21.03.2014 Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостандан һайланған депутат, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы, милләттәшебеҙ Сәлиә Мырҙабаеваға Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Парламентта күп балалы ғаиләләр абруйын, уларҙың Рәсәй йәмғиәте өсөн әһәмиәтен арттырыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған “Күп балалы Рәсәй: Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәренең береһе. Дәүләттең заманса демографик сәйәсәтенең закондар тәьминәте“ Бөтә Рәсәй форумын әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан депутаттарҙы тантаналы шарттарҙа бүләкләнеләр. Әүҙем депутаттар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа булды.
Сәлиә Мырҙабаева, үҙе медицина фәндәре докторы булараҡ, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә, айырыуса ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирә, төрлө сараларҙа сығыш яһай. Депутаттың төп эш йүнәлештәренең береһе – ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау.
“Заман медицина фәне ғаиләләрҙе сабыйлы итеү йәһәтенән ярҙам итерлек яңы средстволарға эйә. Һәр осраҡта ла бала хоҡуҡтарын яҡлау закон менән нығытылырға тейеш”, – тигән фекерҙә парламентарий. Һүҙ ярҙамсы репродуктив технологиялар ҡулланыу тураһында бара. Тиҙҙән Рәсәйҙең “Ғаилә кодексы”на һәм “Гражданлыҡ хәле акттары тураһында” федераль законға үҙгәрештәр индереү ҡарала.