14.03.2014 Лайыҡлыларға – лайыҡлы баһа
Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы үтте. Юғары баһаны лайыҡлылар БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов ҡулынан алды.
Барлығы 29 алдынғы хеҙмәткәр төрлө тармаҡта эшләй: ауыл хужалығында, сәнәғәттә, транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендә, социаль учреждениеларҙа, муниципаль берәмектәрҙә. Уларҙың бөтәһен дә эшенә һөйөү, уңғанлыҡ, Ватанға тоғролоҡ берләштерә. Эштәге ҡаҙаныштары ла үҙҙәре өсөн түгел, ә дөйөм уңыш өсөн. Был – республиканы илдә лә, ситтә лә танытырлыҡ уңыштар.
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына Благовещен районының “Өфөхимтранс” йәмғиәте водителе Зөлфәт Ғиндуллин, “Ҡариҙел” редакция-нәшриәт комплексы водителе Әүхәт Мохтасаров, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы слесары Мөнир Рәхимов һәм “Асҡын” юл-төҙөлөш колоннаһы машинисы Рәдиф Исламов лайыҡ булды.
Атҡаҙанған юрист, транспорт эшсеһе, элемтәсе исемдәре лә тапшырылды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та яңыраҡ юғары наградалар тапшырыу тантанаһы үткәргәйне. Был сарала ла беҙҙең республика кешеләре бар ине. Ун бала тәрбиәләүсе Зилә һәм Радик Ишморатовтар ҙа шулар иҫәбендә. Улар “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнде.
Ә яугир-интернационалист Вил Фазуллинға награда 26 йылдан һуң килеп етте. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын уға Үҙәк хәрби округ командованиеһы вәкилдәре тапшырҙы. Сапер булып хеҙмәт иткән һалдат 1987 йыл аҙағында – 1988 йыл башында Пакстан сигендәге Пактия һәм Хост провинцияларында алып барылған “Магистраль” операцияһында ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Әле яугир-ветеран физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.