21.08.2010 Ауыл эшсәндәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы
ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең һалымдар һәм йыйымдар буйынса реструктуризацияланған бурыстарын өҫтәмә кисектереү буйынса саралар күреү уларға дәүләт ярҙамының бер төрө булып тора.
1 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда финанс сәләмәтләндереү программаһында 193 ауыл хужалығы етештереүсеһе ҡатнаша. Уларҙың реструктуризацияланған бурысы яҡынса 1 миллиард һум тәшкил итә. Реструктуризациялауҙа ҡатнашҡан 139 ауыл хужалығы етештереүсеһе быйылғы ҡоролоҡтан зыян күргән. Уларҙың 30-ҙан күберәге 130 миллион һумдан ашыу сумманы ҡаплауға өҫтәмә кисектереү хоҡуғы алған.
Финанс сәләмәтләндереү буйынса республиканың ведомство-ара комиссияһы был йүнәлештәге эшен дауам итә.