RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бейеүсе” таяҡ ҡайҙа? Ҡолошта!

17.05.2014 “Бейеүсе” таяҡ ҡайҙа? Ҡолошта!

Яратам музейҙар буйлап йөрөргә! Үҙеңде эҙәрмән кеүек хис итәһең: инде күптән табылып, экспонат итеп ҡуйылған әйберҙе үҙең өсөн өр-яңынан эҙләп табып, уймаҡтай ғына мөйөштә лә әллә күпме асыш яһап, балалар кеүек ҡыуанаһың! Ҡыҙыҡһыныусанлығыма баш була алмай, ҡала-райондағы бөтә музейҙарҙы ла йөрөп сыҡҡанмын, тип уйлағайным, баҡтиһәң, тағы бер тарихи тупланма күҙ уңынан ситтә тороп ҡала яҙған. Ул да булһа Урал тауҙары итәгенә һыйынған Ҡолош ауылында йәшәүсе Хәҙис Сафиуллиндың шәхси музейы. Эйе-эйе, ябай ауыл кешеһе, элекке көтөүсе үҙенең иҫке йортонда былтыр ып-ысын музей асҡан.

“Бейеүсе” таяҡ ҡайҙа? Ҡолошта!Экспонаттар шул тиклем күп, хатта өйгә һыймай, ихата эсендә урын алған. Экскурсоводтарҙың береһе хужа үҙе булһа, икенсеһе – ауылдың аҡһаҡалы Зәйет Шакиров. Хәҙис ағай ҙа, Зәйет бабай ҙа тирә-яҡты арҡырыһына-буйына ҡат-ҡат йөрөп сыҡҡан, тыуған төбәкте үҙҙәренең биш бармағындай яҡшы белә. Тыуған төйәккә ҡарата оло һөйөүҙе һәр күҙәнәккә әсә һөтө менән бергә һеңдерһәләр, эҙәрмәнлек ауырыуын уларға Әнүәр Ғибәҙәтов атлы уҙаман (мәрхүм инде) йоҡторған. Һәр хәлдә, тау-урмандар буйлап йөрөп, һәр түбәлә тарих ишетеп, таштарҙа яҙыуҙар күргән Хәҙис Ғибәҙулла улы хәҙер бер көн дә тыныс йәшәй алмай – күңеле гел нимәлер эҙләргә, табыр­ға, асырға ынтылып, эҙләнеүҙәргә тартылып тик тора. Ә эҙләгән кеше – таба!

– Был күнәккә 80 – 90 йыл са­маһы, – тип, 50 литрлыҡ биҙрәне күрһәтте Зәйет бабай. – Күмәк хужалыҡ ойошторолғас, ошо һауыт менән игенде иҫәпләп алғандар.

– Ә был иҫке биҙрәне урмандан табып алып ҡайттым, – тип, бәләкәсерәген һондо Хәҙис ағай. – Тиҫтәләрсә йыл элек уны Тирлән тимерселәре эшләгән.
Һөйәп ҡуйылған саңғылар ҙа “йәш” түгел икән. Баҡтиһәң, улар 1942 йылда Ҡолоштағы мәсет бинаһында яһалған. Һуғыш осоронда Фәсхетдин Хажин, Фәйзрахман Мәғәфүров (Ишмәкәйҙән), Әхмә­ҙулла (һөйәрғол ауылынан) кеүек балта оҫталары фронтҡа саңғылар һәм санитар саналар эшләп ебәреп торған. Һеҙ был хаҡта белә инегеҙме? Мин – юҡ.

Миңдейәр Искәнйәровтың ки­леһе лә музейҙа урын тапҡан. Төп тәғәйенләнешен онотоп, боронғо һауыт тауыҡ ояһы булып та хеҙмәт иткән, сәскә түтәле лә булған. Хәҙис ағайға килеп эләгеп, төп асылына ҡайтҡан ҡартҡа оҡшаттым мин уны. Ҡымыҙ бешкән күнәктә (имәндән яһалған, ахыры) ошоға тиклем ит һаҡлағандар. Нисек бер ялғауһыҙ эшләнгәндер был күнәк – аптыраҡ! Уйҙарымды ҡысҡырып әйткәс, ташты утта ҡыҙҙырып, ағас өҫтөнә һалғандар ҙа, күрәһең, шунан һуң соҡоғандарҙыр, тигән фараз ишетәм үҙешмәкәр экскурсоводтарҙан. Музейҙы тулыландырып, Хәҙис ағай ялҡауы килмәй ағас­тан сар ҙа эшләп ултыртҡан: “Балалар күпселектә элек йәшәгәндәрҙе белдекһеҙ, аңра тип күҙ алдына килтерә, шул хата фекерҙе юҡҡа сығарыр өсөн, күрһендәр, белһендәр ниндәй аҡыллы, булдыҡлы кешеләр булғанын, уларҙың юҡты ла бар итеүен аңлаһындар, тип тырышам”.

“Бейеүсе” таяҡ ҡайҙа? Ҡолошта!Музейҙа Мөхәммәт мулланың таяғы ла һаҡлана. Таяҡ һис тә ябай ҡул таяғы түгел, ә Зәйнулла ишандың бүләге! “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алған Мөхәммәт Садиҡ улы Садиҡовҡа уны Зәйнулла ишан кешеләрҙе дауалар өсөн тапшыр­ған. Телдән-телгә күскән һүҙ буйынса, ул таяҡ мөғжизәле көскә эйә. Мөхәммәт бабайҙың ҡатыны Хөснәнең (динле, заманына күрә бик уҡымышлы кеше) нисек итеп шул таяҡты бейеткәнен күргән кешеләр ҙә бар, тиҙәр, ысын булһа әгәр...
Һуғыш бөткән көндө нәшер ителгән “Правда” гәзите һаны, алтын йыуыу ҡорамалдары, йөҙйәшәр көршәк, үлсәүҙәр, тараҡтар, лампалар – нимә генә юҡ музейҙа! Хатта тула һуғыу өсөн ҡулайлама ла бар, тик уны, рәтен-сиратын белеп, ҡороусы әҙәм юҡ.

– Байтаҡ экспонатты ауылдаштар, таныштар йыйышты, ҡайһы бе­рәүҙәрен һатып та алырға тура килде, – тип һөйләй Хәҙис ағай. – Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә бит, ҡайҙа барһам да, мотлаҡ берәй боронғо әйбер күҙгә салына. Эшлектән сығып, бер нәмәгә лә ярамағас, кешеләр ташлай ҙа ҡуя, ә бит төптән уйлап ҡарағанда, улар­ҙың әһәмиәте бик ҙур – үткәндәрҙе киләсәк менән тоташтырып торған ептәр кеүек улар миңә. Бер таныш егет, музейҙы ҡарап сыҡҡас, миндә бик боронғо ошо нәмә бар, теге нәмә бар, һиңә бирәйем әле, тип ҡайтып киткәйне, аҙаҡ, дәртләнеп, үҙе музей асырға булып, үпкәләмәгеҙ, экспонаттар үҙемә кәрәк, тип сәләм ебәрҙе. Ә нишләп үпкәләйем, ти?! Киреһенсә, ҡыуандым ғына. Һәр ауылда бер нисә музей булһа ла ҡамасауламай. Тыуған ергә һөйөү, иғтибар тәрбиәләү ысулы ла баһа... Әйткәндәй, рун яҙмаларын уҡыу менән шөғөлләнгән Иршат Ейәнбирҙин беҙҙең ауыл­ға килеп, ҡәбер таштарын уҡып, иң боронғо таштың 793 йылғы икәнен асыҡланы. Был бит иҫ киткес хәл! Тимәк, ауылыбыҙ шул за­мандарҙан алып бар! Был яңылыҡҡа күҙ йома алманыҡ, тиҙ генә ауыл халҡы менән күмәкләшеп аҡса йыйып, Ҡолош зыяратында плита ҡуйҙыр­ҙыҡ. Кешеләр белһен, күрһен – Ҡолош булған, бар һәм буласаҡ!

Ауылының киләсәгенә битараф ҡала алмаған Хәҙис ағай музейҙы былтыр йәй генә асһа ла, уны биш йөҙгә яҡын кеше ҡарарға ла өлгөргән. Ҡыҙыҡ күреп, Та­тарстандан, Өфөнән, Баймаҡтан да ҡунаҡтар килеп ҡайтҡан. Аҡыллыға – ишара: бынан ары мәктәп уҡыусыларына, тыуған яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға, йәй походҡа ҡайҙа барырға, тип баш ватаһы түгел. Учалы районының Ҡолош ауылына, Хәҙис Сафиуллиндың музейына, әлбиттә, рәхим итегеҙ. Сөнки, музейҙан тыш, эҙәрмән Учалының данлы пирамидаларын да, Ҡуңыр буға юлын да алып барып күрһәтә ала. Үҙе белгәнде барыһы менән дә бүлешергә әҙер – ҡыҙыҡһыныусылар ғына булһын. Ә ундайҙар бар бит!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә