RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатмарлы шарттарҙа яуланған үҙаллылыҡ

21.03.2014 Ҡатмарлы шарттарҙа яуланған үҙаллылыҡ

Ҡатмарлы шарттарҙа яуланған үҙаллылыҡБашҡорт иленең яҡын үткәндәге тарихын байҡаһаң, ХХ быуатта ғына ла ҙур үҙгәрештәр булыуын күрәбеҙ. Төбәгебеҙ Рәсәй тарихының һәр осоронда ла ҙур роль уйнаған. Әлбиттә, үҙ илен, ерен, хоҡуҡтарын яҡлауҙа, һаҡлауҙа һәм даулауҙа ла әүҙемлек күрһәткән.
1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия төҙөү өсөн милли хәрәкәт башлана. Ошо уҡ йылда шаулап-гөрләп Беренсе, Икенсе һәм Өсөнсө Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары ойошторола. Был йыйындарҙа башҡорт халҡы вәкилдәре федератив Рәсәй составында “милли-территориаль рәүештә демократик республика” төҙөргә кәрәк тигән ҡарар ҡабул итә. Бәләкәй Башҡортостан тигән төшөнсә индерелеп, закондар проекты әҙерләнә. Дөйөм ер майҙаны 78 439 кв. км самаһы, халҡы 1 219 900 кеше була.
Артабанғы йылда Башҡорт Хөкүмәте ауыр һынауҙарға дусар була, тарҡатыу маҡсатында эргә-тирәләрендә һатлыҡ йәндәр ҙә, асыҡтан-асыҡ ҡаршы эшләп йөрөүсе кешеләр ҙә табыла. Милли хәрәкәт эшендә алда тороусыларҙың береһе – Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның бер нисә көрәштәше төрмәгә лә ябыла. Хатта милли хөкүмәт менән ғәскәрҙе яңынан ойоштороу зарурлығы тыуа. Башҡорт лидер­ҙары барыбер үҙҙәре алдына ҡуйған маҡсатҡа ирешә – 1919 йылдың 20 мартында “Үҙәк совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһында килешеүе” төҙөлә. Унан бер-ике аҙна алда башҡорт делегацияһы Мәскәүҙә етди һөйләшеүҙәр алып бара.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған “Хәтирәләр”ендә яҙыуынса, “рәсми совет гәзиттәрендә 23 мартта Башҡортостан үҙ аллы йөмһүриәт тип иғлан ителде”. Килешеүгә ҡул ҡуйыусылар араһында арҙаҡлы шәхесебеҙ үҙе лә була. Был документ – ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе. Ә башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы совет власы декреты менән бирелә.
Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге милли-территориаль республика булып ойошторола. Ул саҡта уҡ Башҡортостан федерация эсендә хөкүмәте, бюджеты, хәрби көстәре (дүрт полклы кавалерия дивизияһы һәм өс полктан торған уҡсылар бригадаһы) булған дәүләт була.
Рәсәй федерализмының инеш башында торған республикабыҙ һәр ваҡыт үҙәк властары иғтибары уртаһында йәшәй, тарихы ла уникаль һәм бай. 95 йыл дауамында ҙур үҙгәрештәр кисергән Башҡортостан – Рәсәйҙең ҡеүәтле һәм тоғро субъекты.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә