21.08.2010 Республикала һунар итеү тыйылды
Янғын хәүефе көслө булыу сәбәпле, быйыл йәйге-көҙгө осорҙа Башҡортостанда һунар итеү тыйылды.
Cара һунар ресурстарын һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында ла күрелгән. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тыйыу сикләүҙе бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.