23.11.2010 Башҡортостанда эш сәфәре менән Александр Шохин булды
Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин Өфөгә сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан башлығы һәм Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты был тема буйынса республиканың фән һәм иҡтисад элитаһы вәкилдәре ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе.