RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ырыуың кем, Салауат?

25.04.2014 Ырыуың кем, Салауат?

Ырыуың кем, Салауат?Халҡымдың иң арҙаҡлы улы, бөйөк шәхес Салауат Юлаев ҡайһы ырыуҙан булған? Тәүге ҡарашҡа, был һорауҙы ҡуйыу урынлы ла түгел, сөнки яҡшы мәғлүм: данлы батырыбыҙ Салауат – Көҙәй ҡәбиләһенең Шайтан-Көҙәй ырыуынан.

Эйе, Шайтан-Көҙәйҙән. Һәм шуға ҡарамаҫтан, ул киң билдәле факт­тың дөрөҫлөгөн юҡҡа сығарырға ынтылған мәҡәләләр матбуғатта күренгеләп ҡала. Уларҙың береһе бынан 20 йыл элек донъя күрҙе (“Советская Башкирия”, 1994 йыл, 24 июнь). Өфөнән Радик Вахитов яҙған мәҡәләһендә шундай һөҙөмтәгә килгән: Салауаттың олатаһы – (атаһының атаһы) Ҡыуаҡан ырыуы башҡорто, Ҡыуаҡан улусы старшинаһы Аҙнабай Ҡарағужин. Яҙма тарихсы-ғалимдарҙың Өфөлә үткәрелгән конференцияһы алдынан донъя күрҙе. Ул конференцияла мин дә сығыш яһаным, Салауат Юлаевтың ике улы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе архивтан 1993 йылда нисек эҙләп табыуым хаҡында һөйләнем. Сығышымдың аҙағында Р. Вахитовтың үрҙә әйтелгән концепцияһының хата икәнлегенә туҡталып үттем. Мине иғтибар менән тыңланылар, ләкин бер кем дә һорау бирмәне, бәхәскә инмәне (ә залда Р. Вахитов та бар ине).
Конференциянан һуң ул тәнҡит һүҙемде бер ни ҡәҙәр киңәйтеп ҡағыҙға төшөрҙөм һәм мәҡәлә итеп “Йәшлек” гәзитендә баҫтырҙым.
Салауат нәҫеленең Ҡыуаҡан ырыуынан түгеллеген мин шул фәнни хеҙмәтемдә аныҡланым, башлыса, ошо төп дәлилдәр менән: Салауаттың атаһы Юлай Аҙналиндың тамғаһы Ҡыуаҡан улусы (теүәлерәк әйткәндә, Әүәләк-Ҡыуаҡан улусы) старшинаһы Аҙнабай Ҡарағужиндың тамғаһына формаһы буйынса яҡын да түгел, йәғни уларҙа генетик уртаҡлыҡ бөтөнләй юҡ, Аҙнабай һәм Аҙналы – икеһе ике исем, Юлайҙың фамилияһы тәүсығанаҡтарҙа Аҙнабаев та түгел, ә бары – Аҙналин һәм Адналин.
Р. Вахитовтың тулыһынса хаталар­ға ҡорол­ған концепцияһын минән һуң профессор Әнүәр Әсфәндиәров тәнҡит утына тотто (А. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана, 9-н. Уфа, 2001 год, с.132 – 134). Әммә Ә. Әсфәндиәровтың был тәнҡите бер яҡлыраҡ килеп сыҡҡан (унда төплө дәлилдәр аҙ) һәм шуның ярҙамында Р. Вахитов тарихсы-ғалимдың үҙен тәнҡитләп бынан ун бер йыл элек “Ватандаш” журналында ҙур мәҡәлә баҫтырҙы (“Ватандаш”, 2002 йыл, №12, 111 – 116-сы биттәр). Журналдағы ул яҙмала төп һүҙ шуға ҡайтып ҡала: Салауаттың олатаһы кем, ҡайһы ырыуҙан икәнлеге тураһында Ә. Әсфәндиәров, ғөмүмән, дөрөҫ фекер йөрөтмәй.
Р. Вахитовтың ул яҙмаһы мине шуныһы менән дә ныҡ аптыратты: унда Аҙнабай Ҡарағужиндың исеме Аҙналыбай формаһында ҡулланыл­ған. Автор ни сәбәптән Ҡарағу­жиндың исемен үҙгәртеп яҙған? Ә бит Ҡараһаҡал ихтилалының башынан алып аҙағына тиклем ҡатнашҡан һәм Ҡараһаҡал яуы тар-мар ителгәс, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаһына ҡасҡан Аҙнабай Ҡарағужин тура­һында тарихи документтар күп һәм уларҙа был старшинаның исеме бары Аҙнабай (йәки Атнабай). Аңлашылалыр, Ҡарағужиндың исемен Вахитов, ул Юлай Аҙналиндың атаһы, тип беҙҙе ышандырыу өсөн генә үҙгәртеп яҙа.
Һәм шуныһы ла ныҡ уйландырырлыҡ: Р. Вахитов әле һаман (инде нисәмә йыл буйы) Салауатты Ҡыуаҡан башҡорто тип иҫәпләй икән дә. Ә был хаҡта миңә матбуғатта Салауат шәжәрәһе буйынса дөрләгән ҙур бәхәстән мәғлүм булды (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 110-сы, 114-се, 168-се, 169-сы һандар).
Бәхәсте өсәү алып барҙы, бер яҡтан – тарихсы Фаил Тикеев һәм яҙыусы Йыһат Солтанов, ә икенсе яҡта – Радик Вахитов. Баҡһаң, улар­ҙың тәүге икәүһе, тарихи Ҡобау улусы ерендә Тәкәй ауылы барлығын иҫәпкә алып, Салауатты Ҡобау ырыуы башҡорто тип һанай икән дә баһа.
Һәм билдәле, был дискуссияла ике яҡ та еңеү яулай алманы. Ҡараһаҡал ихтилалын бәйән иткән бер документҡа тейешле иғтибар бирмәү сәбәпле. Ә ул тәүсығанаҡ Өфөлә яҙылған, датаһы – 1740 йылдың март башы. Унда Ҡараһаҡалдың дошманы Аҙналы бай тураһында һүҙ бара. Эйе, дошманы тип яҙам. Сөнки түбәндәге бер өлөшө нәҡ шул турала ла: “В письме башкирцов Елдаша муллы, Исмаила тархана и Азналы-бая з братьями и з детьми написано: воры де башкирцы разъехались врознь, а именно Чюраш в Каратавлинскую волость через Чюрмакова жилища к Кашмару, то есть гора Ик Толкучюрина, а Тырнаклинской и Тюбеляцкой волостей башкирцы ушли в Буляк-куваканскую волость к горе же Кутую, а живши воры по Киги реки Заит, Асман, деревни Кызылбаевой жители, Карабаев и Карачюрин ушли по Аю реки в Каракулинскую волость...” (Материалы по истории Башкирской АССР. ч.1. М – 1, 1936, с. 394).
Һүҙ ҙә юҡ, бөгөн тарих фәне өсөн үтә лә ҡиммәтле ул хатты Өфөгә яҙған башҡорттар­ҙың береһе Салауаттың олатаһы Аҙналы булған.
Тарихыбыҙҙың ул билдәһеҙлеген асыҡлар­ға булышлыҡ иткән иң төп дәлилдәрем шулар:
1. Яҙма бер тәүсығанаҡтан мәғлүм: Аҙнабай Ҡарағужин ауылының атамаһы – Аҙнабай (Материалы по истории Башкирской АССР. ч.1. М.-1., 1936, с. 483.).
2. Красильников һәм Рычков картаһы (1755 йыл) күрһәтеүенсә, Ирәмәл тауына Аҙнабай ауылынан ара тиҫтә саҡрым самаһы ғына.
3. Ҡараһаҡал ихтилалына Шайтан-Көҙәй ауылдары, ғөмүмән, ҡушылмаған.
4. Ҡараһаҡал яуы 1740 йылдың март уртаһында Әүәләк-Ҡыуаҡан улусынан Ҡыр-Көҙәй биләмәләренә килеп, Ҡыр-Көҙәй улусы старшинаһы Юлдаш мулланы һәм Исмәғил тарханды әсиргә ала, ә аҙаҡ шайтан-көҙәйҙәр ауылы Тәкәйгә һөжүм итә.
5. Ырымбур губернаһының ике картаһында (уларҙың береһен 1737 йылда хәрбиҙәр төҙөгән, икенсеһен 1755 йылда – Красильников һәм Рычков) шайтан-көҙәйҙәр йылғаһы Көскәнде буйында Аҙналы ауылы билдәләнгәне шул хаҡта һөйләй. Салауаттың олатаһы Аҙналы ул төйәктә ХVIII быуат уртаһына тиклем йәшәй.
Теҙемдәге һуңғы дәлилем нигеҙендә фәнни асышым ошо: борон заманда төньяҡ башҡорт ауылдарының күбеһе яҡынса утыҙ йыл һайын үҙенең исемен алмаштырған. Ни өсөн?
Уның сәбәбе бер генә: ауыл лидерының исеме үҙенән-үҙе шул төйәк атамаһына әйләнгән. Бына ни өсөн Салауаттың тыуған ауылының исеме ХVIII быуатта өс тапҡыр алмашына.
Фаразлауымса, ХVIII быуатҡа ул ауыл Шәғәли атамаһы менән ингән. Был фаразымды күпмелер кимәлдә Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романы ла ҡеүәтләй.
Юлай Аҙналин өйөндәге һандыҡта һаҡлан­ған йәйәне (Шәғәли Шаһман йәйәһе) тартыр­ға шайтан-көҙәйҙәрҙән бары Салауат батыр­ҙың ғына көсө етте, тигән һүҙ роман­ға, моғайын, тарихи риүәйәттән килеп ингәндер.
Әлбиттә, ул йәйәне Тамъян ырыуы батыры Шәғәли Шаһман­дыҡы (ХVIII быуат) тип фараз ҡылыу хата булыр ине. Сөнки Тамъян ареалы Йүрүҙән еренән шаҡтай алыҫ. Өҫтәүенә, тамъяндар менән шайтан-көҙәйҙәр электән ырыу-ара яҡын бәйләнештә донъя көткән, тигән мәғлүмәт тә тарихи сығанаҡтарҙа күренмәй.
Тәүсығанаҡтарҙан шул аныҡ билдәле: ХVIII быуаттың алтмышынсы йылдары башында шайтан-көҙәй­ҙәр­ҙең Тәкәй ауылын Юлай ауылы тип атап йөрөтә башлайҙар (йәғни Юлай Аҙналин сотник дәрәжәһен алғас). Ә инде етмешенсе йылдар­ҙың аҙағында был ауылға ваҡыт тарафынан Йонос тигән исем ҡушыла.
Үкенескә күрә, хәҙергә рәсми фән был ауылды электән үк бер генә исемдә булған тип иҫәпләй. Һәм шуныһы аяныслы, ҡыр-көҙәйҙәрҙең тарханы Йонос Теперищев (ХVIII быуат) ауылы Йоносто фән әһелдәребеҙ әле һаман шайтан-көҙәйҙәрҙең Йонос төйәге тип һанай. Салауаттың биографияһын тикшергәндә төп хаталар бына ҡайҙан башланған.

Рауил ИСЛАМШИН.
Тәтешле районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә