RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй сиге киңәйҙе

21.03.2014 Рәсәй сиге киңәйҙе

Рәсәй сиге киңәйҙеҠырым халҡы Рәсәйгә ҡушылыуҙы, кире ҡайтыу, тип атай
Үткән ялда Ҡырым ярым­утрауы халҡы үҙ төбәгенең киләсәге өсөн тауыш бирҙе. Ре­фе­рендумда ҡатнашыу­сылар өсөн ике һорау әҙерләнгәйне: “Рәсәй Федерацияһы субъекты булып Ҡырым­дың Рә­сәйгә ҡушылыуына ри­заһығыҙмы?” һәм ”Ҡы­рым Респуб­ликаһының 1992 йылдағы Консти­туцияһын тергеҙергә һәм Украина өлөшө булараҡ статусына ри­заһығыҙмы?”. Һуңғы һорау автономия вәкәләттәрен киңәйтеп, Украина составында ҡалыуҙы күҙ уңында тотто. Һайлаусыларҙың 96,77 проценты (бер миллион да 233 мең кеше) беренсе һорауға “эйе” тип яуап бирҙе.
Референдум буйынса Рәсәй Президенты Вла­димир Путиндың указы сыҡты. Унда, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, Ҡырым Республикаһын, айырым статусҡа эйә булған Севастополь ҡа­лаһын суверенлы һәм үҙ аллы дәүләт тип таныр­ға, тиелә. Һәм шул уҡ көндө Ҡырым, Севас­тополь етәкселеге, Рә­сәй Президенты Ҡы­рым­дың Рәсәй сос­та­вына инеүе тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Вла­димир Путин Кремл­дең Георгий за­лында ҙур телмәр менән сығыш яһаны. Унан һуң Мәскәүҙә, илдең башҡа төбәктәрендә лә, Ҡырымға теләктәшлек белдереп (инде нисәнсе мәртәбә), митингылар үтте. Ә был көн ярымутрау халҡы өсөн иҫ киткес әһәмиәтле байрам булды.
Шулай итеп, һаумы, Ҡырым, төклө аяғың менән Рәсәйебеҙгә!
Ҡырым ҡиммәткә
төшмәһен…

Ҡырымдағы референдум халыҡ-ара нормаларға тап килде, тип хәбәр итте Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Барак Обама менән телефон аша һөйләшкәнендә. Әлбиттә, халыҡтың был һайлауын ҡайһы бер ил башлыҡтары ҡабул итмәйәсәген белдерҙе. Шул иҫәптә АҠШ, Грузия, Япония, Евросоюз илдәре.
Барак Обама, мәҫәлән, тауыш биреүҙе Украина Конституцияһын боҙоу тип атай. Ә Юғары Раданы баҫып алып ултырған “евромай­ҙан”сыларҙың аҙымы һуң? Унда бит әле закон буйынса һаман Виктор Янукович президент булырға тейеш.
Ҡырымдағы үҙгәрештәр Рәсәйгә сит илдәр тарафынан күп кенә санкциялар менән янай. Бөгөндән үк илебеҙҙең ҡайһы бер юғары вазифалы кешеләрен Европаға индермәү тураһында һүҙ йөрөтәләр. Бәғзе дәүләт компанияларына юл ябыу менән өркөтәләр. Төпкәрәк төшөп тикшергәндә, беҙҙең илгә санкциялар донъя көрсөгөнә килтерәсәк. Әлегә АҠШ менән уның эйәрсендәре был хаҡта уйламаған була.
Берләшкән Милләттәр Ойош­маһының Хәүефһеҙлек советы һуңғы ике аҙнала ғына алты тапҡыр кәңәшмәгә йыйылды. Унда Украиналағы хәл-торошто тегеләй ҙә күҙаллап ҡарайҙар, былай ҙа.
АҠШ-та иһә әле Украина хөкүмәтенә барып ултырған “евромайҙансы” Арсений Яценюктың Барак Обама менән йәнле әңгәмәһен “сәйнәйҙәр”. Ошо көндәрҙә үк Украинаның Евросоюзға ҡушылыуы хәл ителмәксе.
Һәр хәлдә, Ҡырым референдумы, ул төбәкте Рәсәйҙең яҡлауы Көн­байышты тертләтте. Дөйөм алғанда, төрлө илдәрҙә уларҙың составына ингән төбәктәрҙә лә референдумдар көтөлә. Мәҫәлән, Шотландия күптән бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында хыяллана. Бөйөк Британия “ҡанаты аҫтынан” сығыу, быйыл көҙ үтәсәк референдумда күпселек тарафынан ыңғай тауыш йыйылһа, мөмкин буласаҡ.
Испанияның Каталонияһы ла үҙ аллы булырға теләй. Ул илдең иң бай төбәге. Ноябрь һайлауҙарына тиклем ҡурҡыныс хәлдәр булмаһа, Каталония халҡы бойондороҡһоҙлоғон бер яҡлы рәүештә лә иғлан итәсәге тураһында белдерә. Йәғни уларға Испания хөкүмәтенең хуплауы ла кәрәкмәй.
Яңы Каделония утрауы Фран­цияның диңгеҙ аръяғы төбәге. Аҫаба халыҡ үҙ аллы булырға теләүен бола күтәреп тә, 1998 йылда референдум менән дә аңлатып ҡараған. Әммә әлегәсә хәл шул уҡ. Каделония 2019 йылға тиклем теләһә ҡайһы ваҡытта тағы бер тапҡыр бәхетен һынарға ниәтләнә.
Папуа – Яңы Гвинеялағы Буген­виль автономиялы өлкәһендә бойон­дороҡһоҙлоҡ өсөн ҡанлы күтәрелештәр ҙә булып торған. Утрауға күп кенә вәкәләт биргән һәм бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында референдум вәғәҙәләгән килешеү бынан тиҫтә йылдан да элегерәк төҙөлгән булған. Гвинея властарына вәғәҙәләрен үтәү ваҡыты етте, буғай, һайлау 2015 – 2020 йылдар араһында көтөлә.
Шулай итеп, Ҡырым яңғыҙ түгел, донъяла үҙ һүҙен әйтергә теләүсе, ҡурҡмай әйтә алыусы төбәктәр бар әле. Улар демократик баҫҡыстар аша йыш ҡына яҡлаусыһыҙ ҙа үрмәләй. Ҡырымға ҡурҡырға кәрәкмәй, ул көслө һәм ғәләмәт ҙур ышыҡ тапты.

Беҙ оттоҡмо, Ҡырыммы?

Киевтан әйтеп ҡуйҙылар инде: ярымутрау күп осонһа, һыу, газ, электр энергияһын ябасаҡтар.
Газ Ҡырымда етерлек. Һыу менән электр энергияһына ҡарағанда, әлегә проблема юҡ. Тәбиғи яғыулыҡ запастары өс триллион кубометр иҫәпләнә, шулай булһа, йылына 10 миллиард ҡына алғанда ла, ул быуат ярым тотоноуға етәсәк. Газ электр энергияһы проблемаһын да хәл итәсәк. Бына һыу мәсьәләһе тураһында уйларға кәрәк. Әле унда Днепр һыуы төньяҡ Ҡырым каналы аша килә. Тауҙарҙа ла скважиналар, ҡар һыуы йыйыу өсөн ҡорамалдар ҡуйылған. Киев каналды бер нисек тә яба алмай, сөнки был Днепрҙы таштыра, күп тораҡ пункттарҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Ә Ҡырым иҡтисадының башҡа “тишек-тошоғон” ямарға арыу ғына миллион һум кәрәк. Бәлки, миллиардтарҙыр. Тиҙ генә үҫеш көтмәһәләр ҙә була. Әле беҙҙең илдең иҡтисады ла алға әллә ни етеҙ шарттарҙа китеп бармай. Һәр хәлдә, ярымутрау халҡына билен биштән быуып тырышырға тура киләсәк.
Ҡырымдың яҡшы курорт төбәге булыуын электән ишеткән бар, мәгәр ул яҡтарға юл төшмәне. Был тармаҡтағы табыш йылына миллиард доллар менән һанала, ти. Тик аныҡ сумма ысынында “ябыҡ мәғлүмәт”. Курорттарҙан тыш, “ҡырағай” туристар күп килә. Уларҙы Ҡырымдың киң күңелле халҡы үҙенә “һөҙөп ала”, йәғни фатирын, йортон ҡуртымға биреп тора. Бындай эшҡыуарлыҡ һалым инспекторҙарынан ситтә ҡала, бюджетҡа бер тин дә инмәй. Ойошҡанлы ял шарттары булдырыу өсөн ярайһы ҙур инвестициялар кәрәк. Киләсәктә Ҡырымды “Рәсәй Төркиәһе” йә “Рәсәй Мысыры” итергә тигән ҙур бурыс тора.
СССР тарҡалып, Украина айырыл­ғас, Ҡырымдың элек данлыҡлы булған шифаханалары йүнле ремонт та күрмәгән. Рәсәй эшҡыуарҙары тотоп торғандары ғына “йәшәп ята”. Унда ла ял итеүселәрҙең 30 проценты – беҙҙең ватандаштар. Ә рәсәй­ҙәр ял итә белә. Шуға ла бөгөн Ҡырым курорттары алған килемдең 60 проценты тап беҙҙең ил халҡы ҡалдырған аҡса.
Ҡырым менән Ҡытай ҡыҙыҡһына. Улар Евпаторияла порт төҙөргә теләй. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡытайҙар килһә, ер емертеп эшләй ҙә ҡуя. Килешеү буйынса акваторияны тәрәнәйтеү, иген һаҡлағыс төҙөү күҙаллана. Порт бөтә ҡеүәтенә эшләп, унан 140 миллион тонналыҡ йөк үтһә, Ҡырым йылына 1,5 миллиард һум табыш аласаҡ.
Унан килеп, Ҡырымда рәсәйҙәр яратҡан шарап бар. Был сауҙаның хәле былтыр Рәсәй-Украина сигендә таможня күҙәтеүе ҡатыланыуы арҡаһында мөшкөлләнеп ҡалғайны-ҡалыуын. Беҙҙә алкоголгә акциз күтәрелеүе лә кире йоғонто яһағандыр. Шул ваҡытта ла Ҡырым Рәсәйгә былтыр 18 миллион шешә шарап һатҡан. Хәҙер ярымутрау үҙебеҙҙекенә әйләнһә, шараптарын күберәк алып эсербеҙме икән? Статистиктар билдәләүенсә, Рәсәй халҡы шарапты күберәк ҡуллана башлаған. Шулай булғас, ҡы­рымдар­ға нығыраҡ тырышырға тура киләсәк.
Дөйөм алғанда, белгестәр, Ҡырымды әллә ни “ашатырға” кәрәкмәй, ти.

Әйткәндәй

Рәсәй бөтәһенә лә кәрәк. Кемгәлер ҡул һуҙырға, кемгәлер иң терәргә, ә кемгәлер әрләргә. Һуңғыһын көнсөл илдәр булдыра. Үҙәк каналдарҙан күрһәтеүҙәренсә, Ҡырым халҡы, референдум һөҙөмтәләрен белеп, хатта шатлыҡтарынан илай-илай байрам итте. Күбеһе Рәсәйгә ҡушылыуҙы, илгә кире әйләнеп ҡайтыу, тип атай.
Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкинға Приднестровьеның Юғары Советы Рәйесе Михаил Бурланан мөрәжәғәт килеп төшкән. Унда әлеге төбәктең Рәсәй составына инеү мөмкинлеген ҡарау тураһында һорала.
Приднестровье СССР тарҡалған ваҡытта Молдавиянан айырылып сыға ла, үҙаллылыҡ иғлан итә. Ул саҡта ҡан ҡойоштар ҙа була. Әммә бойондороҡһоҙлоҡ халыҡ-ара кимәлдә хупланмаған. 2006 йылда төбәк Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референдум үткәргән дә ул, тик 97 процент тауыш “эйе” тигән яуап менән булһа ла, Молдавия ла, АҠШ та, Евросоюз да аяҡ терәп ҡаршы тора.
Хәҙер нисегерәк булыр? Беҙгә Приднестровье кеүек төбәк кәрәкме?










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә