23.11.2010 «Китап» өй туйланы
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Левченко урамындағы бәләкәй ҡыҫынҡы йортонан Октябрь проспектында (2-се йорт) урынлашҡан яңы офисҡа күсте. Йома көндө өй туйы үтте.
Тантанаға килеүсе БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров билдәләүенсә, «Китап» – республиканың ғорурлығы, Башҡортостандың төп рух һәм мәҙәниәт усаҡтарының береһе. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға яҙыусылар, күрше республикалар ҡунаҡтары – Татарстан һәм Мари Иленең китап нәшриәттәре директорҙары Дамир Шакиров, Лидия Ильина, Мари Иле Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы начальнигы Владимир Маркин да килгәйне.
Ал таҫманы киҫеү хоҡуғы «Китап»тың директоры Зөфәр Тимербулатовҡа, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовҡа һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа бирелде.
Өй туйы тағы ла бер ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ. Нәшриәттең яңы бинаһының эсендә Зәйнәб Биишеваға мемориаль таҡта һәм стендты асыу тантанаһы ла үтте. Унда арҙаҡлы яҙыусыбыҙҙың улы Тельман һәм ейәне Таһир Әминев ҡатнашты.
Ниһайәт, «Китап» нәшриәтенең дә йылы, яҡты, матур һәм заманса йорто барлыҡҡа килде. Ситтән килгән ҡунаҡтар һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округындағы бер генә нәшриәттең дә бындай бинаһы юҡ икән.
А. ЗИННУРОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.