RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар

23.11.2010 «Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар

«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙарБыйыл башҡорттоң мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алыуға 100 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа был бөйөк әҫәрҙе өйрәнеү әүҙемләште, тип әйтергә була. Уға бағышланған мәҡәләләр, китаптар һәм башҡа хеҙмәттәр йыл да күпләп сығып тора. Быға ҡыуанып, шөкөр итергә генә ҡала. Үҙем эпос менән ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында, студент сағымда, ҡыҙыҡһынып киттем. Иң тәүҙә эпостың тел байлығы хайран иткәне әле лә хәтеремдә. Эпосты уҡып сыҡҡандан һуң үҙемде ниндәйҙер бер мөғжизә менән осрашҡандай хис иттем. Был аптырау миндә әле булһа кәмемәй. Уны уҡыған һайын үҙем өсөн ниндәйҙер бер яңылыҡ асам. “ҡөрьәндең сере күпме уҡыһаң да кәмемәй, ә арта ғына”, – тип әйтәләр бит. “Урал батыр” эпосы менән дә шулайҙыр. Сөнки ул башҡорт аҡылы тыуҙырған һәм кешелеккә бүләк иткән иң бөйөк әҫәр, тип әйтһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫтыр.
Эпосты оҙаҡ йылдар тикшереүҙәремдең һөҙөмтәһе итеп 2005 йылда рус телендә “Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары” (“Космогонические воззрения древних башкир”) китабымды сығара алдым.
Баҡтиһәң, “Урал батыр” эпосы ата-бабаларыбыҙҙың космогоник ҡараштарын йыйнаған, туплаған әҫәр икән. Кешеләр борон-борондан, был донъя­ны кем, ҡасан, нисек яһаған, тигән һорауҙарға яуап эҙләй. Ошо уҡ һорауҙарҙы беҙҙең ата-бабалар ҙа үҙҙәренә биргән һәм яуап итеп “Урал батыр” эпосын тыуҙырған. Ғәрәптәрҙең ошондай һорауҙарға яуап эҙләүенең һөҙөмтәһе булып изге ҡөрьән китабы торһа, башҡорт өсөн Исламды ҡабул иткәнгә тиклем изге һәм дә серле әҫәр ролен “Урал батыр” үтәгән. Мифологияның барлыҡҡа килеүен, таралыуын һәм борон­ғо кешеләрҙе берләштереүҙәге ролен махсус өйрәнмәгән кешегә мифтар ниндәйҙер бер фантастик әкиәт кеүек ҡабул ителә. ҡайһы берәүҙәрҙе “Урал батыр” эпосының бер генә вариантта булыуы һағайта. Нишләп, йәнәһе, уны элек берәү ҙә белмәгән, Мөхәмәтша Буранғолов уны тик ике кешенән генә белешкән. Быға яуапты «Урал батыр» эпосының халыҡ тормошондағы изгеләштерелгән сакраль роленән эҙләргә кәрәк. Сакраль (изге) әҫәр булараҡ, уны теләһә кемгә, теләһә ҡайҙа, үҙең теләгән ваҡытта һөйләргә ярамаған. Ә инде сит-яттарға һөйләү бөтөнләй тыйылған. Экспедицияла йөрөгән этнографтар Себер халыҡтарының хатта әлеге көндәрҙә лә сит кешегә ундай әҫәрҙәрҙе һөйләп бармауын, шул арҡала материал туплауҙың ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуын билдәләп үтә. Бының сәбәптәрен улар баяғы халыҡтарҙың күҙ тейеү тигән нәмәнән ныҡ ҡурҡыуы менән аңлата. Кешеләр бындай хөрәфәткә әле булһа ышана бит. Боронғоларҙың күҙаллауынса, сит кешегә, йә нин­дәйҙер сәбәптәр арҡаһында һөйләү тыйылған кешегә серҙе сисеү әҫәргә зыян килтереүгә, күҙ тейеүгә тиңләнгән. Ышанысһыҙ кешенең боҙом ебәреүе ихтимал, тип ҡурҡҡандар. Шуның кеүек, ата-бабаларыбыҙ беҙҙең эпосты ла кешегә бигүк һөйләп бармаған. Сөнки, әле үрҙә әйтеп үтеүемсә, был эпоста нисек итеп Донъя яралыуы тураһында һөйләнелә. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың уйлауынса, был Донъяны һәм дә ундағы барлыҡ нәмәләрҙе лә Урал менән Шүлгән тигән илаһтар (урыҫта “божества” – З. А.) барлыҡҡа килтергән. Урал тигәне кешеләр йәшәрлек яҡты донъяны яһаһа, Шүлгән иһә Теге донъяны төҙөп, уны үҙенә һәм үҙе кеүек насар заттарға һыйынырлыҡ урын итеп ҡуя.
Башҡорттоң мифологияһында Донъя хаосты һынландырған һыуҙан башлана. Эпос: “Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти, бер урын”, – тип башланып китә. Бындай башланғыс күп мифологияларға хас. Ошо “бер урында” Йәнбирҙе һәм Йәнбикә исемле тәү кешеләр донъя көтөп ята. Был Йәнбирҙе менән Йәнбикәне беҙҙең фольклорсыларыбыҙ, иң тәүге кешеләр, тип аңлата. Был бигүк дөрөҫ түгел. Йәнбирҙе менән Йәнбикәне кешеләр тип түгел, ә “рух” йәки “йән” (философияла “мировой дух”, “душа” тиҙәр), – тип аңларға кәрәктер. Ошо “йән”дәр (мировой дух) тәнгә, йәғни Урал менән Шүлгәнгә күсә, матдилаша. Шулай итеп, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ эпоста аңлатыуынса, донъяла аңлы заттар барлыҡҡа килә. Ошо ике аңлы йән эйәһе – Урал менән Шүлгән – барлыҡ донъяны (яҡшыһын да, яманын да) барлыҡҡа килтерә.
Бөтә донъя мифологияһынан материалдарҙы ҡулланып яһаған анализдарыма ҡарағанда, Урал батыр ҡояштың бер йыл эсендә үткән маршруты буйынса үтә. Эпоста Урал Һомайға: “Донъяла биш ил барын беләм мин, береһендә үҙем тыуҙым, икәүһен барып күрҙем, тағын икәүһен күрергә китеп барам мин”, – ти. Был юлдарҙы ҡояштың бер йыл эсендә үткән юлы менән сағыш­тырһаҡ, ҡояштың дүрт нөктә аша үтеүен күрербеҙ. Был нөктәләр – 22 март һәм 22 сентябргә (яҙғы һәм дә көҙгө көн менән төн тигеҙләнгән мәлдәргә, 22 июнь һәм 22 декабргә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа көндәргә) тура килә.
Урал батыр барған илдәр, унда эшләгән эштәр, батырлыҡтар – бөтәһе лә ошо ваҡыттарға тап килә. Тимәк, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо дәүерҙәрҙә үк бик тә теүәл календарь төҙөй алған. Юҡҡа ғынамы ни башҡорттоң бөйөк улдарының береһе – Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт мотлаҡ белергә тейешле нәмәләр араһында: “Йондоҙҙарҙы белеү фарыз”, – тигән. Үҙ халҡының боронғоһон бик тә яҡшы белгәнгә күрә лә ул был турала айырым әйтеп киткән.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
ғилми хеҙмәткәр.


(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә