миссияһын атҡара: уның ҡәбере – мөһабәт Урал тауына, һөйәктәре аҫыл мәғдәнгә әүерелә (иртәк рәүешендәге икенсе версия). Унан тыуған Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел, Шүлгәндән тыуған Һаҡмар, Урал тауынан баш алып, ошо уҡ исемдәге Башҡортостан йылғаларын ағыҙып китеүҙәренә сәбәп ҡыла.

Үлер алдынан васыят әйткәндә, ни тиклем көс-ҡеүәткә эйә булһаң да, был донъяла яңғыҙ-ярым эш атҡарып булмауын төшөндөрә.

“Тыңла, илем, һиңә әйтәм:
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән еремдә
Кешегә байман табығыҙ,
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло тейегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе тейегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ!
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!”

Башынан үткәндәрҙе яңынан кисереп, Урал кәңәшһеҙ-ниһеҙ яңғыҙ эш ҡылыуына, юлдаш иткән ағаһының яуыз уйлы булғанына үкенә, уландарына бергә-бергә эш ҡылырға нәсихәт әйтә. Өс улының һәм Һаҡмар ҡустыһының, йылға ярып, халыҡты, бар тереклекте һыуға кинәндереүе – Урал батыр васыятының бойомға аша башлауы ул.
Формаль яҡтан сюжет ошонда тамамлана. Шул уҡ ваҡытта сиселешкә халыҡ сәсәндәре, Урал батыр тарафынан үҙгәртеп ҡорол­ған донъя үҙләштереүгә, камиллаштырыуға мохтаж, әммә Шүлгән ише заттарға унда урын булмаҫҡа тейеш, тигән идея һалған. Уны кинәйәләү, асылда, яңы сюжетҡа орлоҡ һалыуҙы аңлата. “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Минәй батыр менән Шүлгән батша” кеүек эпос­тар шул ихтыяж һөҙөмтәһендә тыуғандар ҙа инде.


Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә